Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Был көн календарҙа
17 Апрель , 11:45

Ветеран күңеле менән йәш ҡала

17 апрель – Рәсәй Федерацияһының эске эштәр органдары һәм эске ғәскәрҙәр ветерандары көнө Эске эштәр органдарының заманса системаһы үҫешенә бөгөн хеҙмәт ветерандары ла үҙ өлөшөн индерә. Шундай ветерандарҙың береһе – Рафек Нәсибуллин.

Ветеран күңеле менән йәш ҡала
Ветеран күңеле менән йәш ҡала

Рафек Хәбиб улы Абдулла ауылында тыуып үҫкән. Ауылдағы мәктәптең 8-се класын тамамлағас, Свердловск өлкәһенең Үрге Пышма ҡалаһында 90-сы һөнәрселек-техник училищеһына уҡырға инә. Шунан һуң “Урта Урал төҙөлөш идаралығы” яуап-лылығы сикләнгән йәмғиәтендә конструкциялар монтажлаусы булып һәм артабан “Әй” совхозында эшләй.
1974 – 1976 йылдарҙа ул Байконурҙа хеҙмәт итә, демобилизацияланғандан һуң совхозға водитель булып эшкә ҡайта. 1980 йылда Мәсәғүт элемтә торлаҡ-техник үҙәгенә эшкә инә. Унда линия электромонтерынан район бүлеге начальнигына тиклем хеҙмәт юлын үтә һәм 2016 йылда хаҡлы ялға сыға. Пенсияла ҡул ҡаушырып ултырмай ветеран – Мәсетле районы буйынса эске эштәр бүлегенә урынлаша һәм мәғлүмәт технологиялары, элемтә, мәғлүмәтте һаҡлау буйынса инженер вазифаһын биләй. Рафек Хәбиб улының тынғыһыҙ хеҙмәте КПСС партияһы райкомының Почет грамотаһы менән билдәләнгән, 1991 йылда һөнәре буйынса иң яҡшыһы тип таныла һәм “Элемтә ветераны” билдәһе менән бүләкләнә (2002).
Яратҡан эше хаҡында һүҙ йөрөтөп, Рафек Нәсибуллин, элемтәселәрҙең эше күҙгә ташланмаҫҡа мөмкин, ләкин ул эске эштәр органдары подразделениеларын берҙәм эш механизмы менән тоташтырыусы элемент булып тора, тип билдәләй.
– Күптәр элемтә хеҙмәте белгестәре мәғлүмәтте ҡабул итә һәм тапшыра тип иҫәпләй. Әммә был улай түгел. Беҙҙең төп бурыс – мәғлүмәтте һаҡлау буйынса яңы ҡоролмаларҙан башлап хеҙмәт телефондарына тиклем барлыҡ механизмдың эшен тәьмин итеү, – ти ул.
Ваҡытында һәм сифатлы алынған мәғлүмәт оператив хәлде анализларға, кәрәкле сараларҙы тиҙ генә күрергә, подразделениелар һәм хеҙмәттәр менән һөҙөмтәле идара итергә, улар араһында үҙ-ара эш итеүҙе ойошторорға мөмкинлек бирә. Бының менән район халҡының хоҡуҡ тәртибен һәм именлеген һаҡлауға үҙ өлөшөн индерә. Һәр элементтың эшләүен тәьмин итеү – элемтә хеҙмәтенең бик күп бурыстарының береһе, тип иҫәпләй Рафек Хәбиб улы.
Ветеран әйтеүенсә, күп кеше ҡатнашлығында йәмәғәт саралары үткәргәндә элемтәне тәьмин итеү эшмәкәрлектең мөһим йүнәлеше булып тора. Бындай сараға әҙерлек мөһим.
– Полиция хеҙмәткәрҙәрен төрлө шарттарҙа эшләргә мөмкинлек биргән заманса техник приборҙар менән тәьмин итергә кәрәк, сөнки оператив төркөмдәрҙең үҙ-ара килешеп эш итеүе яҡшы ойошторолорға тейеш, – тип аңлата Рафек Нәсибуллин. – Бынан тыш, бөгөн документтар менән эш электрон формала алып барыла. Был эштең хәүефһеҙлеге һәм тотороҡлоғо элемтәселәрҙең иңенә ята.
Хеҙмәт юлында ғаилә башлығы һәр саҡ ҡатыны Мәнзиә Мирзан ҡыҙының ярҙамын тойоп тора. Ҡатыны сығышы менән Пермь крайынан. Екатеринбург ҡалаһында аҙыҡ-түлек училищеһында уҡый, икмәк заводында эшләй. Шунда таныша ла инде Нәсибуллиндар. Туйҙан һуң йәштәр Оло Ыҡтамаҡ ауылында төпләнә. Тормош иптәше күп йылдар сауҙа өлкәһендә эшләй, ҡулланыусылар кооперацияһының “Хеҙмәт ветераны” тигән маҡтаулы исеменә лайыҡ. Хәҙер ул хаҡлы ялда.
Нәсибуллиндар улдары Вадимды тәрбиәләп үҫтергән. Әлеге көндә ул Мәскәүҙә йәшәй, IT-технологиялар өлкәһендә эшләй. Ҡатыны менән ике ҡыҙ тәрбиәләй.
Ветеран бөгөн дә әүҙем булып ҡала, тормош иптәше менән йорт тирәһен матур итеп тота, баҡса үҫтерәләр.
Нурания ӘБДРӘХИМОВА.

Автор: