Мәсетле тормошо
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Был көн календарҙа
16 Февраль , 10:15

Тынғы бирмәй тәндә ярсыҡтар

15 февраль – Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыу көнө 1979-ҙың декабренән 1989-ҙың 15 февраленә тиклем барған Афған һуғышы тамамланыуға – 35 йыл. Йәш кенә егеттәребеҙ интернациональ бурыс үтәп ҡан ҡойҙо, 14553-ө һәләк булды, 417 кеше хәбәрһеҙ юғалды. Айып ауылынан Тәлғәт Исламовтың ул шомло йылдар һис кенә лә иҫенән сыҡмай. Бик күп мина ярсыҡтары тәненә ҡаҙала, ярты башын ҡанға батыра. Госпиталдә генә иҫенә килә, башынан, арҡаһынан бик күп ярсыҡтар алалар, 2 ай буйы операция эшләйҙәр. Беләгендә, ботонда һаман, таш кеүек һыҙлатып, ҡуҙғалып тора ярсыҡтары, эшләгәндә беләге шешеп китә.

Тынғы бирмәй тәндә ярсыҡтар
Тынғы бирмәй тәндә ярсыҡтар

Ул 1984 йыл Йонос урта мәктәбен тамамлай һәм октябрь айында хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Төркмәнстандың Теджен ҡалаһында алты ай әҙерлекте Учалы егеттәре, хохол, үзбәк, төркмәндән килгәндәр менән бергә үтәләр. Бер туғандай дуҫ йәшәйҙәр. Алты ай үткәс, Афғанстанға килеп төшәләр. 7 ноябрь байрамы айҡанлы шәп һый-хөрмәт күрһәтәләр. Ашау яғы шулай яҡшы булыр әле, тип уйлайҙар. Ләкин күп ваҡыт һыйыҡ кәбеҫтә һыуы менән хушһынырға тура килә.
– Беҙ, сикләнгән контингент, Афғанстанда социалистик ҡоролошто нығытыу, халҡына ярҙам итеү өсөн махсус операция менән килдек. Тыныс халыҡты яҡланыҡ, дуҫ булдыҡ. Хәрбиҙәребеҙ мәктәп, дауахана, стадиондар, йорттар төҙөнө, яҡшы юлдар һалды. Беҙҙең яҡтан 80-шәр эре хәрби машиналар, танкылар колонна менән килә торҙо. Беҙ шул колоннаны ҡаршылайбыҙ, тәғәйен ергә оҙатып, уратып алабыҙ һәм мөжәһидтәр һөжүменән һаҡлайбыҙ. Приказ: бер кемде лә кертмәҫкә. Дошман прапорщиктарҙы ҡулға төшөрөргә тырыша, үлтерһәләр күп эш хаҡы түләнә, сөнки прапорщик һәр нәмәгә оҫта, ә офицер приказды үтәй, уға аҙыраҡ хаҡ ҡуйыла. Эре родар (локаторҙар тип тә әйтәләр) системалар аша илдән күрһәтмәләр килеп тора. Диларам ҡышлағына илткән күперҙе һаҡлау бурысын да намыҫ менән үтәнек, – ти яугир.
Шулай күп махсус операцияларҙа ҡатнаша яҡташыбыҙ. Афған халҡы совет һалдаттарына ышаныс менән килеп йөрөй. Бигерәк тә медикаменттарға мохтаждар килә. Беҙҙә онотолоп бөткән ваба, дизентерия, тиф, гепатит, биҙгәктән интегә халыҡ. 10 – 12 йәшлек малайҙар виноград, алма, финик кеүек емештәрен һатырға киләләр, йөҙҙәре оло кешенекеләй йыйырсыҡланған, климат аяуһыҙ бында. Ныҡ эҫе, һалҡыны ла зәһәр, еле үҙәккә үтәрлек. Ундағы 10 градус һалҡынлыҡ беҙҙәге 30 градус кеүек. Иртән тып-тыныс, 12 тирәһендә ел иҫә башлай, көсәйгәндән-көсәйә барып, киске 11-гә тиклем дауам итә. Бөтә нәмә осоп йөрөй: дөйә ашай торған эре-эре сәнскеләр, биҙрәләр, әйберҙәр. Эсәр һыуға ҡытлыҡ, ҡом бураны уйнай. Халыҡ емештәрҙе йылғанан һуҙылған арыҡтар һуғарған уңдырышһыҙ туп-раҡта – ҡомда үҫтерә. Йылға һыуы эсеү күп сирҙәргә килтерә. Эсергә мәжбүр булһалар, махсус таблетка һала һалдаттар.
Горбачев власҡа килгәс, совет ғәскәрҙәрен бынан сығарырға тигән приказға ярашлы, тәүге 5 полк беренселәрҙән булып ил сигенә ҡуҙғала – Тәлғәт Исламов та шул составта.
Афған президенты Нәджибулла оҙатыу митингыһы ойоштора. Ялҡынлы телмәрендә рәхмәт һүҙҙәрен еткерә. Пионерҙар шиғыр һөйләй, йырҙар бүләк итә. Гербет ҡалаһы халҡы танкылар колоннаһын сәскәләргә күмә, таш ырғытыусылар ҙа булғас, люктарҙы ябырға приказ бирелә.
Хәрбиҙәр ярҙам йөҙөнән бында склад тулы аҙыҡ-түлек, кейем-һалым – барыһын да ҡалдыра. Хәрби техниканы Төркмәнстанда ҡалдыралар һәм ғәзиз Тыуған илгә ҡоштарҙай талпынып юл алалар – календарҙа 1986 йыл, сентябрь. Тәлғәт Ғәптелйән улы декабрҙә генә яҡындары ҡосағына ҡайтып етә, тотҡарлай һуғыш яралары.
Тынғыһыҙ йәш егет колхоз эшенә сума, унан 17 йыл – киномеханик, 11 йыл – элемтә узелында. Икеһендә лә ҡыҫҡартылыуға эләгә. Бишенсе йыл инде юл ремонтлау-төҙөү идаралығында эшләй. Ҡайҙа эшләһә лә, Тәлғәт интернационалист халыҡты ҡыуандырып намыҫлы хеҙмәт итә, клиенттарының һәр үтенесен ваҡытында башҡара. Уның эргәһендә күңелле, сөнки күңел йылыһы, яҡты нур таратып йәшәй.
Уның күкрәген биҙәй юбилей миҙалдары: 2008 һәм 2013 йыл совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан 20 һәм 25 йыл элек сығарыу айҡанлы, Афғанстан Республикаһы президенты рәхмәт йөҙөнән 15 май 1988 йыл, Советтар Союзының Үҙәк Комитеты һәм Коммунистар партияһы. 1988 йылдың 28 декабрендә М. Горбачев ҡултамғаһы менән СССР-ҙың Юғары Совет Президиумы Почет грамотаһы менән бүләкләнә. Фиҙаҡәр батырлығы өсөн ВЛКСМ Үҙәк Комитеты ла ошондай грамота менән ҙурлай, полк командирҙары рәхмәт хаттары яҙған.
Яугир-интернационалист Тәлғәт Ғәптелйән улы – юморға бай шаян кеше, матур ғаилә терәге, һоҡланғыс атай һәм ир-уҙаман. Ҡатыны Рәзилә Барый ҡыҙы менән класташтар. Әллә Хоҙай икебеҙгә бер йәнде бирҙеме икән, тигәндәй, донъя йөгөн бергә тартып, татыу ғүмер итәләр. Өс таған, өс улдары – һөйөү гөлдәре. Рәфис – Эске эштәр министрлығында, Рәмис – ДРСУ-ла прораб, Тимур – Өфөлә. Йорт-ҡура эштәрендә – төп ярҙамсы уңған егеттәр.
Быйыл – Ғаилә йылы. Оло хөрмәткә лайыҡ Исламовтарға һәм барлыҡ райондаштарға бәхет-шатлыҡтар, сәләмәтлек насип булһын. Украинанан егеттәребеҙҙе тиҙерәк ҡаршы алырға яҙһын, еңеү менән!
Сәғиҙә Мөхәрәмова,
Йонос ауылы.

Автор: