Мәсетле тормошо
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Был көн календарҙа
15 Февраль , 09:00

Һеҙҙең хәрби рух – батырлыҡ өлгөһө

15 февраль – Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыу көнө 15 февралдә совет ғәскәрҙәренең сикләнгән контингентын Афғанстандан сығарыуға 35 йыл тула. Был мөһим дата һағышлы ла, тантаналы ла. Ул ветерандарҙы, шулай уҡ туғандарын һәм яҡындарын мәңгелеккә юғалтҡандарҙы берләштерә. Ун йыллыҡ һуғыш ваҡиғаларын төрлөсә баһалауҙарына ҡарамаҫтан, Ватан алдындағы бурысын үтәгән яугир-интернационалистарҙың батырлығы, хәрби ҡаһарманлығы хөрмәткә лайыҡ һәм ғорурлыҡ уята.

Һеҙҙең хәрби рух – батырлыҡ өлгөһө
Һеҙҙең хәрби рух – батырлыҡ өлгөһө

Рәсәй Украинала махсус хәрби операция алып барғанда “намыҫ”, “бурыс”, “Ватанға һөйөү” кеүек төшөнсәләр һис ҡасан булмағанса актуаль яңғырай. Был хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан ысын ир-егет өсөн буш һүҙ түгел.
Оло Ыҡтамаҡ ауылынан хәрби хәрәкәттәр ветераны Рөстәм Хәлимов, хәрби операцияла хеҙмәт иткән егеттәргә ярҙам итеү – республика һәм район халҡы өсөн төп бурыстарҙың береһе, тип иҫәпләй. Ул атыу тауышының, окоптарҙың һәм иптәштәрсә рухтың нимә икәнлеген ишетеп кенә белмәй – Афғанстан һуғышында алған хәрби тәжрибәһе бар.
Яугир хәрби хеҙмәткә 1981 йылдың майында саҡырыла, ярты йыл буйына хәрби машина операторы-тоҫҡаусыға уҡып сыҡҡандан һуң уны Тажикстанға, унан Афғанстан Республикаһына ебәрәләр. Бөтә хеҙмәтен БМП операторы-тоҫҡаусыһы вазифаһында үтә. Рөстәм Әбеһәм улы 1983 йылда демобилизациялана.
Хәрби хеҙмәттән һуң элекке эш урынында – Сулея элеваторында – электрик булып эшләүен дауам итә. Бер нисә йылдан тыуған районына ҡайта, унда 38 йыл дауамында төрлө ойошмаларҙа электрик булып хеҙмәт юлын үтә. Хәҙер Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы “Ромашка” балалар баҡсаһында эшләй.
Рөстәм Хәлимовтың “Рәхмәтле Афған халҡынан”, “Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуҙың 20 йыллығы”, “Афғанстанда хәрби хәрәкәттәр тамамланыуҙың 25 йыллығы”, “Афғанстанда 40-сы армия бурыстарын үтәүҙең 30 йыллығы” миҙалдары, шулай уҡ эшләгән урындарҙан бик күп рәхмәт хаттары һәм почет грамоталары бар.
– Бөгөн махсус хәрби операция зонаһында булған һәм илебеҙ мәнфәғәттәрен яҡлаған егеттәргә шуны әйткем килә: Рәсәй өсөн намыҫлы, ғәҙел хеҙмәт итегеҙ, иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ, һеҙҙе өйҙә көтәләр, яраталар һәм ышаналар, – ти Рөстәм Әбеһәм улы.

15 февралдә район музейында Яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнөнә арналған саралар ойошторола, ә район Мәҙәниәт һарайында “Ваҡыт һеҙҙе һайланы...” тематик концерты үтәсәк. Унда яңы баҫмала “Мәсетле районының яугир-интернационалистары” китабының презентацияһы ла буласаҡ. Был көндә Оло Ыҡтамаҡ ауылының Еңеү паркында урынлашҡан яугир-интернационалистар һәйкәленә, шулай уҡ Оло Ҡыҙылбай, Ләмәҙтамаҡ һәм Йонос ауылдарында яҡташ яугирҙарҙың ҡәберҙәренә сәскәләр һалына.

Амира ВЕРЗАКОВА.

Автор: