Мәсетле тормошо
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Был көн календарҙа
29 Ғинуар , 10:25

Холокост ҡорбандарын иҫкә алыу көнө

Йыл һайын 27 ғинуарҙа Холокост ҡорбандарын иҫкә алыу көнө билдәләнә. Был дата осраҡлы һайланмаған – 1945 йылда тап ошо көндө совет һалдаттары Освенцим нацист концлагеры тотҡондарын азат итә.

Холокост ҡорбандарын иҫкә алыу көнө
Холокост ҡорбандарын иҫкә алыу көнө

“Холокост” тигән һүҙ “тулыһынса яндырыу” тип тәржемә ителә. Был термин Гитлер власҡа килгәндән һуң йәһүдтәрҙең нацистар тарафынан эҙәрлекләнеүен һәм юҡ ителеүен аңлата. Фашистарҙың һәм уларҙың ярҙамсыларының яуызлыҡтары 1933 йылдан 1945 йылға тиклем дауам итә. Был ваҡыт эсендә алты миллиондан ашыу йәһүд ер йөҙөндә юҡ ителә.
1938 йылдың 9 ноябренән 10-ына ҡарай төндә тотош Германия буйынса бола башлана. Күрә алмау тойғоһо менән ярһыған немецтар йәһүдтәрҙең йорттарын һәм магазиндарын емерә. Был ваҡиға тарихҡа Гәлсәр төн булараҡ инеп ҡалған. Йәһүдтәргә ҡаршы аяуһыҙлыҡҡа поляк йәһүденең немец дипломаты Эрнст фом Ратты үлтереүе сәбәпсе була. Фажиғә нацистар өсөн уңай тура килә – “фом Ратты үлтергән өсөн үс алабыҙ” тигән көслө девиз аҫтында улар йәһүд общиналарын ҡыйрата башлай.
Шуны аңлау мөһим: йәһүдтәргә ҡаршы мөнәсәбәт Европала ҡапыл килеп сыҡмаған. Нацистар йәһүдтәргә ҡарата оҙаҡ ваҡыт һәм планлы рәүештә нәфрәт тыуҙыра һәм был үҙ һөҙөмтәһен бирә. “Йәһүдтәр мәсьәләһен хәл итеү”ҙе ябайлаштырыу өсөн нацистар гетто төҙөй (бысраҡ, тығыҙ шарттарҙа йәшәгән ҡасаба йә ҡалаларҙың бер өлөшө). Был территорияларҙы кәртәләп тоталар, ә һаҡсылар әсирҙәргә геттонан рөхсәтһеҙ сығырға бирмәй. Уларҙың ғаиләһен, йортон тартып алғандар, иркенән һәм хатта исеменән мәхрүм иткәндәр (урынына номер биргәндәр), ә һуңынан ғүмерҙәрен дә ҡый-ғандар. Кешеләр ауыр хеҙмәт менән шөғөлләнә, аслыҡтан һәм ҡурҡыныс сирҙәрҙән йөҙәрләгәне менән һәләк була.
Ә иң ҡурҡынысы үлем лагерҙарына әйләнгән концлагерҙарға эләккәндәрҙе көтә. Бында кешене юҡҡа сығарыу конвейеры яйға һалынған, ул тәүлегенә меңәрләгән кешене көлгә әйләндерә. Тотҡондарҙы ҡаты итеп туҡмағандар, махсус камераларҙа һөрөм менән ағыулағандар, атып үлтергәндәр һәм тереләй яндыр-ғандар. Иң билдәле концлагерҙар булып Бухенвальд, Освенцим, Берген-Бельзен һәм Арбайтсдорф иҫәпләнә.
Йәһүдтәрҙән тыш, ун миллионға яҡын СССР гражданы концлагерҙар ҡорбаны була. Ҡаршылыҡ күрһәтеүҙә ҡатнашыусылар ҙа, совет хәрби әсирҙәре лә, хатта Америка Ҡушма Штаттары һәм Европа илдәре хакимиәттәренең подданныйҙары ла үлем лагерына эләккән. Һәләк булғандар араһында билдәле спортсылар – Германия футболсыһы Юлиус Хирш һәм Нидерландынан 1928 йылғы Олимпия чемпионы Эстелла Агстергриббе – бар.
Рәсәй эмигранттары ла фашист концлагерҙары тотҡондары була: йәмәғәт эшмәкәре Илья Фондаминский һәм Григорий Распутиндың шәхси секретары Арон Симанович.
1945 йылдың 27 ғинуарында маршал Иван Конев етәкселегендәге СССР-ҙың 60-сы армияһы ғәскәрҙәре Польшала Освенцим концлагерынан тотҡондарҙы азат итә башлай. Был Ленинград ҡамауын тулыһынса өҙгәндән һуң теүәл бер йылдан була. Польшала үлем лагеры тотҡондарын ҡотҡарыу менән генерал-лейтенант Василий Петренко етәкселегендәге 107-се дивизия шөғөлләнә. Һуңынан азат итеүсе совет геройы бер нисә тапҡыр Израилгә бара һәм, ил Советтар Союзы менән дипломатик мөнәсәбәттә тормаһа ла, унда һәр саҡ көтөп алынған ҡунаҡ була.
Шулай уҡ Холокост ваҡытында миллион ярым самаһы бала юҡ ителә. Уларҙың ҡайһы берҙәрен, айырыуса игеҙәктәрҙе, нацистар медицина эксперименттары өсөн ҡулланған. Үҫмерҙәр генә иҫән ҡалыуға өмөт итә алған – уларҙы хеҙмәт лагерҙарында эшсе көс булараҡ файҙаланғандар.
1938 йылдан 1940 йылға тиклем ҡасаҡ балаларҙы ҡот-ҡарыу буйынса “Киндертранспорт” кампанияһы ойошторола, уның ярҙамында меңдәрсә бала Британияға оҙатыла. Ҡайһы ваҡыт йәһүдтәрҙе европалылар, нигеҙҙә, католик руханиҙарының ғаиләләре йә дини кешеләр үҙҙәре йәшерә. Шулай итеп, Италияла һәм Бельгияла бик күп балалар ҡотҡарыла.
Бөтә донъяла Холокост тарихына арналған музейҙар булдырылған. Уларҙың белгестәре иҫән ҡалғандарҙың хаттарын һәм әйберҙәрен, тарихи документтарҙы һәм Холокост менән бәйле башҡа мөһим предметтарҙы өйрәнә һәм һаҡлай.
* * *
Был датаға арнап Мәсетле районында Холокост ҡорбандарын иҫкә алыу аҙналығы үтте. Уға ярашлы, райондың белем биреү учреждениеларында был темаға арналған төрлө саралар ойошторолдо.
Абдулла мәктәбендә тарих уҡытыусыһы Заһит Мәғрүров хәтер дәресе үткәрҙе. Унда уҡыусылар Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында булған ҡот осҡос ваҡиғалар тураһында белде. Уҡыусылар Холокост тарихы, Рәсәй һәм Бөйөк Ватан һуғышы тарихында концлагерҙар темаһы ниндәй урын биләүе хаҡында белде. Балалар холокост хаҡында, Освенцим, Бухенвальд лагерҙарында өлкәндәр һәм балалар кисергән ҡот осҡос хәлдәр тураһында ишетте, ғәйепһеҙ балаларҙың һәм өлкәндәрҙең йонсоу, ҡот осҡос кәүҙәләрен һүрәттә күреп, битараф ҡала алманы. Шулай уҡ “Мальчик в полосатой пижаме” фильмын ҡаранылар.
5-6 кластарҙа уҡыусыларҙа милләт-ара татыулыҡты формалаштырыу, этник ҡиммәттәрҙе, ышаныуҙарҙы, нормаларҙы, ҡағиҙәләрҙе һәм идеалдарҙы үҙләштереү өсөн шарттар булдырыуға булышлыҡ итеү һәм Холокост ҡорбандары тарихи миҫалы контексында йәшәү ҡиммәтен аңлау һәм уны инҡар итеүҙе булдырмау маҡсатында “Хәтер күбәләктәре” акцияһы уҙҙы.
Әләгәҙ мәктәбендә “Холокост. Юҡ итеү. Ҡаршы тороу. Ҡотҡарыу” тематик стенды эшләнеләр. Директорҙың тәрбиә буйынса кәңәшсеһе Юлиә Арсулоева 8-се класс уҡыусылары өсөн “Холокост – быуындар хәтере” темаһына әңгәмә үткәрҙе. Балалар “Холокост” һүҙенең мәғәнәһен белде, фашистарҙың йыртҡыслыҡтары тураһында ҡот осҡос кадрҙарҙы ҡараны, улар ысынбарлыҡта ҡабатланмаһын өсөн үткән ваҡиғалар хаҡында хәтерҙә тоторға кәрәклеген аңланы.
Башҡорт гимназияһының башланғыс кластарында “Хәтер күбәләктәре” акцияһы үтте. Директорҙың тәрбиә буйынса кәңәшсеһе Әлфиә Аҡмалова менән бергә 2-се, 4-се класс уҡыусылары бәхет, азатлыҡ һәм шатлыҡ символы булып торған сағыу күбәләктәр яһаны. Геттола һәм үлем лагерҙарындағы балалар уларҙы күреү шатлығынан мәхрүм булған. Акцияның идеяһы нигеҙендә – Павел Фридмандың “Күбәләк” шиғыры.
8-се класс уҡыусылары директорҙың тәрбиә буйынса кәңәшсеһе менән бергә “Мальчик в полосатой пижаме” фильмын ҡараны. Уҡыусылар Икенсе бөтә донъя һуғышының фажиғәле ваҡи-ғалары, Холокост ваҡытында тотош халыҡтарҙың юҡҡа сығыуы һәм геноцид менән бәйле тарихи факттар хаҡында белде. Фильм ғаилә ҡиммәттәре, мөһим тормош һайлау алдындағы ауырлыҡтар тураһында уйланырға мәжбүр итте.
Был фильмды Йонос мәктәбендә 5-се, 6-сы һәм 8-се кластар ҙа ҡараған. Фильмды ҡарағандан һуң уҡыусылар үҙҙәренең тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Балалар геройҙар өсөн борсолдо, үҙ фекерҙәрен белдерҙе. Сараны директорҙың тәрбиә буйынса кәңәшсеһе Гөлгөнә Мөхәмәтова алып барҙы.
Оло Аҡа мәктәбендә лә ошо датаға арналған тематик дәрестәр үтте. 1942 йылдың 4 июнендә Чехияның Терезин ҡалаһындағы нацистар лагерында булған 20 йәшлек Павел Фридман “Күбәләк” шиғырын яҙа, ә ике йылдан һуң Освенцим концлагерында һәләк була. Әңгәмәнән һуң төрлө класс уҡыусылары өмөт, матурлыҡ һәм яңырыу символы булараҡ “Хәтер күбәләге” төшөрҙө.
Был аҙналыҡ барышында Теләш мәктәбендә лә бер төркөм саралар ойошторолдо.
Тарих уҡытыусыһы Азамат Мөбәрәкшин 7-се класс уҡыусылары менән тематик стенд ойошторҙо, әңгәмә барышында балалар холокосттың нимә икәнлеген, фашистарҙың йәһүд халҡына һәм башҡа халыҡ вәкилдәренә ҡаршы енәйәттәре тураһында белде. Шулай уҡ 5 – 7 класс уҡыусылары “Мальчик в полосатой пижаме” фильмын ҡараны. 1 – 7 класс уҡыусылары “Хәтер күбәләктәре” акцияһында, 5 – 7 класс уҡыусылары хәтер дәресендә ҡатнашты.
Ләмәҙтамаҡ мәктәбе уҡыусылары Холокост ҡорбандарын иҫкә алыу аҙналығы сиктәрендә барған “Хәтер күбәләктәре” акцияһына ҡушылды. Әңгәмә үткәрелде, фильм ҡаранылар.
Сараларҙа ҡатнашыусыларҙың береһе лә күргән һәм ишеткәндәренә вайымһыҙ ҡалманы. Холокост – ул яуызлыҡ, һәм уны бер нисек тә аҡлап булмай! Ундай хәлдең ҡабатланыуына юл ҡуйырға ярамай!
Нурания ӘБДРӘХИМОВА.

Холокост ҡорбандарын иҫкә алыу көнө
Холокост ҡорбандарын иҫкә алыу көнө
Холокост ҡорбандарын иҫкә алыу көнө
Холокост ҡорбандарын иҫкә алыу көнө
Автор: