Мәсетле тормошо
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Был көн календарҙа
2 Август 2023, 09:45

Рәсәйҙең десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүе менән ғорурлана

2 август – Рәсәйҙең Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө – киң билдәләнгән байрам. “Ҡанатлы пехота”, “зәңгәр береттар” – десантсыларҙы ниндәй генә эпитеттар менән билдәләмәйҙәр. “Беҙҙән башҡа бер кем дә!” девизы аҫтында йәшәүсе десантсылар һәр ваҡыт ҡаһарманлыҡ һәм ышаныс сифаттарына тоғро ҡала.

Рәсәйҙең десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүе менән ғорурлана
Рәсәйҙең десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүе менән ғорурлана

Эдуард Әхмәтйәнов Оло Ыҡтамаҡ ауылынан. Дыуан техникумында агроном һөнәрен алып сыҡҡан егет 2008 йылда РФ Ҡораллы Көстәренә саҡырыла. Псков өлкәһенең Псков ҡалаһына 76-сы Суворов орденлы Чернигов Ҡыҙыл Байраҡлы десант-һөжүм дивизияһына эләгә.
– Һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү – ҙур уңыш ҡына түгел, оло дәрәжә лә, – тип һөйләй үҙенең хеҙмәте тураһында Эдуард Рәфҡәт улы. – Ысын десантсы булыу өсөн автоматтан алып ҡул һуғышына, парашют менән һикереүгә тиклем бик күп оҫталыҡҡа эйә булырға кәрәк.
Эдуард Әхмәтйәновтың армияла хеҙмәт итеү тураһында иҫтә ҡалырлыҡ мәлдәре күп, ә иң иҫтә ҡалғандары – дүртәү. Һәр кемгә беренсе һикереү алдынан йәш яугир курсын үтергә кәрәк: ҡорал менән эш итеү, медицина ярҙамы күрһәтә белеү, урында йүнәлеш алыу, хәрби төркөмдә эшләү һәм башҡа бик күп бурыстар. Бындай йөкләмә һәр кемдең хәленән килерлек түгел. Десантсылар парашюттан һикереүҙәре менән генә айырылмай, был хәрби бурысты үтәгәндә барлыҡҡа килгән ҡиммәттәр – иптәшлек һәм үҙ-ара аңлашыу. Әгәр бер һалдат марш-бросокта тороп ҡалһа, барыһы ла маршрут башына әйләнеп ҡайта.
– Мин тап ошо элиталы ғәскәрҙә хеҙмәт итергә тура килеүенә шатмын, – ти Эдуард Әхмәтйәнов. – Командирҙарыма рәхмәтлемен. Армияла хеҙмәт итеү – ысын ҡаһарманлыҡ мәктәбе, ә Һауа-десант ғәскәрҙәрендә – бигерәк тә. “Десантлы туғанлыҡ” тигән төшөнсәнең буш һүҙ түгел икәнен мин шунда аңланым. Ысын десантсы булыу өсөн күп нәмә аша үтергә кәрәк.
Эдуард Рәфҡәт улы 2009 йылда кесе сержант дәрәжәһендә демобилизациялана. Әлеге ваҡытта – үҙмәшғүл. Ике ул үҫтерә, улар өсөн батырлыҡ өлгөһө һәм терәк булып тора.
Буласаҡ десантсы атай-олатайы өлгөһөндә үҫә. Ул 1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы олатаһы Рәжәп Әхмәтйәновтың үлемһеҙ батырлығын хөрмәтләп иҫкә ала. Ул биш бала тәрбиәләп үҫтерә, шуларҙың береһе – Эдуардтың атаһы Рәфҡәт Рәжәп улы. Уның олатаһы 1942 йылдың мартынан алып 780-се уҡсылар полкы составында фронтта бронебойщик була. Һуғыш ваҡытында контузия ала һәм әсирлеккә эләгә, әммә ҡаса. Һуңғараҡ партизандар хәрәкәтендә ҡатнаша, уның составында Ватанды һаҡлауын дауам итә. 1947 йылдың мартында демобилизациялана. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән наградланған.
– Һуғыштың ниндәй аяуһыҙ икәнен олатайымдың һөйләүҙәренән беләм, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәребеҙгә түҙемлек һәм иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйем. Беҙ һеҙгә ышанабыҙ һәм көтәбеҙ!
Нурания ӘБДРӘХИМОВА.

Автор: