Мәсетле тормошо
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Һөйөү һәм полиция погондары

Хоҡуҡ һаҡлау органдарында хеҙмәт иткән ир менән ҡатын – ғаилә мөнәсәбәттәрендә генә түгел, ә хеҙмәт менән дә бәйле уникаль парҙар. Улар һайлаған һөнәрҙәренә тоғро ҡалып, эш көндәрендә бер-береһенә ярҙам итә һәм тормош юлы буйлап ҡулға-ҡул тотоноп атлай. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Мәсетле районы буйынса бүлеге хеҙмәткәрҙәре Алина һәм Руслан Ғәбдрәхимовтар өсөн полиция хеҙмәте – намыҫ эше, ә ғаилә – бәхет утрауы. Ир менән ҡатын был девиз аҫтында быйыл август айында бергә йәшәүҙәренең егерме йыллығын билдәләйәсәк.

Һөйөү һәм полиция погондары
Һөйөү һәм полиция погондары

Ғаилә башлығы Бәләбәй ҡалаһында тыуып үҫкән, мәктәпте тамамлаған, һуңыраҡ Бәләбәй совхоз-техникумына уҡырға ингән. Уны тамамлағандан һуң ике йыл Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре сафында Волгоград өлкәһенең Дондағы Калач ҡалаһында эске ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итә. Хеҙмәт юлын Бәләбәйҙең “Автонормаль” заводында башлай. Шул уҡ ваҡытта Башҡорт дәүләт аграр университетының “Электрофикация һәм ауыл хужалығын автоматлаштырыу” факультетында ситтән тороп уҡый. 2001 йылда ошо уҡ юғары уҡыу йортоноң “Иҡтисад һәм хоҡуҡ” факультетында юғары белем алып йөрөгән Алина менән таныша. 2003 йылда һөйгәненең тыуған яғына күсеп килә, унда милицияла штаб инспекторы вазифаһында лейтенант дәрәжәһендә хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай. Хәҙер полиция майоры дәрәжәһендә оператив дежурный булып хеҙмәтен дауам итә.
Алина Урал ҡыҙы Оло Ыҡтамаҡ ауылында тыуып үҫкән. Оло Ыҡтамаҡ лицейын тамамлағандан һуң, Красноуфимск медицина училищеһына уҡырға инә. Хеҙмәт эшмәкәрлеген үҙәк район дауаханаһында башлай, унда 1998 йылдан 2005 йылға тиклем эшләй. 2005 йылдың яҙында милицияға хеҙмәт итергә инә. Хеҙмәт юлын ваҡытлыса тотоу изоляторы милиционеры вазифаһында башлай. Хаҡлы ялға полицияның өлкән лейтенанты дәрәжәһендә балиғ булмағандар эштәре буйынса өлкән инспектор вазифаһында сыға.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 7 июлендәге 27е һанында уҡығыҙ.

Автор: