Мәсетле тормошо
+8 °С
Болотло

Татыу һәм ныҡлы ғаилә

Йыл һайын 8 июлдә Рәсәйҙә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнә. Был көн уңайынан районыбыҙҙа йәшәгән матур йәш ғаилә менән таныштырырға булдыҡ.

Татыу һәм ныҡлы ғаиләТатыу һәм ныҡлы ғаилә
Татыу һәм ныҡлы ғаилә

Ғаилә – ул иң ҡәҙерле һәм яҡын кешеләр, ул яратҡан кешең. Күптәр өсөн ғаилә һәр ваҡыт йылы һәм уңайлы булған йорт менән бәйле. “Барлыҡ бәхетле ғаиләләр ҙә бер-береһенә оҡшаған”, – тип билдәләгән бөйөк яҙыусы Лев Толстой. Ләкин һәр береһенең үҙ үҙенсәлеге бар.
Юлай ауылында йәшәүсе Аҡмаловтар ғаиләһе – күптәр өсөн өлгө. Рәмил менән Гөлфинә Ҡорғат ауыл биләмәһендә тыуып үҫкәндәр. Уларҙың ғаилә ҡороуына ла 10 йылдан ашыу ваҡыт уҙып киткән. Ир менән ҡатын биш бала тәрбиәләйҙәр: Ралина өсөнсө класты тамамлаған, Вилена икенсегә күсә, ә Арина ҡустыһы Роберт менән балалар баҡсаһына йөрөй, кесе ҡыҙҙары Рианна ошо йылдың майында донъяға килгән.
– Беҙҙең ғаиләлә иң мөһиме – бер-беребеҙгә ҡарата ышаныс, мөхәббәт һәм хөрмәт, шулай уҡ үҙ ҡулдарыбыҙ менән булдырылған йылылыҡ һәм уңайлылыҡ, – тип уртаҡлаша Гөлфинә Хәмит ҡыҙы. Ғаилә башлығы мәктәп ҡаҙанлығында оператор булып эшләй. Уны эшһөйәр һәм ярҙамсыл кеше булараҡ беләләр.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 7 июлендәге 27е һанында уҡығыҙ.

Автор: