Мәсетле тормошо
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Мәңге парлы типһен йөрәктәр

8 июль – Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө Районыбыҙҙа йәштәргә өлгө итеп ҡуйырлыҡ матур парҙар бихисап. Уларҙың береһе – Дыуан-Мәсетле ауылынан Ғәлимовтар ғаиләһе. Быйыл Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө хөрмәтенә “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы менән районда нәҡ улар бүләкләнә.

Мәңге парлы типһен йөрәктәр
Мәңге парлы типһен йөрәктәр

Данис Абдулхаҡ улы 1956 йылда тыуған. Дыуан-Мәсетле урта мәктәбен тамамлаған, 1974 – 1976 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт иткән. “БАССР-ҙың 50 йыллығы” колхозынан юллама буйынса Троицк ветеринария институтына уҡырға инә, диплом ала һәм колхозға эшкә ҡайта. Өс йылдан һуң Дыуан-Мәсетле мәктәбенә уҡытыусы булып эшкә урынлаша, биология, музыка дәрестәрен, малсылыҡ буйынса факультатив алып бара.
Уның тормош юлдашы Мәрйәм Йонос ҡыҙы 1958 йылда Ҡаранай ауылында донъяға килгән, шулай уҡ Дыуан-Мәсетле урта мәктәбен тамамлаған. Өфөнөң 1-се медицина училищеһында белем алған. УМПО-ның 13-сө дауаханаһының неврология бүлегендә эшләй.
Йәштәр Дыуан-Мәсетле ауылында ҡыҙҙың ағаһының туйында таныша. Байрамға Данис Абдулхаҡ улы гармунсы сифатында саҡырылған. Йәштәр бер-береһенә тәү күреүҙән ғашиҡ була, ә бер аҙҙан яҙмыштарын бәйләргә ҡарар итә. Мәрйәм Йонос ҡыҙы тыуған районына ҡайта, Дыуан-Мәсетле участка дауаханаһында башта фельдшер булып эшләй, һуңынан шәфҡәт туташы, өлкән шәфҡәт туташы була. Данис Абдулхаҡ улы Башҡорт дәүләт педагогия институтының тарих факультетын тамамлап, хәрби әҙерлек дәрестәрен алып бара, завуч, мәктәп директоры вазифаларын башҡара.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 7 июлендәге 27е һанында уҡығыҙ.

Автор: