Мәсетле тормошо
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ауырыуҙарҙың проблемаларына иғтибар

Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһынан хәбәр итеүҙәренсә, 18 майға 77 кеше ВИЧ диагнозы менән диспансер иҫәптә тора, уларҙың 40-ы – ир-егеттәр, берәүһе – бала.

Ауырыуҙарҙың  проблемаларына  иғтибар
Ауырыуҙарҙың проблемаларына иғтибар

Йыл һайын май айының өсөнсө йәкшәмбеһендә СПИД-тан вафат булған кешеләрҙе – был ауырыу ҡорбандарын иҫкә алалар. Был донъя йәмәғәтселегенең иғтибарын СПИД менән ауырыусыларҙың, ВИЧ-инфекция йөрөтөүселәрҙең проблемаларына, донъяла ошо ауырыуҙың таралыуына юл ҡуймауға йүнәлтеү өсөн дә эшләнә.
ВИЧ-инфекция – кешенең иммун дефициты вирусын тыуҙырған сир. Ул ваҡыт уҙыу менән организмдың башҡа ауырыуҙарға һәм инфекцияларға ҡаршы тороу һәләтен бөтөрөп, кешенең иммун системаһын зарарлай. СПИД – ВИЧ-инфекция үҫешенең һуңғы стадияһы.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ассоциацияһы статистикаһына ярашлы, планетала иммун дефициты вирусы менән зарарланған 42 миллион кеше йәшәй (2020 йылға ҡарата). Был һан көн һайын тағы ла 14-15 меңгә арта. ВИЧ-инфекциялыларҙың күбеһе – 30 йәшкә тиклемге йәштәр. 37 миллиондан ашыу ВИЧ-инфекциялы вафат булған.
Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһынан хәбәр итеүҙәренсә, 18 майға 77 кеше ВИЧ диагнозы менән диспансер иҫәптә тора, уларҙың 40-ы – ир-егеттәр, берәүһе – бала. Башлыса, был эшкә яраҡлы йәштәге кешеләр – 28-45 йәштәрҙәгеләр. Күпселек осраҡта инфекцияны енси юл менән йоҡторғандар.
Бөгөн пациентҡа ваҡытында шәхси терапия тәғәйенләнһә, ВИЧ-инфекцияһының үҫешен туҡтатырға мөмкин. Был осраҡта препаратты ҡабул итеүсе пациент тулы ҡанлы тормош менән йәшәй ала.
Дауалауҙың һөҙөмтәһе ауырыуҙың ни тиклем иртәрәк асыҡланыуына һәм ваҡытында терапия алыуға бәйле, тип билдәләйҙәр Оло Ыҡтамаҡ дауаханаһында.
Ауырыуҙы ваҡытында асыҡлау өсөн поликлиниканың 28-се кабинетына килергә һәм иммунофермент анализға ҡан тапшырырға кәрәк. Паспорт менән килеү мотлаҡ.

Автор: