Беҙҙең районда әүҙем ғаиләләр бик күп, уларҙың береһе – Оло Аҡа ауылынан Рафиҡовтар. Быйыл улар егерме биш йыл бергә ғүмер итеүҙәрен билдәләй. Анжелика менән Булатты ауылдаштары эшһөйәр, әүҙем ғаилә булараҡ белә. Ғаилә башлығы вахта ысулы менән эшләй, ҡатын иһә өйҙә хужалыҡты алып бара. Рафиҡовтар мал аҫрай, баҡсаһында төрлө йәшелсә-емеш үҫтерә.
Рафиҡовтар ике бала тәрбиәләп үҫтергән: әле фрилансер булып эшләгән ҡыҙҙары Юлиә дизайн проекттарын визуалләштереү менән шөғөлләнә, улдары Морат Урал федераль университетында уҡый. Балалары мәктәпте тик “бишле”билдәләренә генә тамамлаған. Ҡыҙҙары сәйләндән биҙәүестәр эшләү, бейеү менән мауыға, бейеү төркөмө менән сығыш яһай, ә улдары моделләштереү менән шөғөлләнә. Морат яңыраҡ Урал федераль университеты профессоры Юрий Бродов исемендәге премия лауреаты һәм I дәрәжә дипломға лайыҡ булды. Ул уҡытыу, ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлегендә юғары уңыштарға өлгәшкән, уҡыуҙан тыш эштә әүҙем ҡатнашҡан, инженер һөнәрендә үҙен күрһәтеүгә ынтылған студенттарға ярҙам итеү өсөн булдырылған.
Һүрәттә һулдан уңға: Анжелика, ҡыҙҙары Юлиә, кейәүҙәре Алексей, Булат, улдары Морат.
Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 19 майҙың 20-се һанында уҡығыҙ.