Мәсетле тормошо
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Беренсе булыу – өлгө булыу!

Пионерҙар ойошмаһының барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тулды. Өлкән быуын вәкилдәренең күбеһе үҙенең пионер бала сағын йылы хәтирәләр менән иҫкә ала. Уларҙың күбеһе ҡыҙыл галстук бәйләгән тулҡынландырғыс көндө һаман хәтерләй. “Пионер – бөтә балаларға ла өлгө!” ораны пионерҙарҙың ғорурлыҡ предметы булды.

Беренсе булыу – өлгө булыу!
Беренсе булыу – өлгө булыу!

Беҙҙең районда, тотош Башҡортостанда кеүек үк, 1990 йылдың 12 сентябренән СССР пионерияһына алмашҡа пионер ойошмаһы эшләп килә. Ул, элекке кеүек үк, балалар менән тәрбиәүи эш алып бара, уларҙа башланғыс кластарҙан Ватанға һөйөү, тирә-йүндәгеләр мәнфәғәте өсөн коллектив эштәрҙә ҡатнашырға әҙерлек тәрбиәләй. 4-се кластан уларҙы үҙәк майҙанда “Башҡортостан пионерҙары” республика балалар ойошмаһы составына ингән “Йәйғор” район балалар-йәмәғәт берләшмәһенә ҡабул итәләр. Уның сафында 200 меңдән ашыу өлкәндәр һәм балалар!
Район пионер берекмәһе составына Мәсетле районы мәктәптәре ҡарамағындағы 16 балалар берекмәһе инә. Улар тимурсылар эшен әүҙем алып бара, ололарға, хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам итә, һәйкәлдәрҙе төҙөкләндерә, экологик өмәләр, макулатура йыйыу, тарихи хәтерҙе һаҡлау, мәктәпкә изгелек эшләү кеүек төрлө республика һәм бөтә Рәсәй акцияларында ҡатнаша.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 19 майҙың  20е һанында уҡығыҙ.

Автор: