Мәсетле тормошо
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Был көн календарҙа
24 Март 2023, 14:00

Үҙеңде һәм яҡындарыңды ҡурсала

Бөгөн – Бөтә донъя туберкулезға ҡаршы көрәш көнө Рәсәйҙә туберкулез менән сирләү тиҫтә йылдар дауамында үҙгәрә килеп, 1991 йылда 100 мең кешегә 34 осраҡ булһа, 2000 йылда 100 мең кешегә 90-дан ашыу осраҡ тура килгән, һуңынан ул тағы ла яйлап кәмегән һәм 2021 йылда 100 мең кешегә 30,71-кә еткән, был уртаса йыллыҡ күрһәткестән (60,07) ике тапҡырға кәмерәк.

Үҙеңде һәм яҡындарыңды ҡурсала
Үҙеңде һәм яҡындарыңды ҡурсала

2022 йылда Башҡортостанда сир йоҡтороу 100 мең кешегә 35,93 осраҡ тәшкил иткән, 2021 йылда – 32,54, был уҙған йылғы күрһәткестән 9,1 процентҡа күберәк (2020 йылда – 37,4; 2019 йылда – 43,8). Дыуан, Балаҡатай, Ҡыйғы, Мәсетле һәм Салауат райондары биләмәһендә 2022 йылда туберкулез менән сирләү 100 мең кешегә – 36,3, ә 2021 йылда 32,53 тәшкил иткән. Төньяҡ-көнсығыш райондары биләмәләрендә әүҙем туберкулез менән ауырыу күрһәткестәре Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһына ҡарағанда юғарыраҡ.
Туберкулез – иң ныҡ таралған йоғошло сир. Туберкулездан яфаланыусы орган – үпкә, ул йышыраҡ зарарлана.
Күп йылдар уны “фәҡирҙәр ауырыуы” тип йөрөттөләр, хатта рус классиктары әҫәрҙәрендә лә был сир менән ярлы шәкерттәр һәм тотҡондар ғына сирләүе телгә алынған. Беҙҙең заманда кешеләр туберкулезды элеккесә аҙ тәьмин ителгәндәрҙең, наркомандарҙың, өйһөҙ урам буйында йөрөгәндәрҙең сире тип иҫәпләй. Әммә бөгөн туберкулез менән һәр ҡатлам кешеһе йәиһә бала ауырып китеүе ихтимал.
Инфекция таралыуының төп сығанағы – сирле кеше. Ул йүткергәндә, сөскөргәндә, һөйләшкәндә төкөрөк тамсылары 1,5 метрға тиклем оса. Ошондай сирленең 15 – 50 кешене зарарлауы ихтимал.
Айырыуса хәүеф төркөмөнә иммун системаһы көсһөҙ кешеләр, диабетиктар, ашҡаҙан сей яраһы менән ауырыусылар, яңыраҡ бала тапҡан ҡатындар, ВИЧ-инфекциялылар, гормональ терапия алған пациенттар, алкоголь һәм тәмәкене артыҡ ҡулланыусылар, шулай уҡ элекке тотҡондар инә.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 24 мартының  12е һанында уҡығыҙ.

Фото

Автор: