Был дата осраҡлы һайланмаған: яҙҙың тәүге көнө – яңы тормоштоң башы. Башҡорттар борон-борондан ғаилә йолаларын хөрмәт итә, етенсе быуынға тиклем нәҫелен белергә тырыша. Ғаилә ҡороу, ырыуҙы дауам итеү, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау – төп йәшәү мәғәнәһе. Был ҡиммәттәрҙе балаларында ла тәрбиәләгәндәр.
Аҙанғол ауылынан Хәкимовтар ғаиләһендә лә ғаилә ҡиммәттәренә ҙур иғтибар бүленә. Розалия Раил ҡыҙы һәм Фәдис Фәнис улы Хәкимовтарҙың биш балаһы бар. Был ғаиләлә үҙ-ара аңлашыу һәм һәр кемгә ихтирам хөкөм һөрә. Өлкән балалар кескәйҙәрҙе ҡарарға ярҙам итә. Улдары Адис – Яңы Мишәр мәктәбенең дүртенсе, ҡыҙҙары Азалия өсөнсө класында уҡый. Улар бөтә мәктәп сараларында ла әүҙем ҡатнаша, түңәрәктәргә йөрөй. Ҡыҙҙары Алһыу, улдары Ислам менән Радий “Умырзая” балалар баҡсаһына йөрөй. Ата-әсәләре уларҙа хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләй, намыҫлы, ғәҙел булырға өйрәтә. Балалар аралашыусан, дуҫ булыуҙары менән айырылып тора. Улар саңғы спорты менән әүҙем шөғөлләнә, спорт ярыштарында ҡатнаша. Розалия Хәкимова – изге күңелле һәм хәстәрлекле әсә. Тормош иптәше Фәдис Фәнис улы – ғаиләне ҡурсалаусы һәм таянысы – вахта ысулы менән эшләй.
Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 22 февралдә 8-се һанында уҡығыҙ.