Бөтә яңылыҡтар
Был көн календарҙа
15 Февраль 2023, 09:30

Үткәндәрҙә – Афғанстан юлдары

15 февралдә совет ғәскәрҙәрен Афғанстан еренән сығарыуға 34 йыл тула. Йыл һайын был көндө, ғәҙәттәгесә, Ватандан ситтә хеҙмәт бурысын үтәгән рәсәйҙәрҙе иҫкә алабыҙ. Был юлы беҙ афған ваҡиғаларында ҡатнашҡан үҙйөрөшлө-артиллерия ҡоролмаһы механик-водителе Флорид Камалов менән осраштыҡ.

Үткәндәрҙә – Афғанстан юлдары
Үткәндәрҙә – Афғанстан юлдары

Ул 1968 йылдың 1 авгусында Теләш ауылында тыуған. Теләш урта мәктәбен тамамлағандан һуң Дыуан районының Яраҫтау һөнәрселек училищеһына шоферға уҡырға инә. 1986 йылда СССР Ҡораллы Көстәре сафына алына. Батуми ҡалаһының уҡыу үҙәгендә үҙйөрөшлө-артиллерия ҡулайламаһы механик-водителенә уҡый. 1987 йылдың майында Флорид Фидиәт улы хеҙмәт иткән часть Афғанстанға, Кундуз провинцияһына ебәрелә. Уларҙың полкы 1988 йылдың авгусына тиклем Афғанстандың Джелалабад ҡалаһы яғынан сыҡҡан совет ғәскәрҙәренең хәүефһеҙлеген тәьмин итә. Үҙйөрөшлө артиллерия ҡулайламаһы экипажы сығып барған ғәскәрҙәр флангына тәүлек әйләнәһенә патруллек итә.
– Беҙҙең полк тыуған илгә тулы составта әйләнеп ҡайтты, сөнки беҙҙә яҡшы саперҙар бар ине. Улар һәр ваҡыт алда барыһын да тикшереп барҙы,
– тип һөйләй Флорид Фидиәт улы. – Лагерыбыҙ ҡышлаҡтан (ауылдан) дүрт саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан ине. Шуға күрә урындағы балалар, беҙгә йыш ҡына килеп, ризыҡ йә әйбер һорай торғайны. Беҙ уларға аҙығыбыҙҙы бирә инек. Башлыса егеттәребеҙҙе һаҡлауҙы алыҫтағы тауҙарҙан тороп тәьмин иттек. Беҙҙе дошмандар (афған мөжәһиттәре) тапмаһын өсөн урынды үҙгәртеп торорға кәрәк ине. Бер мәл беҙ ут аҫтына эләктек һәм мин контузия алдым.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 10 февралдә 6ы һанында уҡығыҙ.

Автор: