Ә бына Чернобыль атом электр станцияһындағы һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан ветерандар икенсе көндө лә онотмай. Шартлаған реактор унда ҡатнашҡан йөҙәр мең һалдаттың тырышлығы менән ябыла – тирә-яҡ мөхитте радиациянан һаҡлау өсөн ни бары 5 ай ярым эсендә техник әҙәбиәттә “ЧАЭС-тың 4-се блогын йәшереү” тип аталған ҡоролма төҙөлә. 1986 йылдың 30 ноябрендә дәүләт комиссияһы халыҡта “Саркофаг” тип йөрөтөлгән объектты файҙаланыуға ҡабул итә.
30 ноябрҙә Оло Ыҡтамаҡ ауылының Еңеү паркында Чернобыль һәләкәте эҙемтәһендә һәләк булғандар иҫтәлегенә ҡуйылған таш эргәһендә ошо ваҡиға айҡанлы венок һәм сәскәләр һалыу сараһы уҙҙы, унда авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан мәсетлеләр, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Альберт Сәғҙәтов, Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе башлығы Альберт Ғилметдинов ҡатнашты.
Альберт Сәғҙәтов Сергей Нонешневҡа кешелекте радиация таралыуҙан һаҡлауҙағы ҡыйыу-лығы өсөн Мәсетле районы хакимиәтенең Рәхмәт хатын тапшырҙы.
Айһылыу ҒӘЛӘМШИНА.