Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Был көн календарҙа
3 Декабрь 2022, 09:00

Һәр кем өсөн тормош йәмле булһын

3 декабрь – Халыҡ-ара инвалидтар көнө 1992 йылдан башлап йыл һайын 3 декабрҙә бөтә донъяла Халыҡ-ара инвалидтар көнө билдәләнә. Был дата – әүҙем тормош алып барырға ынтылған, рух ныҡлығы һәм сыҙамлылыҡ өлгөһө булып торған кешеләргә хөрмәт күрһәтеү һәм рәхмәт белдереү өсөн мөмкинлек.

Һәр кем өсөн тормош йәмле булһын
Һәр кем өсөн тормош йәмле булһын

Был категория граждандарына ҡарата сәйәсәт күп йылдар дауамында үҙгәрә бара: инвалидтарҙы тейешле учреждениеларҙа ғәҙәти ҡарауҙан тыш хәҙер инвалид балаларҙың белем алыуына, өлкәнәйгән осорҙа инвалид булып ҡалған кешеләрҙе реабилитациялауға ҙур иғтибар бүленә. Инвалидтар, уларҙың ғаиләләре һәм уларға ярҙам итеүселәр өсөн инвалидтарҙың йәшәү шарттарын яҡшыртыу яҡлы ойошмалар булдырылды.

Фото архивтан.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2022 йылдың 2 декабрҙә 48е һанында уҡығыҙ.

Автор: