Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Был көн календарҙа
27 Ноябрь 2022, 09:00

Әсәйҙәр – йәшәү йәме

27 ноябрь – Әсәйҙәр көнө

Әсәйҙәр – йәшәү йәме
Әсәйҙәр – йәшәү йәме

Мин – әсә
Упҡындарға аумай ҡылдан атлап барам,
Йәшәүемдең мәғәнәһе бит ул – балам.
Ул бит уты, ул бит ҡото тормошомдоң,
Яҡтылығы нурҙар бөркөр булмышымдың.
Күҙҙәремдә – күңеленең сағылышы,
Йөрәгемә үрелгәндәй бар яҙмышы.
Ул булғанға мин тәүәккәл, арта көсөм.
Һөйөүемдән йәйғор төҫлө балҡый хисем.
Гөлдәй янып был донъяға ал нур сәсәм:
Бала баҡҡан мин бәхетле ғорур әсә.
Гөлсирә ШАФИҠОВА.

Фото

Автор:Лариса Михалькова