Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Был көн календарҙа
8 Сентябрь 2022, 16:10

Район бюджеты – ышаныслы ҡулдарҙа

2022 йылдың 8 сентябрендә Рәсәйҙең иҡтисад системаһына 220 йыл тулды. Рәсәйҙә ошондай уҡ оҙайлы тарихлы бер ведомство ла табылмаҫ, моғайын.

Район бюджеты – ышаныслы ҡулдарҙа
Район бюджеты – ышаныслы ҡулдарҙа

Иҡтисад (казначейство) эше IX быуат дауамында уҡ барлыҡҡа килгән. Ә 1802 йылдың 8 сентябрендә император Александр I Рәсәй империяһының Иҡтисад министрлығын раҫлау тураһында манифестҡа ҡул ҡуя. Тап был дата илебеҙҙә ошо система булдырыуҙың башланғыс нөктәһе булып иҫәпләнә. 2011 йылдан алып 8 сентябрь бөтә иҡтисадсыларҙың рәсми һөнәри байрамына әйләнде.
Һәр байрам йәиһә тантаналы сара, бина, социаль объект, юлдар төҙөү, учреждение, ойошма, предприятиелар эшмәкәрлеге – уларҙы үҫтереү өҫтөндә эшләгән кешеләр барлығын күптәр күҙ алдына ла килтермәйҙер. Беҙҙең муниципалитет хакимиәтенең иҡтисад идаралығы Мәсетле районының бөтә иҡтисад системаһының йөрәге булып тора.

Бер аҙ тарих
Башҡортостан тарихында төрлө йылдарҙа район иҡтисад бүлектәренең функциялары үҙгәрә. 1930 йылда Дыуан-Мәсетле район финанс бүлеге ойошторола, һуңынан ул 1941 йылдың 4 мартынан РСФСР Юғары Советы Президиумы ҡарары менән Мәсетлегә үҙгәртелә. 1997 йылда БР Президенты указы нигеҙендә райондарҙың иҡтисад бүлектәре – идаралыҡ, 2006 йылдың 1 ғинуарынан – муниципаль район биләмәләрендә БР Иҡтисад министрлығының территориаль иҡтисад идаралығы, 2012 йылдың 1 ғинуарынан район хакимиәтенең иҡтисад идаралығына үҙгәртелде.

Иң мөһиме – кадрҙар
Бөгөн Мәсетле районы хакимиәтенең иҡтисад идаралығында 11 кеше эшләй. Уларҙың һәр береһе, һис шикһеҙ, айырым иғтибарға лайыҡ. Ысын команда тупланғанда, осраҡлы кешеләр булмағанда, тап берҙәм коллектив тураһында әйтергә мөмкин. Үҙ эшенең оҫталары, иҡтисад яғынан мәғлүмәтле, намыҫлы эшләгән белгестәр – былар барыһы ла иҡтисад идаралығы хеҙмәткәрҙәре.
Әлбиттә, һәр коллектив етәксенән башлана. 23 йылдан ашыу бында Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы Айҙар Әхмәтшин етәкселек итә.
– Иҫәп-хисап эше бик ҡатмарлы. Тейешле кимәлдә эшләү өсөн барыһын да белергә кәрәк. Ә барыһын да, билдәле булыуынса, белеү мөмкин түгел. Әммә быға ынтылырға кәрәк. Ғилем – тәү сиратта. Шул ваҡытта ғына эш дөрөҫлөгөнә ышаныс тыуасаҡ, – тип һөйләй ул. – Беҙҙең районда бөтә белгестәр ҙә яҡшы. Уларҙың һәр береһенә ҡатмарлы хеҙмәтте яуаплы башҡарғандары өсөн ихлас рәхмәтемде белдерәм.
Был үҙенең коллективы өсөн шатланған етәксе һүҙҙәре генә түгел. Эш һөҙөмтәләре үҙен раҫлай. Идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре төрлө кимәлдәге конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Әйтәйек, 2019, 2020 һәм 2022 йылдарҙа улар РФ Федерация Советы, Иҡтисадсылар союзы һәм “Бюджет” журналы уҙғарған номинациялар буйынса “Йәмәғәт иҡтисады менән идара итеү өлкәһендә Рәсәй-ҙең иң яҡшы муниципаль берәмеге” Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулай. 2020 йылда бюджетты тәҡдим итеү буйынса проекттарҙың төбәк конкурсында – беренсе, 2021-2022 йылдарҙа номинациялар буйынса 2-3 урындар ала. БР Финанс министрлығы үткәргән муниципаль финанстар менән идара итеү сифатын баһалау буйынса районға 2014, 2015, 2018 – 2021 йылдар йомғаҡтары буйынса идара итеү сифатының I дәрәжәһе бирелә, 2016 һәм 2017 йылдар йомғаҡтары буйынса – II дәрәжә (тейешле сифат). Бюджет мәғлүмәттәренең асыҡлыҡ кимәле буйынса 2019 йылда муниципалитет Баш-ҡортостан райондары һәм ҡалалары араһында – икенсе, 2020 һәм 2021 йыл йомғаҡтары буйынса беренсе урын алды.
Иҡтисад өлкәһендә һөҙөмтәле эшмәкәрлек алып барыу өсөн иң мөһим сифаттарҙың береһе – уның компетентлығы. Яҡшы иҡтисад хеҙмәткәре үҙ өлкәһендә белеме булыуҙан тыш, юриспруденция, статистика һәм башҡа мәсьәләләр буйынса ла мәғлүмәтле булырға тейеш. Бынан тыш, был һөнәр даими рәүештә үҙ аллы белем алыу һәм белемде камиллаштырыуҙы талап итә, сөнки бында ҡануниәт базаһын яҡшы белеүҙе талап иткән нескәлектәр бик күп.
“Яҡшы иҡтисадсы ниндәй сифаттарға эйә?” – тип ҡыҙыҡһындыҡ Айҙар Алкин улынан. Яуап ҡыҫҡа һәм теүәл булды: яуаплы, стресҡа бирешмәүсән, тәртипле. Был сифаттар финанс бүлеге етәксеһе өсөн өҫтөнлөклө икән, Мәсетле районының финанс хеҙмәткәрҙәре коллективында тап ошондай кешеләр эшләүенә бер шик тә юҡ.

Альбина ЗАРИПОВА.

Автор:Лариса Михалькова