Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Был көн календарҙа
18 Август 2022, 10:00

Ватан өсөн йән ҡыҙғанмай һинең улдарың, Урал, Шулар менән дошман ҡырҙы Шайморатов генерал

15 август – Башҡортостандың милли геройы, күренекле хәрби начальник, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған көнө.

Ватан өсөн йән ҡыҙғанмай һинең улдарың, Урал, Шулар менән дошман ҡырҙы Шайморатов генерал
Ватан өсөн йән ҡыҙғанмай һинең улдарың, Урал, Шулар менән дошман ҡырҙы Шайморатов генерал

Ул 1899 йылда Өфө губернаһының Өфө өйәҙе Биштәк ауылында (хәҙерге Ҡырмыҫҡалы районының Шайморат ауылында) тыуған. Ғаиләлә дүрт бала була. Шайморатовтар ярлы йәшәй: әсәһе Нәжибә йорт хужалығын алып бара, атаһы Минһажетдин бурлак булып эшләй. Балаларға тамаҡ хаҡына хәлле кешеләргә эшләргә тура килә.
14 йәшендә Миңлеғәле ҡалаға китә, Өфө пароходсылығында “Урал” пароходы матросы булып эшләй. 1919 йылдың июнендә, Өфөнө Колчак ғәскәрҙәренән азат иткәндән һуң, Ҡыҙыл Армия сафына инә. 270-се Белорет уҡсылар полкында, 1-се Айырым башҡорттатар кавалерия бригадаһында (Төркөстан фронты) һәм Буденныйҙың 1-се атлылар армияһында хеҙмәт итә. Петроград янында Юденич һәм Деникин ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыша, Польша фронтында була, Ростов һәм Ҡырымды азат итеүҙә ҡатнаша. Бер нисә тапҡыр ҡаты яралана. Взвод, кавалерия частары эскадроны, уҡыу йорто, ВЦИК исемендәге берләштерелгән хәрби мәктәбенең курс командиры итеп тәғәйенләнә.
1924 йылда Миңлеғәле Шайморатов ВКП(б) сафына инә. Башҡорттатар кавалерия мәктәбенең 9-сы кавалерия курстарын, Төньяҡ Кавказ хәрби округы ҡарамағындағы урта комсомол составының округ курстарын, М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби академияның әҙерлек курсын һәм махсус факультетын тамамлай.
Академияла уҡып бөткәс, Миңлеғәле Шайморатов Ҡыҙыл Армия Генераль штабының Разведка идаралығы бүлексәһе начальнигы ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнә. Шайморатов инглиз, ҡытай, татар, уйғыр һәм ҡаҙаҡ телдәрен яҡшы белә, донъяның ҡайһы бер илдәрендә СССР Хөкүмәтенең махсус бурыстарын башҡара. Төркиәлә – совет хәрби атташеһы, Ҡытайҙа – Гоминьдан хөкүмәте ҡарамағындағы хәрби комитет советнигы, хәрби атташе була. 1938 йылда Ҡыҙыл Байраҡ ордены һәм “РКК-ға 20 йыл” миҙалы менән наградлана.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда полковник Миңлеғәле Шайморатов – Ҡыҙыл Армия Генераль штабының разведка идаралығы бүлеге начальнигы ярҙамсыһы, 1-се Махсус кавалерия полкы Кремлде һаҡлау бүлеге командиры. Тиҙҙән ул генерал Л. М. Доватор корпусы составында фронтҡа оҙатыла. Волоколамск янындағы бәрелештәрҙә, Мәскәүҙе алыуҙа ҡатнашҡаны өсөн Шайморатов икенсе тапҡыр Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана.
1941 йылдың 25 декабрендә генерал Шайморатов Өфөгә килә, республика хеҙмәтсәндәре иҫәбенә ойошторолоп ятҡан 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһын ҡабул итеп ала һәм уның командиры вазифаһын башҡара. 1942 йылдың июленән Көньяҡ-Көнбайыш фронттың Брянск фронты составында һуғыша. 1942 йылдың 10 ноябрендә Шайморатовҡа генерал-майор званиеһы бирелә һәм бер үк ваҡытта 8-се кавалерия корпусы командиры урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.
1942 йылдың ноябрь-декабрендә дивизия Сталинград янында Паулюстың уратып алынған төркөмөн юҡ итеү буйынса көсөргәнешле һуғыш алып бара. Сиволобово янында хәл иткес алыш ваҡытында Миңлеғәле Шайморатов 313-сө полк эскадронын атакаға күтәрә һәм ҡуйылған бурысты үтәй. 1943 йылдың 5 ғинуарында 112-се Башҡорт атлы кавалерия дивизияһы Украинаның Донецк өлкәһендәге Чернышков станцияһын, Чернышковский һәм Морозовск ҡалаларын азат итеүҙә әүҙем ҡатнаша.
1943 йылдың февраль башында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 8-се кавалерия корпусы составында фронт линияһын өҙөргә, Донбасс дошман тылына үтеп инергә һәм Дебальцево – Ворошиловград тимер юлын киҫеп сығып, Ворошиловградты азат итеүҙә ҡатнашырға фарман ала. 12 февралдә был әһәмиәтле бурыс үтәлә.
1943 йылдың 14 февралендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы итеп үҙгәртелә. Ошо уңайҙан хәрби частарҙа митингылар, бүләкләү үтә. Генерал Шайморатов үҙе Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ була.
Тыл өлөштәренән тыш алышҡанда һуғыш припастары, аҙыҡ-түлек һәм фураж менән тәьмин итеүҙә ҡыйынлыҡтар кисергән корпус 18 февралдә ҡамауҙа ҡала. Ике дошман пехота дивизияһы ҡушылған урында ҡамауҙан сығырға тигән ҡарар ҡабул ителә. Ҡамауҙы өҙөү Башҡорт кавалерия дивизияһына йөкмәтелә.
1943 йылдың 23 февралендә, дошман тылындағы оҙайлы рейдтан һуң, фронт һыҙығы аша сыҡҡан ваҡыттағы тиңһеҙ һуғышта гвардия генерал-майоры М. М. Шайморатов Ворошиловград өлкәһе Ивановка районының Петровское һәм Штеровка утары янында батырҙарса һәләк була. Шаһиттар әйтеүенсә, хәл иткес минутта ул һалдаттарҙы: “Алға, Салауат вариҫтары”, – тип атында һөжүмгә әйҙәй.
Миңлеғәле Шайморатов тәрбиәләгән, 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы итеп үҙгәртелгән Башҡорт атлы дивизияһы яугирҙарының 78-е Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим ителә, биш кеше – Дан орденының тулы кавалеры. Ҡыҙыл Армияның бер берләшмәһендә лә бындай һанда геройҙар юҡ. Атлы дивизия Эльбаға тиклем барып етә, 8-се гвардия корпусының йыйылма отряды составында 1945 йылдың 24 июнендә Ҡыҙыл майҙанда Еңеү парадында үтә.
Генерал Шайморатов – Башҡортостандың ысын милли геройы. Композитор Заһир Исмәғилев Ҡадир Даян һүҙҙәренә "Шайморатов генерал" йырын ижад итте. Ҡырмыҫҡалы районындағы геройҙың тыуған ауылы уның исемен йөрөтә, Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалалары, шулай уҡ республиканың башҡа ҡалалары һәм ауылдары урамдарына данлы хәрбиҙең исеме бирелде, ауыл хужалығы предприятиелары аталды. 1964 йылда Шайморат ауылында батыр иҫтәлегенә скульптор Борис Фузеев эшләгән һәйкәл асылды, мәктәптә генералдың музейы эшләй. Шайморатов исеме кинофильмдарҙа, китаптарҙа, драматик әҫәрҙәрҙә сағылыш тапты.
Уны Украинала ла хәтерләйҙәр. Украинаның Луганск өлкәһе Петровский ҡалаһындағы бер урам һәм майҙанға Шайморатов исеме бирелгән. Чернухино ҡасабаһында ла бер урам батыр генералдың исемен йөрөтә.
2010 йылда Өфөнөң Еңеү паркында Шайморатов бюсы ҡуйылды.
2012 йылдың 21 ноябрендә Рәсәй Президентының 1561-се Указы менән Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығы Эске ғәскәрҙәренең 27-се Махсус тәғәйенләнеш отрядына М. М. Шайморатов исеме бирелде. Бөгөн Украинала махсус операцияла ҡатнашҡан ирекмәндәр отряды уның исеме менән атала.
Генерал Шайморатовҡа Герой исемен биреүҙе һорап Башҡортостан, Рәсәй төбәктәренән 600 мең самаһы кеше ил Башлығы Владимир Путинға мөрәжәғәт итте һәм уның 2020 йылдың 30 мартындағы Указы менән 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы осоронда немец-фашист илбаҫарҙары менән көрәштә күрһәткән ҡыйыулығы һәм батырлығы өсөн Миңлеғәле Шайморатовҡа үлгәндән һуң “Рәсәй Федерацияһы Геройы” тигән юғары исем бирелде.
Светлана СЕРГЕЕВА.

Автор:Лариса Михалькова