Бөтә яңылыҡтар
Был көн календарҙа
15 Август 2022, 15:15

Бал: тарихы, әһәмиәте һәм төрҙәре

Башҡортостан Республикаһы Умартасылары көнө алдынан ни өсөн башҡорт балы донъяла иң яҡшы һәм ҡиммәтле тип иҫәпләнеүе тураһында һөйләмәй булмай.

Бал: тарихы, әһәмиәте һәм төрҙәре
Бал: тарихы, әһәмиәте һәм төрҙәре

Башҡортостан Республикаһы Умартасылары көнө алдынан ни өсөн башҡорт балы донъяла иң яҡшы һәм ҡиммәтле тип иҫәпләнеүе тураһында һөйләмәй булмай.

Умартасылыҡ – борондан ҡалған кәсеп
Ғалимдар араһында “башҡорт” һүҙе ике һүҙҙән – “баш” һәм “ҡорт”тан (бал ҡортонан) яһалған тигән фараз бар. Улар быны халыҡтың элек-электән умартасылыҡ менән шөғөлләнгәнен килтереп дәлилләй. Бик күп тарихи эҙҙәр ошо фактты раҫлай. Мәҫәлән, 1902 йылда археологтар хәҙерге Бөрө районы территорияһында ҡаҙыған ваҡытта 1500 йыл элек күмелеп ҡалған табышҡа юлыға. Унда борон умартасыларҙың ҡырағай бал ҡорттарының тәбиғи балын йыйыу өсөн ҡулланған әйберҙәр була. Умартасылыҡтың боронғо кәсеп икәнен дәлилләгән һүрәттәрҙе мәмерйә диуарҙарында, тәү сиратта, умартасылыҡтың тыуған ере тип йөрөтөлгән хәҙерге Бөрйән районында табырға мөмкин.
Солоҡ ағастары быуындан-быуынға тапшырылған, уларға ырыу-ҡәбилә билдәләре – тамғалар ҡуйылған. XVIII быуаттың икенсе яртыһында Көньяҡ Урал халыҡтарының тәбиғәтен һәм көнкүрешен өйрәнеү менән шөғөлләнгән Рәсәй Фәндәр академияһының беренсе ағза-корреспонденты П. И. Рычков үҙенең хеҙмәттәрендә былай тип яҙған: “... бөтә ерҙә лә урман, унда бал ҡорттары бик күп”, “...умартасылыҡ кәсебендә улар-ҙы уҙып киткән бүтән милләт юҡтыр ул”.
Хәҙерге көндәрҙә Бөрйәндең тирә-яғында солоҡсолоҡ традицион формала һаҡланған. Ҡырағай ҡорттарҙың балын тәбиғи умарталарҙан – солоҡтарҙан (ҡырағай бал ҡорттары йәшәгән ағастағы ҡыуыш) йыялар. Башҡортостан – Ер йөҙөндә ағас ҡыуышында йәшәгән ҡырағай ҡорттарҙан йыйылған тәбиғи балы булған берҙән-бер урын.

Башҡорт бал ҡорто
Башҡорт балының үҙенсәлегенә ҡырағай бал ҡорто ла ҙур өлөш индерә. Ул ҡышҡа сыҙамлылығы, Европа сереге, нозематозға һәм башҡа сир-ҙәргә сыҙамлылығы, шулай уҡ ҡыҫҡа бал йыйыу осоронда юғары бал биреүсәнлеге (мәҫәлән, йүкәнән) менән айырылып тора.
Башҡа тоҡомдар һәм урта рус бал ҡорто популяциялары менән сағыштырғанда, башҡорт бал ҡорто уҫал: умарталар менән махсус кейем, селтәр башлыҡ һәм төтөнһөҙ эшләү мөмкин түгел. Улар Көньяҡ Уралдың ҡатмарлы шарттарына яраҡлашҡан, сыҙамлы заттар. Бында ҡышын һауа температураһы 50 градусҡа тиклем түбәнәйә, ә йәйен – оҙаҡҡа һуҙылған ямғырҙар яуа. Әммә был Башҡортостан умартасыларына, Рәсәйҙең башҡа төбәктәре менән сағыштырғанда, иң күп бал йыйырға ҡамасауламай.

Республикала бал сорттары
Башҡортостанда бал тәм биреү варианттарына бай. Дала, тау сорттары ла бар. Ҡорттар балды болон, урман сәскәләренән, төрлө үләндәрҙән йыя. Башҡорт балының иң популяр төрҙәре булып сәскә, ҡарабойҙай һәм йүкә балы иҫәпләнә.
Башҡорт сәскә балында витаминдар күп – бөтәһе 40-тан ашыу микроэлемент бар. Бындай бай состав бер нисә үҫемлектең: мәтрүшкә, әлморон, һары мәтрүшкә, шалфей, кейәү үләне (ҡанүлән), яҙғы умырзая һәм Альп астраһы һеркәһе ярҙамында килеп сыға. Ул нервы системаһын тынысландыра, кәйефте яҡшырта, йоҡоһоҙлоҡтан ҡотҡара, матдәләр алмашыныуын яҡшырта һәм иммунитетты күтәрә.
Йүкә балы бик файҙалы. Тап уның туҡлыҡлылыҡ үҙенсәлектәре арҡа-һында был сорт “Мир” орбита станцияһында космонавтарҙың көндәлек рационына индерелгән. Йүкә балы – элиталы сорттар иҫәбенә инә. Ул һал-ҡын тейгәндә сир менән бик яҡшы көрәшә, йөрәкте нығыта һәм аш һеңдереүҙе яйға һалырға ярҙам итә.
Ҡарабойҙай балы – ҡара төҫтәге сорт, тәме буйынса ул әсе шоколадты хәтерләтә. Ул тамаҡты бер аҙ ҡурып, ауыҙҙы бөрөштөрөүе менән айырылып тора. Гастрит, аҙ ҡанлылыҡ, тын юлдары ауырыуҙарын дауалау өсөн файҙалы. Организмдан радионуклидтар сығарырға һәм сәләмәт күҙәнәктәрҙе тергеҙергә ярҙам итә.

Яңы һарҡытылған бал иң күп файҙалы үҙенсәлектәргә эйә. Сәскә балын – йәй башында, йүкәһен – июлдә, ҡарабойҙайҙы август айында һарҡыталар.

Ысын балды ялғандан нисек айырырға
* Бал иретмәһенә йод тамыҙырға. Унда он йәиһә крахмал булғанда, ул күк төҫкә инә.
* Балға һеркә тамыҙырға кәрәк, продуктта аҡбур булған осраҡта, уға хас шыжлау барлыҡҡа килә.
* Киптергес ҡағыҙға бер аҙ бал тамыҙығыҙ. Әгәр биш минуттан ҡағыҙ үтәнән-үтә һыуланмаһа, продукт сифатлы буласаҡ.
* Балға төшөрөлгән икмәк йомшармаһа, был продуктта сироп юҡ тигәнде аңлата.
* Ялған балды уста ышҡығанда тығыҙ ҡатлам барлыҡҡа килә.
* Йылы һәм ҡуйы булмаған сәйҙә ирегән ысын бал эсемлеккә ҡара төҫ бирә, стакандың төбөнә лә ултырмай.
* Ҡалаҡтан балдың ағып төшөүен күҙәтегеҙ. Һуҙылып аҡҡан бал өйөлһә – ысын, ялған бал һуҙылмай, тиҙ ағып бөтөп, сәсрәй.
* Кристалға әйләнгән балды бармаҡтар менән бер аҙ ыуып ҡарағыҙ. Ысын продуктта бөртөктәр ирей.
* Сифатлы бал ауыҙҙы һәм тамаҡты еңелсә яндыра. Ялған бал – аҙ ғына кәнфит (карамель) тәмен ҡалдыра.

Автор:Лариса Михалькова