Бөтә яңылыҡтар

Һауа иңләй десантсы

Быйыл Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө 17-се тапҡыр билдәләнә. Ул 92 йыл элек барлыҡҡа килгән ғәскәрҙең тыуған көнөнә бағышланған. Тап 1930 йылда Воронеж эргәһендәге күнекмәләрҙә тәүге 12 десантсы парашютта ТБ-3 бомбардировщигынан һикергән. Ошо маневрҙан һуң эксперттар хәрби көстәрҙең ошондай төрөн булдырыу кәрәклеген аңлай.

Һауа иңләй десантсы
Һауа иңләй десантсы

Шунан алып һауа-десант ғәскәрҙәренең данлы тарихы үҫешеүен дауам итә. Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө – ул хәрби батырлығы, ҡаһарманлығы менән һәр ваҡыт тәрән һоҡланыу, ихтирам уятҡан элиталы ғәскәр, “ҡанатлы гвардия”, гвардия-десантсыларының зәңгәр береттарына хөрмәт күрһәтеү.
Беҙ байрам алдынан райондағы десант йәмғиәте вәкиле Ғүмәр Ғарипов менән аралаштыҡ.
Ғүмәр Айып ауылында тыуып үҫкән. 2011 йылдың майында хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Хәрби комиссариатта уҡ уға уның яҡшы физик әҙерлеге менән хәрби-десант ғәскәрҙәренә йәиһә хәрби-диңгеҙ флотына эләгеүен әйтәләр. Шулай килеп сыға ла: уны һәм тағы бер мәсетле егете – Тәлғәт Ғәйнановты – Өфөнән Ульяновск ҡалаһындағы айырым десант штурмлау бригадаһына ебәрәләр.
Тәүге өс айҙа уҡыу – йәш яугир курсы була. Был ваҡытта егеттәр күп шөғөлләнә, атырға, парашют йыйырға, парашют менән һикерергә өйрәнә.
– Башта беҙҙе парашют менән һикереүҙең теоретик нигеҙе, десантлау техникаһы менән таныштырҙылар, – тип һөйләй Ғүмәр. – Тәүге көндәрҙә бейеклектән ҡурҡҡан һәм һуңынан самолеттан һикерә алмағандар күсерелә. Уларҙы башҡа ғәскәрҙәргә ебәрәләр.
Тәүге тапҡыр парашют менән һикереү унда һүҙ менән аңлатып бирә алмаҫлыҡ хистәр тыуҙыра.
– Әлбиттә, ҡурҡтым, – тип бүлешә хәтирәләре менән денсантсы. – Әммә, АН-2 самолеты салонында һикерергә әҙер торған саҡта, был ҡурҡыу ҡайҙалыр юҡҡа сыға һәм һин өйрәткәнде генә эшләйһең. Командаларҙы аныҡ башҡарһаң, барыһы ла яҡшы буласаҡ!
Уҡыу июлгә тиклем дауам итә, ә сентябрҙә һалдаттар Әстраханға хәрби десантҡа оса. Күнекмәләр бер аҙна дауамында бара. Һикереү 800 метрлыҡ бейеклектән уҙа. Хеҙмәт итеү осоронда Ғүмәр Ғарипов парашют менән 121 тапҡыр һикерә.
Бынан тыш, алты тапҡыр яланға сығыу ойошторола, һалдаттар телендә – “баҫыу”ға сығыу. Бында хәрби әҙерлек буйынса практик күнекмәләр бара. Ул подразделениеларҙың күнекмәләрен һәм яйға һалынғанлығын тикшереү өсөн үткәрелә. Көнө буйы һалдаттар йүгерә, шыуыша, ҡаҙа, атыша, хәрби техника менән эшләй, тәүлек әйләнәһе дежур итә, йәнә ҡаҙа, яңынан йүгерә һәм башҡалар.
Ғүмәр туғандары менән хат аша аралаша. Аҙнаһына бер тапҡыр һалдаттарға кеҫә телефоны ярҙамында шылтыратырға рөхсәт ителә.
Хәрби рух, хеҙмәттәштәргә ярҙам итеү, сабырлыҡ уға тейешле ваҡыт эсендә лайыҡлы хеҙмәт итергә ярҙам итә.
Десантсы Ғүмәр 2012 йылда демобилизациялана. Шул ваҡыттан алып байтаҡ һыуҙар аҡҡан: хәҙер ул ҡатыны Регина һәм ете йәшлек ҡыҙы менән Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәй. Водитель булып вахта ысулы менән эшләй.
Һәр ир-егет кеүек үк, армия йылдары уның өсөн тормош мәктәбенә әйләнә, рух ныҡлығы, ҡаһарманлыҡ, үҙеңде, яҡындарыңды яҡлай белеү һәләтенә өйрәтә. Ул Ватаны алдындағы бурысын намыҫ менән үтәгән һәм хеҙмәттәштәре араһында ысын дуҫтар тапҡан. Улар менән әле лә бәйләнеш тота.
Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө – Ғариповтар ғаиләһендә иң мөһим байрамдарҙың береһе. Ғаилә башлығы был дата уңайынан районда йыл һайын үткәрелгән сараларҙа ҡатнаша.
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.

Автор:Лариса Михалькова