Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Латиповтар династияһы

28 майҙа ил сиге һағында торған ҡораллы хәрби подразделениелар Ил сиге һаҡсылары көнөн билдәләй. Был хөрмәткә лайыҡ байрам сик буйында хеҙмәт иткәндәр өсөн ғорурлыҡ булып тора.

Латиповтар династияһы
Латиповтар династияһы

Аҙанғол ауылында йәшәүселәрҙең тарихын өйрәнгәндә, Латип Кәримовтан башланған ырыуҙың Латиповтар династияһы тураһындағы материалға юлыҡтым. Бөгөн был ауылда ошо ырыуҙан Барый һәм Хәйҙәрйән Латиповтар ғаиләһе йәшәй.
Бөйөк Ватан һуғышында Латиповтарҙан Шакирйән (1898 йылғы), Бәһмән (1904 йылғы), Барый (1918 йылғы) һәм Ризуан (1925 йылғы) ҡатнашҡан. Һуғыштан Барый менән Ризуан ғына иҫән-һау ҡайтҡан.
Бөгөн һүҙ сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән, илебеҙ сигендә һаҡта тороп тыуған илен һаҡлаған кешеләр тураһында булыр.
Латипов Барый Латип улы крәҫтиән ғаиләһендә тыуып үҫкән. Башланғыс белемде күрше Тайыш мәктәбендә ала. Әүҙем үҫмер 1928 йылда ойошҡан, һуңынан Фрунзе исемендәге колхоз бригадаһы итеп үҙгәртелгән Ҡыҙыл Маяҡ исемендәге колхоз ағзаһы була (1930 йыл). 1935 йылда механизатор һөнәрен алғас, Мәсетле машина-трактор станцияһында (МТС) эшләй. Шул ваҡытта комсомолға алына.
Район хәрби комиссариаты архив документтары буйынса, Барый Латипов хәрби хеҙмәткә 1938 йылдың октябрь айында саҡырыла. Эске эштәр халыҡ комиссариатының (элек сик буйы ғәскәрҙәре Эске эштәр халыҡ комиссариаты ҡарамағында булды) Махачкала ҡалаһында торған 16-сы Кавказ полкында водитель булып хеҙмәт итә. 1940 йылдың май айында уны Польша менән Белоруссия сигендә торған Литва ССР-ы Таураш ҡалаһындағы 106-сы сик буйы отрядына күсерәләр.
Улы Ҡәүигә йыш ҡына хәрби хәрәкәттәр тураһында һөйләй. Бигерәк тә уның хәтерендә 1941 йылдың 22 июнендә механизацияланған колонна составында сик буйы ғәскәрҙәренең сер итеп һаҡланған документтарын эвакуациялау иҫтә ҡала. Хәрәкәт итеү барышында немец һалдаттары тәүҙә алдағы һәм арттағы машинаны бомбаға тота, аҙаҡтан бөтә колоннаны юҡ итә. Иҫән ҡалған водителдәр һәм колоннаны оҙатып барыусы офицер-ҙар сик буйы ғәскәренең башҡа частары менән, дошман һөжүмен тотҡарлап, Минск ҡалаһына сигенергә мәжбүр була.
1941 йылдың декабрендә Калинин фронты Эске эштәр халыҡ комиссариатының сәйәси бүлегендә барлыҡҡа килгән партия комиссияһы комсомол Латиповты КПСС ағзаһына кандидат итеп ала, ә 1942 йылдың март айында – партия ағзаһы. Был турала уның документтары раҫлай.
Артабан 1942 йылдың майынан Амур өлкәһенә ебәрелә һәм 1944 йылдың майынан 75-се сик һағы отрядының бүлек командиры булып хеҙмәт итә.
Аҙаҡтан 590-сы уҡсылар полкы составында Польша территорияһын һәм Германияның бер өлөшөн азат итеүҙә ҡатнаша. Һуғыш тамамланғандан һуң Барый, көнбайыш сигендә ҡалып, хеҙмәтен дауам итә. 1946 йылдың майында демобилизациялана һәм тыу-ған яғына өлкән сержант дәрәжәһендә ҡайта.
Барый Латипов Ватан һуғышы ордены, “Батырлыҡ өсөн”, “Варшаваны алған өсөн”, “1941-1945 йылдар-ҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн” миҙалдары менән наградланған, һуғыштан һуң – “Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн”, “Хеҙмәт ветераны” һәм юбилей миҙалдары менән.
Оҙаҡ йылдар тыуған колхозында водитель, комбайнсы булып хеҙмәт юлын дауам итә. Айып ауылынан ҡатыны Фатима менән Фазила исемле ҡыҙ, Ҡәүи, Мәҡсүт исемле улдар тәрбиәләп үҫтерәләр. Бөгөн уларҙың үҙ ғаиләләре бар.
Тормош ҡыҙыҡ, ҡайһы ваҡыт бер быуындың яҙмышы икенсеһендә ҡабатлана. Был ғаилә менән дә ошондай хәл була.
1972-1974 йылдарҙа Барый Латиповтың улы Ҡәүигә атаһы хеҙмәт иткән һәм һуғышта булған сик буйы ғәскәрендә, шул уҡ урында, шул уҡ сик буйында хеҙмәт итергә тура килә.
Ҡәүи Латипов, шулай уҡ водитель булараҡ, сик һаҡсыларын һәм йөк ташый. Сик һағын боҙоусыны тотҡан өсөн 1973 йылда Дәүләт хәүефһеҙлеге комитетының көнсығыш сик буйы отряды ғәскәр командующийы бойороғо менән II дәрәжә “Сик ғәскәрҙәре отличнигы” билдәһе менән наградлана, шулай уҡ хеҙмәте күп һанлы грамота һәм рәхмәт хаттары менән баһалана.
Ҡәүи хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң хаҡлы ялға сыҡҡансы яуаплы вазифаларҙа эшләй, Фрунзе исемендәге колхоз рәйесе урынбаҫары була. Ул колхоздың башҡа әүҙемдәре менән уның тарҡалыуын туҡтатыуға ирешә, бөгөн был хужалыҡ (яңы исеме – “Йондоҙ” яуаплылығы сикләнгән йәм-ғиәте) уның туғаны Юрис Латыпов етәкселегендә уңышлы эшләй һәм алдынғылар рәтендә килә.
Ил сиген һаҡлаусылар йолаһын дауам итеп, Мәҡсүт Латиповтың улы Азат илде һаҡлау менән бәйле көс структураларында хеҙмәт итә. Икенсе улы Айнур – Эске эштәр министрлығы системаһында. Мәҡсүттең ейәне Самир сик буйын һаҡлаусы булырға теләй. Теләк булһа, хыялдар тормошҡа аша.
Бына шундай сик буйы һаҡсылары династияһы йәшәй Аҙанғол ауылында.
Вәрис ВӘЛИЕВ,
Эске эштәр министрлығы
һәм хеҙмәт ветераны, отставкалағы милиция подполковнигы.

Латиповтар династияһы
Латиповтар династияһы
Автор:Лариса Михалькова