Мәсетле тормошо
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

15 май – Бөтә донъя СПИД ҡорбандарын иҫкә алыу көнө

Йыл һайын май айының өсөнсө йәкшәмбеһендә донъяның төрлө илдәрендә СПИД ҡорбандарын иҫкә алалар. Был – Халыҡ-ара СПИД ҡорбандарын иҫкә алыу, ВИЧ менән йәшәгән кешеләргә ярҙам итеү көнө.

15 май – Бөтә донъя СПИД ҡорбандарын иҫкә алыу көнө
15 май – Бөтә донъя СПИД ҡорбандарын иҫкә алыу көнө

Федераль СПИД-ҡа ҡаршы көрәш һәм профилактика ғилми-методика үҙәге статистикаһы мәғлүмәттәренә ярашлы, донъяла 37,9 миллион кеше ВИЧ менән йәшәй, 770 мең кеше СПИД менән бәйле сирҙәрҙән вафат булған.
ВИЧ – кешенең иммунодефициты вирусы, уны йоҡторған осраҡта организм төрлө инфекцияларға һәм шештәргә ҡаршы көрәшеү һәләтен юғалта. Ҡайһы саҡта сир үҙен һиҙҙерә башлағансы оҙаҡ ваҡыт, хатта тиҫтәләп йылдар үтә, һөҙөмтәлә был кешегә үлем менән янай.
Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһы табип-инфекционисы Анастасия Бәҙәмшина әйтеүе буйынса, 6 майға ҡарата районда был сир менән 80 пациент теркәлгән, шуларҙың икәүһе – бала. Диспансер иҫәптә 68 кеше тора.
2021 йылда диспансер күҙәтеүендә ВИЧ-инфекция йоҡторған 85 кеше, шул иҫәптән ике бала иҫәптә торған. Туғыҙ пациентта диагноз беренсе тапҡыр раҫланған. 2022 йылдың 1 ғинуарынан алып май айына тиклем арауыҡта туғыҙ пациент иҫәпкә ҡуйылған. 2021 йылда, райондан ситкә китеү сәбәпле, 14 кеше иҫәптән төшкән, 2022 йылда – ете пациент.
2021 йылда антиретровируслы препараттар (АРТ) ҡабул итеүҙән һәм диспансер күҙәтеүенән баш тартҡан бер кеше ВИЧ-инфекциянан вафат булған, 2022 йылда – өс кеше.
Вирустың төп йоғоу юлы – иҫерек килеш билдәһеҙ партнер менән осраҡлы енси бәйләнеш, енси партнерҙы йыш алмаштырыу.
Инфекция йоҡторған кеше антиретровируслы препарат ҡабул итмәгәндә 8-10 йыл йәшәй. Ә препарат ҡабул итеп, диспансерҙа даими күҙәтеү үткәндә, пациенттың ғүмере 35 һәм унан да күберәк йылға оҙая.
Сирле пациенттар федераль программаға ярашлы антиретровируслы препарат менән бушлай тәьмин ителә.
Шуны белеү мөһим, ВИЧ-статусыңды белеү икенсе кешегә иммунодефицит вирусын йоҡтороу хәүефен 70 процентҡа кәметә. Ә ВИЧ-ҡа тест үтеү – иң һөҙөмтәле профилактик сара.
Тикшерелеү өсөн район поликлиникаһының 28-се кабинетына мөрәжәғәт итеп, ВИЧ-ҡа иммунофермент анализына ҡан тапшырырға кәрәк. Сир ни тиклем иртә асыҡланып, дауалау процедураһы ваҡытында башланһа, һөҙөмтәһе лә яҡшыраҡ булыр.
Наталья РУСИНОВА.

Автор:Лариса Михалькова