Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Был көн календарҙа
30 Апрель 2022, 10:00

Яуаплы поста – ҡатын-ҡыҙ

Ҡатын-ҡыҙҙың ғаиләһен, яҡындарын һәм яратҡан кешеләрен иғтибарһыҙ ҡалдырмайынса, һәр һөнәрҙә үҙен яҡшы профессионал итеп күрһәтә алыуы бер кемгә лә сер түгел. Мәҫәлән, Әлфиә Ғимазиева ир-егеттәр менән бер рәттән 20 йылдан ашыу янғын иҫкәртеү инструкторы булып эшләй.

Яуаплы поста – ҡатын-ҡыҙ
Яуаплы поста – ҡатын-ҡыҙ

Ул Ҡорғат ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән. Мәктәпте Оло Ыҡтамаҡ ауылында тамамлай. Уҡыған ваҡытында уҡ спорт менән мауыға, еңел атлетика буйынса ярыштарҙа ҡатнаша.
Мәктәпте тамамлағас, тегенсегә уҡырға инә, әммә дөйөм ятаҡта урын булмау сәбәпле, өлкән апаһы янына Ҡазанға китә һәм шунда киномеханикка уҡып сыға. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Әлфиә Нәҡип ҡыҙы “Сосновый бор” шифаханаһы кинотеатрында башлай, һуңынан район кино селтәрендә эшләй.
Бер ваҡыт әхирәте Красноуфимск ҡалаһында автомобиль менән идара итеү курстарында уҡырға тәҡдим итә һәм шунда уҡ ыңғай яуап ала. “В” һәм “С” категориялы водитель таныҡлығы алған Әлфиә Ғимазиева колхоз-ара төҙөлөш ойошмаһында ГАЗ-53 водителе булып эшләй, һуңынан диспетчер вазифаһына күсә, автомеханик була.
Улы тыуғас, Мәсетле районында Бөтә Рәсәй ирекле янғын һүндереү йәмғиәте рәйесе булып эшләй башлай. Ә 1989 йылда 86-сы янғын һүндереү часында янғынға ҡаршы профилактика инструкторы булып урынлаша.
Уның бурысы – халыҡты янғын хәүефһеҙлеге сараларына һәм янғын осрағында эш итергә өйрәтеү, шулай уҡ объекттарҙа янғынға ҡаршы режим ҡағиҙәләрен үтәүгә тикшереү.
– Иҫкәртеүҙең төп сараларының береһе балалар менән эшләүгә ҡайтып ҡала, – ти Әлфиә Нәҡип ҡыҙы. – Сөнки хәүефһеҙ тормош алып барыу күнекмәләренә кесе йәштән үк өйрәнергә һәм был эште олораҡ йәштә лә туҡтатмаҫҡа кәрәк.
Эштең төрлө булыуы уға бик оҡшай: ул торлаҡ фонды буйынса рейдтарға йөрөй, мәктәп һәм балалар баҡсаларында янғынға ҡаршы әңгәмә, уйындар үткәрә, һыу менән тәьмин итеүҙе тикшерә, янғын часына экскурсия ойоштора һәм башҡа эштәр башҡара.
Хеҙмәт бурысына намыҫлы ҡарағаны һәм эшмәкәрлегендә өлгәшкән уңыштары өсөн почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнә, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының “Маршал Василий Чуйков” һәм “Совет янғын һағына 100 йыл” миҙалдарына эйә.
Әлфиә Ғимазиева 2011 йылда хаҡлы ялға сыға. Йәйгеһен урманда йөрөргә ярата, дарыу үләндәре йыя. Улын тәрбиәләп үҫтереп, үҙ аллы тормош юлына баҫырға ярҙам итә. Бөгөн улы ғаиләһе менән әсәһе янына ҡунаҡҡа йыш ҡайтып йөрөй.

Автор:Лариса Михалькова