Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Был көн календарҙа
30 Апрель 2022, 09:00

Бында осраҡлы кешеләр юҡ

30 апрель – Янғын һағы көнө Донъяла һөнәрҙәр күп, һәр ҡайһыһы үҙенсә кәрәкле һәм мөһим. Янғын һүндереүсе – һөнәр генә түгел, ул ваҡытында ярҙамға килеү, бәләгә тарыған кешене ҡыҙғаныу һәм ҡайғыһын уртаҡлаша белеү ҙә. Иртәгә Рәсәйҙең янғын һағы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй.

Бында осраҡлы кешеләр юҡ
Бында осраҡлы кешеләр юҡ

Мәсетле районы 86-сы янғын һүндереү бүлеге ҡотҡарыусылары теләһә ҡайһы ваҡытта янғын һүндереү, кеше ғүмерен һәм мөлкәтте ҡотҡарыу эшенә тотонорға әҙер. Штатта 31 кеше иҫәпләнә, өс махсуслаштырылған янғын һүндереү автомобиле, яңы авария-ҡотҡарыу инструменты – уларҙың төп ҡоралы.
– Хеҙмәттәштәребеҙ профессионализм, тәүәккәллек, ярҙамсыл, яуаплы һәм ҡыйыу булыуҙары менән айырылып тора, – ти 86-сы янғын һүндереү часы начальнигы урынбаҫары Салауат Ямалетдинов. – Әгәр кеше янғын һағында эшләй икән, тимәк, ул бындай хәүефле һөнәрҙе аңлы рәүештә һайлаған. Осраҡлы кешеләр бында тотҡарланмай.
Роберт Мирхәйҙәров ун йылдан ашыу ҡотҡарыусы булып эшләй. Ул Киев ҡалаһында тыуған. Өс йәшлек сағында, ғаиләһе тыуған төйәгенә – Оло Ыҡтамаҡ ауылына ҡайта. Мәктәптә география, физика һәм физкультура дәрестәрен бик ярата, футбол һәм волейбол буйынса ярыштарҙа әүҙем ҡатнаша.
1992 йылда Мәсәғүт училищеһына уҡырға инә. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Роберт Николаевич торлаҡ-коммуналь хужалыҡта балта оҫтаһы булып башлай. Артабан төрлө ойошмаларҙа шымартыусы, станоксы һәм балта оҫтаһы була.
2009 йылда уға янғын һүндереү-ҡотҡарыу часында янғын һүндереүсе эшен тәҡдим итәләр, ул риза була һәм ошо юлды һайлауына бер тапҡыр ҙа үкенмәй.
– Эшләгән коллективҡа тиҙ өйрәндем һәм әле лә үҙемдең дежур сменама ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәтлемен, – ти Роберт Мирхәйҙәров. – Тәжрибәле янғын һүндереүселәр бөтә эш серҙәренә өйрәтте, шуға миңә еңел булды.
Ул үҙен яуаплы, ҡыйыу һәм эшһөйәр хеҙмәткәр итеп күр-һәтә, оҙаҡламай уны ҡарауыл начальнигы вазифаһына күсерәләр һәм әле лә ошо вазифаһын башҡара.
Роберт Николаевичҡа ауыр ҡарарҙар ҡабул итергә тура килә: янғын һүндереүҙә ҡуйылған бурыстың үтәлеше, янғын һағы хеҙмәткәрҙәренең хәүефһеҙлеге өсөн яуап бирә, янғында кешеләрҙе, мөлкәтте ҡотҡарыу өсөн яуаплы. Ә ҡарарҙы шунда уҡ ҡабул итергә кәрәк.
Ҡыйыулыҡ, бер-береңә ярҙам итеү, сит кешеләр ҡайғыһын уртаҡлашыу – былар ут линияһында әҙер торған янғын часы хеҙмәткәрҙәренең бурысы.
Ни тиклем ауыр булмаһын, Роберт Николаевич һөнәренә тоғро ҡала.

Лариса РИЗВАНОВА

Автор:Лариса Михалькова