Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Был көн календарҙа
29 Апрель 2022, 10:05

Бейеү кәйефте күтәрә

Апрель һуңында бөтә донъяла Халыҡ-ара бейеү көнө билдәләнә. Байрам уңайынан Яңы Яуыш бейеү коллективы етәксеһе Лилиә Солтанова (һүрәттә – дүртенсе рәттә уңдан беренсе) менән осрашып һөйләштек.

Бейеү кәйефте күтәрә
Бейеү кәйефте күтәрә

Ул 1984 йылда Яңы Яуыш ауылында тыуған. Иҡтисадсы һөнәрен алған ҡыҙ хеҙмәт юлын “Айгөл” балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы булып башлай. Әммә әсәһенән килгән мәҙәниәткә һөйөү уны мәҙәни-ял эшмәкәрлеген ойоштороу йүнәлеше буйынса республика сәнғәт колледжына алып килә. Махсус белемле ҡыҙ Яңы Яуыш клубы директоры булып эшләгән әсәһе Сәмәрйә Йонос ҡыҙы менән бергә художество етәксеһе булып хеҙмәт юлын дауам итә.
Клубта бөгөн оло йәштәге алты инәйҙән торған фольклор коллективы эшләй, улар араһында Сәмәрйә Йонос ҡыҙы ла бар. Коллектив ағзалары онотолған башҡорт йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү өҫтөндә эшләй, район һәм урындағы кимәлдәге төрлө сараларҙа уңышлы сығыш яһай. Өлкән быуын араһында уҙған “Мин яратам һине, тормош” конкурсында бик уңышлы сығыш яһап, беренсе урын яулайҙар.
Шулай уҡ клубта “Һомай” ҡыҙҙар ансамбле, “Шоңҡар” балалар коллективы уңышлы эшләп килә.
– Нигеҙҙә, үҙебеҙ – мин һәм художество етәксеһе Гөлфирә Хәлилова ҡуйған халыҡ бейеүҙәрен башҡарабыҙ, – ти Лилиә Ильяс ҡыҙы. – Күптән түгел “Һомай” ансамбле “Бейе, Мәсетле ере!” район конкурсында ҡатнашып, беренсе урын яуланы. Һабантуй һәм район кимәлендә уҙған сараларҙан бер ҡасан да ситтә ҡалғаныбыҙ юҡ. Бейергә өйрәтеү – бер эш, ә бейеүҙе дөрөҫ ҡуйыу – бөтөнләй икенсе. Балаларға ҡарата эшемдә иң мөһиме – уларҙа бейеүгә һөйөү тәрбиәләү, уларҙы музыка тыңларға, уны ишетергә, көйгә тура килтереп хәрәкәт итергә, коллективта эшләргә өйрәтеү. Яуаплылыҡ, тәртипкә өйрәтеү ҙә мөһим фактор булып тора, сөнки бейеүҙә уларһыҙ булмай. Йыш ҡына оялсан йәиһә үтә лә тыйнаҡ бала бейеүҙә, сәхнәлә асылып китә. Балаларға яңы хәрәкәттәр өйрәнеү, бейеү оҡшай, әгәр ҙә инде яҡшы костюм, сәхнә, музыка булһа, былар барыһы ла балаларҙы ыңғай тулҡынға көйләй, рухландыра.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: бөтә костюм һәм күлдәктәр – бөтөн коллективтың ҡул эше һөҙөмтәһе. Оҫта Тәнзилә Мостафа ҡыҙы кейем һыҙмаһын үҙе эшләп киҫә, тегә һәм бөтә коллективты өйрәтә.
Шулай уҡ коллектив биҙәү-ҡулланма сәнғәте, кейеҙ баҫыу менән шөғөлләнә, балалар тамбурлы сигеү, ҡорама тегеү һәм муйынса эшләү серҙәрен үҙләштерә. Лилиә Ильяс ҡыҙы туҡыусылыҡ буйынса белем алған. Ҡул эштәренә өйрәтеүҙән тыш, уҡыусыларҙы үҙ халҡының мәҙәниәтенә, йолаларына ылыҡтыра, шулай уҡ шәхес тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүлә.
Лилиә Солтанова – киң күңелле, изге йөрәкле кеше. Ул ауылдаштары тураһында бик йылы һәм рәхмәт һүҙҙәре генә еткерә. “Бында һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер булған бик татыу һәм берҙәм халыҡ йәшәй”, – ти ул. Уларҙы өгөтләргә, үтенеп һорарға кәрәкмәй, ауылдаштары төрлө сараларҙа ҡатнашырға ҙур теләк менән ризалаша. Төрлө сараларҙы ойоштороуҙа ауыл хакимиәте, китапхана һәм мәктәп хеҙмәткәрҙәре лә әүҙем ярҙам күрһәтә.
Ләйсән АБЗАНОВА.

Автор:Лариса Михалькова