Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Был көн календарҙа
1 Апрель 2022, 09:40

Математикаға һөйөү – мәңгелек

1 апрель – Бөтә донъя математика көнө. Был дата бер календарҙа ла билдәләнмәгән, әммә ул үҙ тормошон теүәл фәндән башҡа күҙ алдына килтермәгән кешеләр өсөн бик мөһим.

Математикаға һөйөү – мәңгелек
Математикаға һөйөү – мәңгелек

Быйыл Түбәнге Бобин урта дөйөм белем биреү мәктәбенең математика уҡытыусылары “Йыл уҡытыусыһы-2022” конкурсында ҡатнашты һәм финалға сыҡты. “Профессиональ һәм ижади үҫеш” номинацияһында – Резида Хәбүтдинова (һүрәттә – һулда), “Оҫталыҡ һәм педагогик талант” номинацияһында Екатерина Ковина (уңда) район хакимиәте дипломдары менән бүләкләнде.
Теләш ауылынан Резида Рәхимйән ҡыҙының мәктәп йылдарынан уҡ иң яратҡан фәндәре математика, инглиз теле һәм биология була. Ул мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнаша, олимпиадаларҙа призлы урындар яулай.
Мәктәпте тамамлағандан һуң, Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡып, математика һәм информатика уҡытыусыһы һөнәрен ала. 2004 йылда Түбәнге Бобин мәктәбенә эшкә урынлаша һәм бөгөнгәсә шунда эшләй.
– Хәҙерге быуын балалары элеккеләрҙән айырыла, – тип һөйләй математика һәм информатика уҡытыусыһы Резида Хәбүтдинова. – Уҡыусылар менән уларҙың телендә һөйләшергә кәрәк.
Яңы технология һәм ҡорамалдар булыуға ҡарамаҫтан, уҡыусылар материалды яҙып алһа, яҡшыраҡ иҫтә ҡалдыра, тип иҫәпләй ул. Ун ете йыллыҡ педагогик эшмәкәрлек осоронда маҡсаттарына өлгәшкән, үҙ аллы әҙерләнгән һәм имтихандарҙа юғары балл алған уҡыусылары айырыуса хәтерендә ҡала. 2011 йылғы сығарылыш уҡыусыларын ғорурлыҡ менән иҫкә ала, тап улар менән ул үҙенең педагогик юлын башлаған.
Резида Рәхимйән ҡыҙы – тәжрибәле, белемле һәм талантлы, үҙ эшенә тоғро педагог. Ул матур күңел сифаттары менән айырылып тора: балаларға, һөнәренә һөйөү, ғәҙеллек, принципиаллек, коллегаларына һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер булыу.
Ул мәктәп һәм ауыл биләмәһе тормошонда әүҙем ҡатнаша, Кесе Ыҡтамаҡ ауыл Советы депутаты һәм информатика уҡытыусыларының район методик берекмәһе етәксеһе булып тора. Буш ваҡытында һүрәт төшөрөү, IT-технологияларҙы өйрәнеү менән мауыға.
2008 йылда мәктәптә яңы уҡытыусы – Екатерина Николаевна хеҙмәт юлын башлай. Ул Красноуфимск ҡалаһында тыуған. Ике йәшендә ғаиләһе Түбәнге Бобин ауылына күсеп килә. Ҡыҙ мәктәптә физика, математика кеүек фәндәр менән ҡыҙыҡһына, физика буйынса район олимпиадаларында призер була.
2004 йылда Красноуфимск педагогия колледжына уҡырға инә. Уны тамамлағас, математика фәнен уҡыта башлай. 2015 йылда Урал педагогия университетын тамамлай, ә 2016 йылда физика уҡытыусыһына һөнәри әҙерлек үтә. Хәҙер ул ике эште бергә алып бара – математика һәм физика уҡытыусыһы.
– Класты дисциплиналы итеп тотҡанда, уҡыусылар белемле буласаҡ, – ти Екатерина Ковина. – Балаларҙы үҙ фәнең менән ҡыҙыҡһындырыу, миҫалдарҙа был фәндең мөһимлеген аңлатыу зарур.
Уның үҙ-ара аңлашып эш иткән дәрестәрендә балалар тырышып уҡый, иптәштәренең уңыштарына ҡыуана, уңышһыҙлыҡтарына ҡайғыра, бер-береһенә ярҙам итергә өйрәнә. Иғтибарлы, ғәҙел, үҙ эшен яратҡан уҡытыусы балалар менән еңел уртаҡ тел таба, уның дәрестәре һәр саҡ ҡыҙыҡлы, уҡыу материалына бай.
Ике йыл элек ул тыуған төйәге – Кесе Ыҡтамаҡ ауылы тарихын өйрәнеү менән мауыға башлай. Хәләл ефете менән алты бала тәрбиәләйҙәр, уларҙың икәүһе ҡарауға алынған.
Резида Рәхимйән ҡыҙы һәм Екатерина Николаевна – юғары категориялы уҡытыусылар. “Ошондай татыу һәм берҙәм коллективта эшләү – ҙур ҡыуаныс, ә йәш быуын менән аралашҡанлыҡтан беҙ – үҙебеҙ ҙә йәш”, – ти улар.
Лариса РИЗВАНОВА.

Автор:Лариса Михалькова