Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Был көн календарҙа
24 Март 2022, 12:15

Туберкулездан һаҡланығыҙ

24 март – Бөтә донъя туберкулезға ҡаршы көрәш көнө. Ошо мәкерле сирҙең үҙенсәлектәре, уның барлыҡҡа килеү сәбәптәре һәм иҫкәртеү саралары тураһында Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһының табип-фтизиатры Юлиә Аҙнабаева һөйләй.

Туберкулездан һаҡланығыҙ
Туберкулездан һаҡланығыҙ

– Юлиә Әхмәт ҡыҙы, туберкулездан башлыса халыҡтың социаль имен булмаған ҡатламы яфалана, тигән фекер йәшәй. Был шулаймы?
– Был раҫлау дөрөҫ түгел. Туберкулез – грипп йәиһә киҫкен респиратор вирус инфекцияһы кеүек үк һауа аша йоға торған инфекция, уны дауалау ғына ауырыраҡ. Һәр заманда ла был сир менән ярлылар ҙа, хәлле кешеләр ҙә ауырыған.
Бөгөн урамда – егерме беренсе быуат. Күп кенә ауырыуҙар, мәҫәлән, чума йәиһә тиф, ваҡыт үтеү менән еңелде, ә бына туберкулезды әле һаман “ауыҙлыҡлай” алмайбыҙ. Ваҡыт үтеү менән вирус тирә-яҡ мөхиттең төрлө шарттарына ғына түгел, туберкулезға ҡаршы препараттарға ла яраҡлашты. Бөгөнгө көндә Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһының туберкулез кабинетында 63 райондашыбыҙ иҫәптә тора, уларҙың туғыҙы 2021 йылда ғына асыҡланған.
– Туберкулездан нисек һаҡла-нырға?
– Был сирҙән дауаланыу – үҙ теләгең буйынса башҡарылған эш. Кох таяҡсаһын йөрөтөүселәрҙең күбеһе, ауырыу тураһында белә тороп, дауаланмай, тыныс күңел менән беҙҙең эргәлә йөрөй һәм йүткергәндә инфекция тарата. Бының өсөн уларҙы яуаплылыҡҡа тарттырыу мөмкин түгел.
Мәҫәлән, сирҙе йөрөтөүсе урамда төкөрҙө йәиһә кеше күп йөрөгән урында йүткерҙе икән, миллиардлаған туберкулез таяҡсалары атмосфераға оса. Беҙ, бер ни белмәйенсә, инфекция сығанағы эргәһенән үтәбеҙ. Һәр кешенең иммунитеты төрлөсә. Организм көсһөҙ булһа, вирус һөжүм итә башлай.
Ауырыуҙан һаҡланыу өсөн иҫкәртеү сараларын үтәргә кәрәк. Ун биш йәштән өлкәндәр ике йылға бер тапҡыр күкрәк ситлеге флюорографияһын үтергә, балаларға иһә йылына бер тапҡыр Манту йәиһә диаскинтест эшләнергә тейеш. Манту пробаһы балаларҙа туберкулез менән зарарланыу барлығын билдәләргә мөмкинлек бирә. Бынан тыш, бала табыу йортонда уҡ сабыйға туберкулезға ҡаршы прививка яһала. Балаға 14 йәш тулғас, ҡабаттан прививка эшләнә.
Шулай уҡ ҡайһы бер ата-әсәләр интернетта яҙылған шикле мәҡәләләр уҡып, балаларына прививка эшләтмәй. Ләкин унан ҡурҡырға ярамай, вакцинаның микробактерия штамдары бик көсһөҙ. Улар тире аҫтына эләгеп, балала инфекцияға иммунитет булдыра. Әлбиттә, прививка баланың бер ҡасан да туберкулез менән сирләмәйәсәгенә гарантия бирмәй. Әммә, әгәр ошо хәл килеп сыҡһа, ауырыу еңел формала үтергә һәм өҙлөгөүгә килтермәҫкә тейеш.
Үкенескә күрә, балаларында табылған сиргә иғтибарһыҙ булған ата-әсәләр ҙә бар. Табип яҙған дарыуҙарҙы ҡабул итеүҙе контролдә тотмай, һөҙөмтәлә сир көсәйә башлай. Әгәр пациент дарыуҙы ҡабул итеү ваҡытын боҙһа, курсты яңынан башларға тура килә, был осраҡта дауалау ваҡыты ла оҙая.
– Ауырыуҙы ниндәй билдәләр буйынса белергә мөмкин?
– Туберкулездың мәкерлеге ошо сирҙең билдәһеҙ башланыуына ҡайтып ҡала. Аппетит юғалыу, хроник арыу, йоҡо баҫыу туберкулез билдәләре булып хеҙмәт итергә лә, башҡа сирҙәрҙе күрһәтергә лә мөмкин. Сир йоҡторған кеше шунда уҡ йүткерә башламай, температураһы ла күтәрелмәй.
Сир яйлап үҫешә – ауырыу башланғандан алып бер-ике йыл дауам итеүе мөмкин. Уның бер аҙға туҡтап тороуы ла ихтимал. Ә һуңынан, ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында, мәҫәлән, ныҡ һалҡын тейҙергәндә, ҡапыл үҙе тураһында һиҙҙереп, ҙур тиҙлек менән үҫешә башлай. Туберкулез үпкәнән тыш, башҡа ағзаларҙы ла, мәҫәлән, бөйөр, эсәкте зарарлай.
– Туберкулездың төп сәбәптәре нимәлә?
– Көсһөҙ иммунитет, экологик һәм социаль йәшәү шарттарының насар булыуы, дөрөҫ туҡланмау, стресс хәлдәре, тәмәке тартыу һәм эскелек – быларҙың барыһының да сирҙең барлыҡҡа килеүенә йоғонто яһауы ихтимал. Шулай уҡ диабет, ашҡаҙан сей яраһы, үпкә ауырыуҙарынан яфаланғандар хәүеф аҫтында ҡала.
Шуны иҫтә тоторға кәрәк: туберкулездан бер кем дә страховкаланмаған. Шуға күрә мотлаҡ флюорография үтегеҙ һәм балаларығыҙға прививка эшләтегеҙ. Иртә стадияларҙа туберкулезды дауалау ярайһы уҡ еңелерәк. Ваҡытында дауаланмағанда сир кешене инвалид итергә, үлемесле хәлгә лә килтерергә мөмкин.
Иммунитетығыҙҙы күтәрегеҙ – физкультура менән шөғөлләнегеҙ, сынығығыҙ, йәшелсә һәм емеш-еләк ашағыҙ, витаминдар эсегеҙ, стрестар-ҙан һаҡланығыҙ.
Наталья РУСИНОВА.

Автор:Лариса Михалькова