Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Был көн календарҙа
28 Февраль 2022, 11:40

“Һинең өсөн” сәскә студияһы

28 февраль – Флористика көнө 14 февралдә Оло Ыҡтамаҡ ауылында “Һинең өсөн” (“Для тебя”) сәскә студияһы асылыуға бер йыл тулды. Ошо бер йыл эсендә ул ике меңдән ашыу заказ үтәне.

“Һинең өсөн” сәскә студияһы
“Һинең өсөн” сәскә студияһы

Шәхси эшҡыуар Елена Ғәләүетдинованың студия булдырыу идеяһы күптән өлгөрә. Үҫемлек һәм уларҙы ҡарау буйынса белем дә етерлек кимәлдә туплана: Елена бала саҡтан сәскәләр ярата һәм уларҙы үҫтереү менән шөғөлләнә.
Тәүҙә ул заманса флористика, атап әйткәндә, бөгөнгө көндә ҙур һорау менән фай-ҙаланған йыйылма гөлләмә һәм кәрзиндәрҙә гөлләмәләр төҙөү ысулын һайлай. Бының өсөн башлыса оҙаҡ ваҡыт һаҡлана торған Эквадорҙан килтерелгән роза һәм Голландиянан килтерелгән сәскәләрҙе файҙалана.
Билдәле булыуынса, бер тантаналы сара ла бүләкһеҙ үтмәй, ә кәрзиндәге матур гөлләмә йәиһә көршәктәге тере сәскә менән ҡунаҡҡа барыу күңелле. Сәскәләр студияһында беҙ һәр саҡ клиенттарыбыҙға шатбыҙ. Бында гөлләмә йәиһә төрлө хаҡ категорияһындағы композиция һатып алырға мөмкин.
Тәҡдим ителгән сәскә, үҫемлектәр ассортименты төрлө-төрлө һәм даими тулыландырыла. Бер башлы һәм ҡыуаҡлы розалар, бер башлы һәм ҡыуаҡлы хризантемалар, премиум сифатлы альстромерия, гортензия, диантус, эустома, төрлө төҫтәге гербер, шулай уҡ гөлләмәләрҙе тулыландырған декоратив йәшел үҫентеләр бар. Бынан тыш, һауытҡа ултыртылған сәскәләр ҙә тәҡдим ителә. Әҙер гөлләмәләрҙең бөтә ассортиментына 5 процент ташлама ғәмәлдә.
Шулай уҡ студияла гелий менән тултырылған шарға, ә гөлләмәгә өҫтәп уға ярашлы тауарҙарға, топпер, йомшаҡ уйынсыҡ, открытка, аҡса өсөн конверт һәм башҡа бик күп нәмәләргә заказ бирергә мөмкин.
Эшлекле кейемдәге курьер һәм видеоҡотлау өҫтәмә хеҙмәттәре ҙур һорау менән фай-ҙалана. Видеоҡотлауға гөлләмә йыйыуҙан алып тапшырыуға тиклемге бөтә этаптар ҙа инә.
Студияла заказ буйынса гөлләмәне йыйғандарын көткән ваҡытта клиенттар бушлай “Американо” ҡәһүәһен эсә ала.
Тыуған көн, юбилей һәм башҡа сараларға заказдар алдан ҡабул ителә. Әле 8 Март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан гөлләмә алыуға яҙылыу башланған да инде.
“Һинең өсөн” сәскәләр студияһы Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Совет урамы, 23 адресы буйынса “Пятерочка” магазины бинаһында (“Вега” сауҙа үҙәге ҡаршыһында) урынлашҡан һәм көн һайын иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем эшләй. Башҡа ваҡытта телефон аша гөлләмәгә заказ бирергә мөмкин (көтөү ваҡыты – 10-15 минут). Бәйләнеш өсөн телефон: 8-905-357-77-83 (Ватсап, Вайбер), райондың һәр мөйөшөнә алып барыу мөмкинлеге бар.
Шулай уҡ https://www.instagram.com/cvet_ust/ һылтанмаһы буйынса Инстаграмда, https://vk.com/club 204296841 һылтанмаһы буйынса “Бәйләнештә” төркөмөндә заказ ҡалдырырға мөмкин.
Гәзиттә баҫылған ошо мәҡәләне ҡырҡып алып килгәндәрҙең барыһына ла бер ай дауамында 10 процент ташлама яһаласаҡ.
316028000164110 һанлы ОГРН.
Реклама хоҡуғында

“Һинең өсөн” сәскә студияһы
“Һинең өсөн” сәскә студияһы
Автор:Лариса Михалькова