Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Был көн календарҙа
28 Февраль 2022, 12:15

Байрам оҫтаханаһы мөғжизәләр тыуҙыра

8 Март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө яҡынлаша. Был көндө бөтә иғтибар, бар матур теләктәр ҡатын-ҡыҙҙарға арнала һәм, әлбиттә, бүләктәр тапшырыла.

Байрам оҫтаханаһы мөғжизәләр тыуҙыра
Байрам оҫтаханаһы мөғжизәләр тыуҙыра

Беҙҙең районда үҙ эштәре менән матурлыҡ һәм мөғжизәле кәйеф булдырған эшҡыуарҙар байтаҡ. Уларҙың ҡулында сәскәләр һәм япраҡтар ғәҙәттән тыш матур композицияға әйләнә, ә уларҙы шар, кәнфит йәиһә йомшаҡ уйынсыҡтар менән бергә тапшырғанда, ул тағы ла үҙенсәлеклерәк булып китә.
Оло Ыҡтамаҡ ауылында шәхси эшҡыуар Анна Окунцева булдырған “Be Happy” байрам оҫтаханаһы туғыҙ йыл дауамында үҙенең гөлләмәләре менән клиенттарын ҡыуандыра.
Анна заман менән бергә атлай, һәр ваҡыт үҫеш һәм эҙләнеүҙәр өҫтөндә. Флористика өлкәһендә үҙ эшенең оҫтаһы тип әйтергә була – уның ҡулдары меңләгән сәскә композицияһын булдырған. Өлгәшкән кимәлендә туҡтап ҡалырға йыйынмай – һәр ваҡыт яңы әйберҙәр өйрәнә, уларҙы эшендә ҡуллана.
Оҫтаханала һорау һәм миҙгелгә бәйле ҙур сәскәләр ассортименты тәҡдим ителә. Сәскәләр араһында берәр рауза, тармаҡлы рауза, хризантема, альстромерия, гипсофила, гортензия ҙур популярлыҡ менән файҙалана. Гөлләмәләргә хаҡтар ҡулай, шәхсән һәм заказсының теләгенә бәйле.
Сәскә композицияларын ҡап, кәрзин, йәшник һәм башҡа һауыттарҙа урынлаштырып биҙәргә мөмкин.
Яңыраҡ Анна яңы йүнәлеш – аэродизайн сәнғәтен үҙләштерҙе һәм эшендә уңышлы файҙалана башланы.
Аэродизайн – шар ҡулланып интерьер һәм экстерьерҙы заманса биҙәү.
Уның оҫтаханаһында 5-36 дюймдан алып төрлө ҙурлыҡтағы латекс шарҙар, һүрәтле һәм һүрәтһеҙ, йөрәк, йондоҙ, түңәрәк, һан формаһындағы фольгалы шарҙар, төрлө фигуралар һәм йәнһүрәт геройҙары тәҡдим ителгән.
Заказсы теләге буйынса, шарға теләгән тематикала һәм төҫтә төрлө наклейка йәбештерергә мөмкин. Был уға байрамса төҫ бирәсәк, тәғәйен һәм шәхсән итәсәк.
– Һуңғы ваҡытта донъяла гендер кисәләре ҙур популярлыҡ менән файҙалана, – ти Анна Александровна. – Гендер-пати – буласаҡ баланың енесен иғлан итеүгә арналған заманса кисә ул. Ошо маҡсатта мин шарҙар яһайым: гелий өрөлгән ҙур ҡара шарҙың эсенә алһыу йәки зәңгәр шарҙар һалам, кәнфит, ҡауырһын һәм башҡа мөмкин булған әйберҙәр тултырам.
Бынан тыш, сәскәләр феяһы CorelDRAW программаһында эскиз яһау менән шөғөлләнә оҫта. Заказ буйынса теләһә ниндәй сараның эскизын эшләй ала. Туйға саҡырыу өсөн макет әҙерләй.
Туй һәм юбилейҙар залында матур фотозона ойоштора, биҙәй.
Оҫтаханала кәнфит, сәскә йәиһә шарҙар менән татлы бүләк, ә балалар һәм йәш ҡыҙҙар өсөн шар эсендә йомшаҡ уйынсыҡ, шарҙар бәйләменә заказ бирергә мөмкин.
“Be Happy” байрам оҫтаханаһы Оло Ыҡтамаҡ ауылы, С. Юлаев урамы, 8 адресы буйынса урынлашҡан. Эш режимы дүшәмбе-шәмбе көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем, йәкшәмбе иртәнге 10-дан көндөҙгө 3-кә тиклем. Бәйләнеш өсөн телефон: 8-927-962-46-53. "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге төркөм: https://vk.com/club90822608. Заказ район территорияһында адрестар буйынса алып барыла.
312022007400026 һанлы ОГРН.
Реклама хоҡуғында

Автор:Лариса Михалькова