Мәсетле тормошо
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Был көн календарҙа
21 Февраль 2022, 12:15

Туған телем, һин – халҡымдың былбыл тауышы, Быуаттарҙан быуаттарға ҡанат ҡағышы.

21 февраль – Халыҡ-ара туған тел көнө Кеше тормошонда туған телде белеү ҙур әһәмиәткә эйә. Ул һәр халыҡтың мәҙәниәтен, менталитетын, йолаларын һәм тарихын һаҡлай. Донъяла 6 меңдән ашыу төр тел иҫәпләнә.

Туған телем, һин – халҡымдың былбыл тауышы,  Быуаттарҙан быуаттарға ҡанат ҡағышы.
Туған телем, һин – халҡымдың былбыл тауышы, Быуаттарҙан быуаттарға ҡанат ҡағышы.

Беҙҙең Мәсетле районы күп милләтле төбәк иҫәбенә инә. Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, бында төрлө милләт кешеләре йәшәй: башҡорт, татар, рус, сыуаш, мари, украин, әрмән, удмурт, мордва, белорус һәм башҡалар. Әммә, ҡыҙғанысҡа күрә, уларҙың ҡайһылары, үҙ тамырҙары булып та, туған телен телмәрҙә ҡулланмай.
Туған тел нимәне аңлата? Ошо темаға райондаштарыбыҙҙың фекерҙәрен белдек.

Зәлифә Ҡәләмова: “Мин дә, ирем дә милләтебеҙ буйынса – башҡорт. Башҡорт теле – беҙҙең туған тел. Был телде беҙ тыуғандан, ғүмеребеҙҙең тәүге көндәренән алып ишетәбеҙ. Үҙ-ара һәм балалар менән дә ошо телдә һөйләшәбеҙ. Шулай уҡ беҙҙең ата-әсәләр, туғандар башҡорт телендә аралашҡан һәм бөгөн дә аралаша.
Улдарыбыҙ мәктәптә ту-ған башҡорт телен, шулай уҡ башҡорт шағирҙары һәм яҙыусыларының тормошон, ижадын өйрәнә. Мәктәп программаһына “Туған тел” фәнен индереүҙәре бик яҡшы.
Үҙ-үҙен һәм тыуған илен хөрмәт иткән һәр граждан туған телен ҡәҙерләргә һәм һаҡларға тейеш, тип иҫәпләйем. Туған башҡорт телем менән ғорурланам!”.

Рәшит Хажиев: “Һәр кеше өсөн туған тел – ул әсә теле, тыуған көндән алып ошо телде аңлай һәм шул телдә һөйләшә. Телгә һөйөүҙе кесе йәштән тәрбиәләргә кәрәк, тип иҫәпләйем.
Беҙҙең ғаиләлә тел мәсьәләһе шулай хәл ителде: мин – башҡорт, ҡатыным – татар, әммә үҙ-ара һәм балалар менән рус телендә аралашабыҙ. Был беҙҙең ғәҙәткә инеп, төп тел булып ҡалды, сөнки хеҙмәттәштәребеҙ, дуҫтарыбыҙ, туғандарыбыҙ һәм таныштарыбыҙ рус телендә һөйләшә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, әлбиттә, беҙҙең туған телебеҙ – башҡорт һәм татар теле”.

Гөлназ Ҡадирова: “Тормош иптәшем менән икебеҙ ҙә – башҡорттар, һәм башҡорт телен туған телебеҙ тип иҫәпләйбеҙ. Өйҙә башҡортса һөйләшәбеҙ. Ҡыҙыбыҙ башҡорт телен камил белә. Туған телгә беҙ уны бәләкәйҙән өйрәттек: һөйләштек, йырҙар йырланыҡ, башҡорт артистарының концерттарына йөрөнөк. Минеңсә, һәр кеше туған телен белергә һәм балаларын туған телгә өйрәтергә, шулай уҡ үҙ халҡының тарихын, мәҙәниәтен өйрәнергә бурыслы. Һәр кеше үҫешергә тейеш. Ә телдәрҙе күберәк белгән һайын, кеше рухи яҡтан нығыраҡ байый бара”.

Екатерина Симонян: “Мин – әрмән. Туған телем дә – әрмән теле.
Әлбиттә, туған телде камил белмәйем – туғандарым һәм яҡындарым менән ябай һөйләшеү телендә аралашам. Минең өсөн туған тел – тамырҙарым, яҡындарым менән бәйләнеш, мине рухи яҡтан байытҡан һәм дәртләндергән мөхит һәм мәҙәниәт ул.
Рус теле – минең икенсе туған телем тип иҫәпләйем, сөнки ғүмеремдең күпселек өлөшөн Рәсәйҙә йәшәйем”.

Юлия Теплых: “Мин һәм ирем милләтебеҙ буйынса – рустар. Беҙҙең өсөн туған тел булып рус теле һанала. Был тел иң матуры һәм ҡабатланмаҫ. Ул аралашыу өсөн еңел.
Бөйөк рус теленә ҡыҙыҡһыныу миндә бала саҡтан йәшәй. Бәлки, тап шуғалыр ҙа мәктәптә яратҡан фән рус теле булды. Мәсетле районында төрлө милләт кешеләре йәшәй. Минең менән баш-ҡорт йәки татар телдәрендә һөйләшһәләр, быға һис ғәжәпләнмәйем, күп кенә һүҙҙәрҙе аңлайым хатта”.
Наталья РУСИНОВА.

Фото

Автор:Лариса Михалькова