Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Был көн календарҙа
21 Февраль 2022, 15:45

Радий Хәбиров республикала йәшәүселәрҙе Халыҡ-ара туған тел көнө менән ҡотланы

Тел һәм мәҙәни төрлөлөккә, күп теллелеккә булышлыҡ итеү өсөн йыл һайын 21 февралдә Халыҡ-ара туған тел көнө билдәләнә.

Радий Хәбиров республикала йәшәүселәрҙе Халыҡ-ара туған тел көнө менән ҡотланы
Радий Хәбиров республикала йәшәүселәрҙе Халыҡ-ара туған тел көнө менән ҡотланы

«Беҙ төрлө телдәрҙә һөйләшәбеҙ, һүҙҙәр төрлөсә яңғырай һәм гел генә бер үк һүҙҙәрҙе аңлатмай. Ләкин иң мөһиме —  беҙ бергә, бер-беребеҙҙе аңлайбыҙ һәм тыуған илебеҙҙе яратабыҙ. Туған тел көнө менән! Барығыҙға ла именлек һәм һаулыҡ!», — тип яҙҙы республика етәксеһе социаль селтәрҙә.

Автор:Лариса Михалькова