Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Был көн календарҙа
15 Февраль 2022, 12:30

Афған һуғышы мәңге хәтерҙә

Күпме әсәләрҙе зар илатҡан, атайҙарҙы ҡара ҡайғыға һалған, йәп-йәш кенә егеттәребеҙҙең ғүмерен өҙгән Афған һуғышы халыҡ хәтерендә йәшәй. Сит ерҙәрҙә яу яланы аша үтеп ҡайтҡан яҡташтарыбыҙ бөгөн инде олпат йәшкә инеп бара, ә күңелдәге яра әле һаман шул килеш….

Афған һуғышы мәңге хәтерҙә
Афған һуғышы мәңге хәтерҙә

Бөгөн һүҙебеҙ Афған һуғышын үткән Әләгәҙ ауылы егете Алик Миниязов тураһында. 1986 йылдың октябрендә ун һигеҙ йәшлек егетте Ҡырғыҙ Республикаһы Пржевальск ҡалаһының (хәҙер Ҡараҡол) алты айлыҡ сик буйы хәрби уҡыу бүлегенә ебәрәләр. Аҙаҡтан Афғанстандың сик буйы гарнизонында хеҙмәт итеп, 19 ай ҡулынан автоматын төшөрмәй.
Хеҙмәт иткән ваҡытта рядовой-пулеметсы Миниязов Тыуған илебеҙҙең көньяҡ сиктәрен һаҡлай, тәғәйенләнгән пунктҡа тиклем хәрби припастар, аҙыҡ-түлек менән колоннаны, шулай уҡ элемтә буйынса разведка төркөмөн оҙатып йөрөй.
“Мин – һуғыш тураһында хикәйәләрҙән генә уҡып белгән ябай совет малайы, алыҫ Афғанстанда хеҙмәт итергә тура килерен күҙ алдына ла килтерә алманым, – ти яугир. – Янымда яҡшы кешеләр хеҙмәт итте. Беҙҙең өсөн билдәһеҙ Афғанстан ере берҙәм булыуҙы һәм коллектив эш итеүҙе талап итә ине. Беҙ, өлкәндәрҙең кәңәштәренә ҡолаҡ һалып, устав буйынса йәшәнек. Һәр дөрөҫ булмаған аҙым беҙҙең өсөн ҡыҙғаныс тамамланыр ине.
Беҙ һаҡлаған секторҙа көсөргәнешле хәл хөкөм һөрҙө. Һәр ваҡыт хәрби әҙерлектә торҙоҡ, хатта ҡоралды ҡулдан ысҡындырмай йоҡланыҡ. Мөжәһиттәр йыш ҡына яҡындағы тау һәм тарлауыҡтарҙа автоколонналарҙы атты. Күрше гарнизонда һуғыш барҙы.
Хеҙмәт итеү осоронда дошман беҙҙең секторҙы бер тапҡыр ғына утҡа тотто. Әммә был да етерлек булды. Уны мәңге оноторлоҡ түгел.
Өй бик ныҡ һағындырҙы, ҡайтҡы килә ине. Туғандарыбыҙҙан айына бер тапҡыр вертолет менән килгән хат, посылкалар беҙҙең өсөн иң ҡыуаныслы ваҡиға булды”.
Афғанстан Республикаһында интернациональ бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм хәрби ҡаһарманлығы өсөн хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң Алик Рафиҡ улы иҫтәлекле юбилей миҙалдары менән наградлана.
Армия хеҙмәтенән һуң, Һатҡы ҡалаһына ата-әсәһе янына ҡайта. 1990 йылда Венера Йәнсура ҡыҙына өйләнә. Профессиональ эшмәкәрлеген электр ҡорамалдарын ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү буйынса электромонтер вазифаһында (был һөнәрҙе ул Һатҡы һөнәри-техник училищеһында армияға тиклем үк алған) Өфө ҡалаһы “Уралмосстрой” ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең 30-сы күпер төҙөү отрядында башлай, бөгөн Мәсетле газ хеҙмәтендә ошо уҡ бурысты башҡара.

Әйткәндәй,
1993 йылда ойошторолған Афғанстан ветерандары союзының Мәсетле бүлексәһендә бөгөн 40 кеше тора. Бөгөн уның рәйесе – Рәзил Әсбапов, шулай уҡ төрлө йылдарҙа Фәрит Ғиззәтуллин һәм Юрис Сәфиуллин ойошманың етәксеһе булды.
Ветерандар төньяҡ-көнсығыш райондарынан союздаштары үткәргән спорт сараларында әүҙем ҡатнаша. Оло Ыҡтамаҡ ауылында тыуып үҫкән яугир-афғансы Владимир Крючков финанс ярҙамы күрһәтә.
15 февралдә район музейында Яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнөнә арналған сара ойошторола, ә район Мәҙәниәт һарайында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларҙы тәбрикләү тантанаһы уҙасаҡ. Был көндө, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған яугир-интернационалистарҙы хөрмәтләп иҫкә алып, Оло Ыҡтамаҡ ауылы Еңеү паркындағы һәйкәлгә венок һалыу тантанаһы уҙасаҡ, бындай сара Оло Ҡыҙылбай, Ләмәҙтамаҡ һәм Йонос ауылдарында ла ойошторола.

Наталья РУСИНОВА.

Фото: ғаилә архивынан. 1988 йылдың декабре.

Автор:Лариса Михалькова