Бөтә яңылыҡтар
Был көн календарҙа
4 Февраль 2022, 10:25

4 февраль – Бөтә донъя яман шешкә ҡаршы көрәш көнө

Рәсәйҙә һәм бөтә донъяла онкология сирҙәре үлемдең төп сәбәптәре араһында икенсе урын биләй. Ир-егеттәр араһында – үпкә яман шеше, ҡатын-ҡыҙҙар араһында һөт биҙҙәре яман шеше киң таралған.

4 февраль – Бөтә донъя яман шешкә ҡаршы көрәш көнө
4 февраль – Бөтә донъя яман шешкә ҡаршы көрәш көнө

Мәсетле районында онкология сирҙәренең артыуына бәйле хәл тураһында Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһының табип-онкологы Элина Камалетдинова һөйләй:
– 2022 йылдың 1 ғинуарына ҡарата “яман шеш” диагнозы раҫланған 427 мәсетле иҫәптә тора. 2021 йылда бөтәһе 72 пациент иҫәпкә ҡуйылған, 15 пациентта сир асыҡланған, 37 кеше үлгән. Сирлеләрҙең йәше – 45-тән 70-кә тиклем.
Әгәр 2020 йылда яман шештең тупланыуы буйынса беренсе урынды – һөт биҙҙәренең яман шеше (8 осраҡ), икенсе – йыуан эсәктең төп бүлеге (һуҡыр эсәктең дауамы), үпкә (5), өсөнсө урынды тура эсәк шеше биләһә, 2021 йылда беренсе урында – үпкә (10), икенсе – тире һәм һөт биҙҙәре (6), өсөнсө – йыуан эсәктең төп бүлеге (4), дүртенселә – ашҡаҙан (3) һәм бишенсе урында простата сире тора.
2022 йылдың ғинуарында ғына дүрт осраҡ асыҡланған. Әлеге ваҡытта Республика клиник онкология диспансерында биш сирле тикшерелә. Улар араһында ҡан, һөт биҙҙәре һәм баш мейеһе онкология сире менән яфаланған пациенттар бар.
– Яман шеш сире менән ауырып китеү ихтималлығы һәр кемгә янай һәм өлкәнәйгән һайын был хәүефтең артыуы ихтимал, – ти Элина Наил ҡыҙы. – Кемдәрҙең туғандары араһында был сир күҙәтелгән, уларға бигерәк тә үҙ сәләмәтлектәренә иғтибарлы булырға кәрәк. Иң мөһим профилактик сараларҙың береһе – сәләмәт тормош рәүеше алып барыу һәм даими медицина күҙәтеүен уҙып тороу. Сирҙе асыҡлау өсөн халыҡты диспансеризациялау уҙғарыла, уның сиктәрендә маммография, компьютер томографияһы, эндоскопик тикшереү уҙғарыла. Мәҫәлән, 2021 йылда диспансеризация ваҡытында ҡалҡан биҙе, һөт биҙҙәре, бөйөр, тире һәм йыуан эсәктең төп бүлегендә яңы биш шеш осрағы асыҡланған.
Организмға эләккән вирусты юҡ итергә мөмкинселек биргән онкоген вирустарҙан һаҡлаған прививкаларҙан баш тартырға кәрәкмәй.
Ҡапыл кәүҙә ауырлығы түбәнәйеү, субфевриль температура булыу (оҙаҡ ваҡыт дауамында кәүҙә температураһының 37,1-38,0 градусҡаса күтәрелеүе), хәлһеҙлек, йоҡо баҫыу, тиҙ арыу, организмдың ағыулы матдәләр менән ағыуланыуы, ҡапыл эҫе булыу, тирләү, кәйеф төшөү, тиҙ ҡыҙып китеү кеүек тойғолар булғанда, кисекмәҫтән табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: ваҡытында асыҡланған яман шеш сирен дауаларға мөмкин.
Әгәр ҙә кешелә яман шеш сире асыҡланһа, тәүге йылда – өс, икенсе йылда алты ай һайын, өсөнсө һәм артабанғы йылдарҙа йылына бер тапҡыр тикшереү уҙып торорға кәрәк.
Сәләмәт тормош алып барығыҙ, сөнки физик әүҙемлек, туҡланыуҙа күберәк йәшелсә-емеш ҡулланыу, тейешенсә йоҡлау яман шеш сирҙәре үҫешенә юл ҡуймай, тот-ҡарлай. Яман ғәҙәттәрҙең (тәмәке тартыу, спиртлы эсемлектәр ҡулланыу) булмауы ла сәләмәт ҡалырға ярҙам итә.
Сәләмәт булығыҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Әйткәндәй,
ауыр эпидемиологик хәл менән бәйле һәм БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы бойороғо нигеҙендә, бөтә көстө кисектергеһеҙ ярҙам күрһәтеүгә нығыраҡ йүнәлтеү маҡсатында, пациенттарға диспансеризация үткәреү ваҡытлыса туҡтатыла. Был балиғ булмаған һәм етем балаларҙы диспансеризациялауға ла ҡағыла.
Ҡабул итеү эше тергеҙелеү тураһында хәбәр ителәсәк.

Наталья РУСИНОВА.

 

Фото

Автор:Лариса Михалькова