Бөтә яңылыҡтар
Был көн календарҙа
31 Ғинуар 2022, 09:45

Эшһеҙлек проблемаһы иғтибарһыҙ ҡалмай

28 ғинуарҙа, бөтә донъя Эшһеҙҙәр көнөн билдәләй. Был “күңел-һеҙ датаның” тарихы эшһеҙҙәрҙең хәленә иғтибарҙы арттырыу маҡсаты менән бәйле.

Эшһеҙлек проблемаһы иғтибарһыҙ ҡалмай
Эшһеҙлек проблемаһы иғтибарһыҙ ҡалмай

Беҙҙең районда ла пандемия эшһеҙлектең артыуына килтерҙе, ләкин хөкүмәттең ярҙам программалары һөҙөмтәһендә 2021 йылда хәл, унан алдағы йыл менән сағыштырғанда, яҡшырҙы.
Эшен юғалтҡан һәм дәүләт ярҙамына иҫәп тотҡан кеше, тәү сиратта, мәшғүллек хеҙмәтенә иҫәпкә баҫырға һәм эшһеҙ статусын алырға тейеш.
Мәшғүллек хеҙмәте белгестәренең эшмәкәрлеге кешегә эш эҙләүҙә ярҙам күрһәтеүгә генә түгел, ә һөнәри йүнәлеш биреү хеҙмәтен күрһәтеү, вакансиялар йәрминкәһен ойоштороу, уҡытыу һәм ҡайтанан уҡытыу (әгәр һөнәрең буйынса эш табып булмаһа) йәки түләүле йәмәғәт эштәренә йүнәлтеүгә ҡайтып ҡала.
Мәсетле районының халыҡ мәшғүллеге үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, 2022 йылдың 1 ғинуарына ҡарата райондың Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә 202 кеше иҫәптә торған, 2021 йылдың 1 ғинуарына 385 кеше эшһеҙ булған.
2021 йыл дауамында дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеүҙе һорап 1051 эшһеҙ граждан мөрәжәғәт иткән, улар араһынан 683 кеше ваҡытлыса һәм даими эшкә урынлаштырылған.
Оло Аҡа, Оло Ыҡтамаҡ, Ләмәҙтамаҡ, Яңы Мишәр ауыл Советтары административ-территориаль берәмектәрендә эш эҙләүҙә ҡыйынлыҡ кисергән 17 эшһеҙ граждан эшкә урынлаштырылған.
14-18 йәшлек үҫмерҙәрҙе ваҡытлыса эшкә урынлаштырыу өсөн райондың халыҡ мәшғүллеге үҙәге район предприятиелары менән туғыҙ килешеү төҙөгән. Үҫмерҙәрҙең күбеһе мәктәптә ваҡ ремонт эштәрен башҡарған, сәскәләр, йәшелсәләр ултыртҡан һәм мәктәп яны участкаларында эшләгән. Ҡайһы бер ауыл биләмәләрендә балиғ булмағандар биләмәләрҙе йыйыштырыу менән шөғөлләнгән.
Шәхси эшҡыуар Н. Н. Зырянова предприятиеһына “кондитер” һәм “бухгалтер” һөнәрҙәре буйынса стажировка үтеү өсөн профессиональ белем биреү учреждениеларын тамамлаған ике кеше һәм 18-ҙән 20 йәшкә тиклемге ике эшһеҙ урынлаштырылған.
81 кеше ауыл биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса йәмәғәт эштәренә ебәрелгән.
2021 йылда һөнәри йүнәлеш буйынса – 825, психологик ярҙам буйынса – 86, социаль яраҡлашыу буйынса 87 эшһеҙ гражданға хеҙмәт күрһәтелгән.
2021 йылда халыҡ мәшғүллеге үҙәге белгестәре 94 эшһеҙҙе “Электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсе”, “Ашнаҡсы”, “Һаҡсы”, “Быраулаусы ярҙамсыһы”, “1 С: предприятие”, “Сауҙа менән идара итеү”, “Персонал менән идара итеү”, “Бухгалтер”, “Парикмахер” кеүек райондың хеҙмәт баҙарында һорау менән файҙаланған һөнәрҙәр буйынса уҡытыуға ебәргән. Өс эшһеҙ белем биреү сертификаттары буйынса уҡыған.
3 йәшкә тиклемге баланы ҡарау буйынса хеҙмәт мөнәсәбәттәрендә торған өс ҡатын “Персонал менән идара итеү” һөнәре буйынса квалификация күтәреүгә йүнәлтелгән, берәүһе “Ашнаҡсы” һөнәрен алған.
Уҙған йылда алты эшһеҙ гражданға үҙ эшен асыуға субсидия бирелгән, шу-ларҙың алтауһы шәхси эшҡыуар булараҡ теркәлгән, бишәүһе “Бәләкәй бизнес менеджеры” программаһы буйынса уҡып сыҡҡан.
Вакантлы эш урындары йәрминкәһе үткәрелде, унда эш биреүселәр һәм эшһеҙ граждандар саҡырылды.
Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге “Инвалидтарҙы эшкә алыу өсөн эш урындарын квоталау тураһында”ғы законды тормошҡа ашырыу мәсьәләләре буйынса райондың эш биреүселәре менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға эшкә урынлашыуға ихтыяждарын асыҡлау маҡсатында уларға даими рәүештә мәғлүмәт бирелә, квоталы эш урындарына инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу өсөн махсуслаштырылған эш урындары вакансиялары йәрминкәләре ойошторола.
2021 йылдың 31 декабренә ҡарата эшкә урынлашыу, эш эҙләүҙә күрһәтелгән дәүләт хеҙмәтен алыу маҡсатында 31 сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кеше мөрәжәғәт иткән, уларҙың 17-һе “Эш эҙләүҙә ҡыйынлыҡ кисергән эшһеҙ граждандарҙы ваҡытлыса эшкә урынлаштырыуҙы ойоштороу” программаһы буйынса эшкә урынлаштырылған. Берәүгә – инвалидты стажировкалау программаһы, 15-енә – социаль яраҡлашыу, туғыҙына һөнәри йүнәлеш биреү буйынса хеҙмәт күрһәтелгән, алтауһы психологик ярҙам буйынса хеҙмәт алған, берәүһе махсус булдырылған эш урынына урынлаштырылған.
“Рәсәй Федерацияһында халыҡты эш менән тәьмин итеү тураһында”ғы РФ Законына ярашлы, уҙған йылда бер эшһеҙ кешегә мәшғүллек үҙәге тәҡдиме буйынса пенсия ваҡытынан алда тәғәйенләнгән.
Эшһеҙ граждандарға социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам алыу маҡсатында 2021 йылда 18 граждан эш эҙләү буйынса социаль контрактҡа ҡул ҡуйған, 11 кеше шәхси эшҡыуар булараҡ эш башлаған.
Надежда ГАЛАНОВА.

Автор:Лариса Михалькова