Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Был көн календарҙа
25 Ғинуар 2022, 11:25

Күңелле лә, яуаплы ла осор

25 ғинуарҙа Рәсәйҙә ғәҙәттәгесә ике байрамды – Татьяна көнөн һәм Рәсәй студенттары көнөн билдәләйҙәр. Студент йылдары – һәр кеше тормошонда иң һоҡланғыс, онотолмаҫлыҡ осор. Колледж һәм вуздарҙа уҡыған ваҡытта йәштәр һөнәрҙәренә нигеҙ һала, аҙ билдәле, әммә бик ҡыҙыҡлы материалдар менән таныша. Йәнә был – ғәжәйеп асыштар, бер ҡасан да ҡартаймаған дуҫлыҡ һәм мөхәббәт.

Күңелле лә, яуаплы ла осор
Күңелле лә, яуаплы ла осор

Йыл һайын районыбыҙҙың 60-тан ашыу сығарылыш уҡыусыһы студент була. Былтыр уларҙың 73 проценты (88 сығарылыш уҡыусыһының 64-е) артабан уҡырға инде. Бөгөнгө студент йылдары – ул һөнәри үрҙәргә тәүге баҫҡыс, үҙ-үҙеңде күрһәтеү, үҫеш һәм ижади уңыштар ваҡыты. Бөгөн Студенттар көнө уңайынан уларҙың ҡайһы берәүҙәре нисек йәшәүҙәре, ни өсөн ошо уҡыу йортон һайлауҙары, буш ваҡыттарында нимә менән шөғөлләнеүҙәре хаҡында һөйләне һәм буласаҡ сығарылыш уҡыусыларына кәңәштәрен еткерә.

Динар Ғиниәтуллин,
Төмән индустриаль университеты студенты:
– Төмәндә булғандан һуң, миңә бында бик оҡшаны – был тыныс һәм уңайлы ҡала. Ул ваҡытта мин унда бөтөнләй ҡалырға булдым. Төмәндә ниндәй вуздар барлығын ҡарай башланым. Төҙөлөш институтын ошо йүнәлештең һәр ваҡыт көнүҙәк булыуынан сығып һайланым, тимәк эш менән тәьмин ителәсәкмен. Хәҙер минең өсөн иң мөһиме – уҡыу, ә яҡшы уҡыу өсөн йыш ҡына үҙ аллы шөғөлләнергә кәрәк. Мәктәпте тамамлаусыларға мөмкин тиклем күберәк белем алырға тырышырға кәңәш итәм, иртәме-һуңмы улар мотлаҡ кәрәк буласаҡ, шулай уҡ спорт менән шөғөлләнегеҙ, сөнки спорт – ул беҙҙең һаулыҡ һәм физик үҫеш.

Елизавета Бәҙәмшина,
Ҡазан (Волга буйы) федераль университеты студенты:
– Университетты һайлағанда, мин уның иң яҡшы төбәк юғары уҡыу йорттарының береһе булыуын, дәүләттән күп кенә финанслау программаларында ҡатнашыуын, тиҙ үҫешеүсе төбәктә – Татарстанда урынлашыуын яҡшы аңлай инем. “Социология” йүнәлешен һайлауға алған белемем йоғонто яһаны: ижтимағи фәндәрҙе яҡшы беләм, шуға күрә уҡыу планы предметтары миңә аңлайышлы һәм ҡыҙыҡлы булған йүнәлеште һайланым. Шулай уҡ был өлкә белгестәре әлеге ваҡытта ҙур һорау менән файҙалана.
Миңә уҡыу оҡшай, сессия ярайһы уҡ еңел бирелә, мәктәп олимпиадаларына әҙерләнгәндә өйрәнгәндәрҙең күбеһе хәҙер төп фәндәргә инә.
Ҡазанға килгәс, иртән иркәләп уятҡан әсәйемдең, кистәрен уйнап, шаулап йөрөгән ҡустымдың, атайым менән һеңлемдең янымда булмауы тәүҙә ҡыйыныраҡ ине. Ваҡыт үтеү менән өйрәндем, яңы таныштар таптым һәм яңы йәшәү шарттарына еңел яраҡлаштым.
Уҡыуҙан буш ваҡытымда спорт залына йөрөйөм, китаптар уҡыйым, ҡайһы берҙә бергә уҡыған ҡыҙҙар менән йөрөп киләбеҙ. Ашарға әҙерләү һәм йыйыштырыу кеүек көнкүреш эштәрен бер кем дә ғәмәлдән сығармаған, был да ярайһы уҡ ваҡыт талап итә.
Буласаҡ сығарылыш синыфы уҡыусыларына үҙҙәре теләгән уҡыу йортона инергә кәңәш итәм. Кемдең нимә һөйләүенә, хәл итеүенә ҡарамаҫтан, хеҙмәт баҙарын үҙ аллы өйрәнергә мөмкин. Өйрәнмәһәгеҙ ҙә, үҙегеҙ өсөн ҡыҙыҡлы булған юғары уҡыу йортона һәм белгескә барығыҙ, ул саҡта уҡыуы ла ҡыҙыҡ булыр. Юғары уҡыу йортонда ла ҡул ҡаушырып ултырмаҫҡа, төрлө клубтарға йөрөргә кәрәк. Балдар кәрәк икән – эҙлә, хистойғолар һәм күңелле ял кәрәкһә – үҙең уйлап сығар йәки фекерҙәштәр тап.

Варвара Лешкова,
Һамар университеты студенты.
– Был юғары уҡыу йортон тамамлаусылар яғынан университет тураһын-да яҡшы фекер-ҙәр, икенсе төбәктәге икенсе ҡалаға күсеү мөмкинлеге булыу сәбәпле һайланым. Тәүҙә мин “Филология”ға уҡырға инергә теләгәйнем, әммә “Педагогик белем биреү”гә күберәк бюджет урындары булды. Асыҡланыуынса, был ике профилдең уҡыу программаһы бер нимәһе менән дә айырылмай, шуға күрә йүнәлештең икенсеһен һайлағаныма һис тә үкенмәйем.
Уҡыу миңә оҡшай. Бында бик күп ҡыҙыҡлы кешеләр менән таныштым. Әлбиттә, университетта уҡытыусылар бик талапсан, әммә был – яҡшы күренеш: улар беҙгә сифатлы белем бирә. Һамарҙан өйгә тиклемге аралар алыҫ булғанлыҡтан, ғаилә менән йыш аралашырға тура килмәй. Туғандарым менән даими шылтыратышып, яҙышып торабыҙ. Уҡыуҙан бушаған ваҡытымды йәштәштәрем менән генә түгел, ә яңы дуҫтарым менән дә уҙғарам. Мин “Лапа” йәштәр йәмәғәт хәрәкәтендә ҡатнашам. Беҙ эйәһеҙ хайуандар өсөн приюттарға ярҙам итәбеҙ, төрлө акциялар һәм фестивалдәр ойошторабыҙ.
Буласаҡ сығарылыш уҡыусыларына кәңәшем: рефераттар яҙығыҙ, һөйләргә өйрәнегеҙ, семинарҙарҙа яуап биреүҙән ҡурҡмағыҙ. Университет – ул мәктәп түгел, бында һеҙҙе хәстәрләп йөрөүсе булмаясаҡ.

Артем Йоносов,
“Военмех” Балтик дәүләт техник университеты студенты:
– Мин Санкт-Петербург ҡалаһында ракеталар һәм ракета-космос комплекстарын проектлау йүнәлешендә белем алам. Был юғары уҡыу йортон ошо өлкәлә иң яҡшы белгестәр әҙерләгән өсөн һайланым. Һөнәр һайлауға бала саҡтан инженер булырға хыялланыуым йоғонто яһаны. Миңә бында уҡыу оҡшай, ҡайһы берҙә ауыр ҙа булып китә, ләкин бер ҡасан да күңелһеҙ түгел. Әлбиттә, мин өйҙө һәм дуҫтарымды һағынам. Буш ваҡытымда китап уҡыйым. Сығарылыш уҡыусыларына буласаҡ һөнәрҙәрен һайлауға һәм БДИ-ға әҙерләнеүгә етди ҡарарға кәңәш итәм.
Лариса РИЗВАНОВА.

Күңелле лә, яуаплы ла осор
Күңелле лә, яуаплы ла осор
Күңелле лә, яуаплы ла осор
Күңелле лә, яуаплы ла осор
Автор:Лариса Михалькова