Мәсетле тормошо
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Был көн календарҙа
15 Ноябрь 2021, 16:30

Диабет тураһында нимә белергә

Йыл һайын 14 ноябрҙә Бөтә донъя диабетҡа ҡаршы көрәш көнө билдәләнә.

Диабет тураһында нимә белергә
Диабет тураһында нимә белергә

Шәкәр диабеты – ашҡаҙан аҫты биҙе гормоны – инсулиндың бөтөнләй йәки тейешле күләмдә бүленмәүенә һәм организмда углеводты, майҙы, аҡһымды үҙләштереү эшмәкәрлегенең эштән сығыуына бәйле эндокрин системаһы сире.
Бөгөн шәкәр диабетының ике төрөн билдәләйҙәр. Инсулинға бәйле төрө менән күпселек осраҡта 30 йәшкә тиклемге йәштәр яфалана.
Инсулинға бәйле булмағаны менән, ғәҙәттә, өлкәндәр сирләй. Уларҙың организмында инсулин бүленә, дөрөҫ тормош рәүеше алып барғанда, ҡанда шәкәрҙе тейешле кимәлдә тоторға мөмкин.
Шәкәр диабетының беренсе төр билдәләре ҡапыл килеп сыға. Төп билдәләре – һыу-һау, ашап туймау, күпләп бәүел бүленеп сығыуы, ябығыу һәм хәлһеҙлек, күреү һәләте түбәнәйә. Диабеттың икенсе төрө артыҡ тән ауырлығынан һәм аҙ хәрәкәт иткәнлектән килеп сыға. Шәкәр диабетының икенсе төрө оло йәштәгеләрҙә генә күҙәтелә ине, әммә бөгөн уның балаларҙа булыуы ла асыҡлана.
Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн был сир менән 545 кеше иҫәптә тора. Уларҙың күптәрендә – шәкәр диабетының икенсе төрө (508). Әммә һәр икенсе кеше үҙенең шәкәр диабетының икенсе төрө менән сирләгәнен белмәй. Был сир менән ауырыусылар һаны йылдан-йыл арта.
Диабетты ваҡытында дауаламағанда, артерияларҙағы ҡан йөрөшө боҙолоуы тромбозға, гангренаға килтереүе ихтимал. Тән тиреһе лә үҙгәрә, йәрәхәттәр оҙаҡ уңала, күреү һәләте кәмей, бөтөнләй һуҡырайыу ихтималлығы ла бар. Ҡаты диабет йыш ҡына бөйөрҙәрҙең, күҙҙәрҙең, артерияларҙың эшмәкәрлеге ҡатмарлашыуына килтерә һәм күп миҡдарҙа инсулин талап итә.
Диабет менән сирләгәндә физкультура менән әүҙем шөғөлләнергә һәм мотлаҡ артыҡ ауырлыҡтан ҡотолорға кәрәк. Шәкәр диабетын дауалау, иң тәүҙә, организмдағы сафтан сыҡҡан матдәләр алмашыныу процесын яйға һалыуға йүнәлтелергә тейеш. Диабет менән сирләгән кешегә диета тотоу мотлаҡ. Күпселек ауырыуҙар һимереүгә дусар, шуның өсөн дә калорияларҙы сикләү ҡамасауламаҫ.
Иң мөһиме – организмда ниндәй ҙә булһа тайпылыш һиҙелгәндә, мотлаҡ табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Үҙ белдегең менән дауаланып, был мәкерле сирҙе еңеп булмай. Диабетты дауалауҙа өс төп ысул бар: диета, шәкәр кимәлен кәметеү һәм инсулин терапиялары. Ҡандағы шәкәр-ҙе кәметеү өсөн махсус дарыуҙар ҡулланырға кәрәк.
Диабетты иҫкәртеү өсөн углевод алмашыныуын яйға һалырға, көндәлек туҡланыу рационына иғтибарҙы арттырырға кәңәш ителә. Был сир-ҙең билдәләре булмаһа ла, ҡандағы шәкәр кимәлен контролдә тотоу мотлаҡ. Шәкәр диабеты менән сирләп тә, тулы ҡанлы тормош менән йәшәргә була, бының өсөн сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға, диета тоторға, йышыраҡ дауаханаға мөрәжәғәт итергә һәм даими анализ бирергә кәрәк.
Сәләмәт булығыҙ, үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!

Автор:Наталья  Русинова