Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Был көн календарҙа
4 Ноябрь 2021, 10:10

Ғаилә ҡиммәттәрен хөрмәт итеп

Рәсәй – күп милләтле ил. Беҙ барыбыҙ ҙа – төрлө һәм ҡабатланмаҫ. Әммә барыбыҙҙы ла тыуған еребеҙгә һөйөү, илебеҙҙе уңышлыраҡ, көслөрәк, кешеләр тормошон яҡшыраҡ итеүгә ынтылыш берләштерә. Бер маҡсатҡа ирешеү өсөн уртаҡ фекергә килеп эшләргә һәм татыу йәшәргә кәрәк.

Ғаилә ҡиммәттәрен хөрмәт итеп
Ғаилә ҡиммәттәрен хөрмәт итеп

Мәсетле районында, оҙаҡ йылдар дауамында ғаилә берҙәмлеген һаҡлап, матур тормош көткән төрлө милләт кешеләренән торған ғаиләләр бар. 27 йыл бергә бәхетле ғүмер кисергән Зилә һәм Алексей Аранцевтарҙың ғаиләһе быға асыҡ миҫал. Ғаилә башлығы рус милләтенән, ә хужабикә – башҡорт.
Уларҙы Алексейҙың апаһы таныштыра. Йәштәр бер-берҙәрен оҡшата һәм ғаилә ҡора.
Зилә Шәрифулла ҡыҙы Йонос ауылында тыуған. Күп тә үтмәй, ғаилә Әләгәҙ ауылына күсеп китә. Ике һеңлеһе һәм бер ҡустыһы менән ҙур, татыу ғаиләлә үҫә ул.
Алексей Николаевич Октябрьск ауылында тыуған, Оло Ыҡтамаҡта үҫә, урындағы мәктәптә уҡый. Урта белем тураһында аттестат алғандан һуң, электрик һөнәрен үҙләштерә. Бөгөн ул һайлаған һөнәре буйынса электрик булып эшләп йөрөй.
– Ғаиләнең ниндәй милләт вәкилдәренән яралыуы мөһим түгел, – ти Зилә Аранцева. – Иң беренсе урында – бер-береңде аңлай белеү һәм хөрмәт итеү.
Аранцевтар ғаиләһе үҙҙәре төҙөгән ҙур һәм йәмле йортта бергә йыйылырға ярата, байрамдарҙы ҡаршылай, уртаҡ мауығыуҙарға ваҡыт бүлергә тырыша.
Ғаилә ике ҡыҙ һәм ике ул үҫтерә. Ҡыҙҙары Красноуфимск медицина училищеһын яҡшы билдәләргә генә тамамлай, һайлаған һөнәрҙәре буйынса эшкә урынлашып, хеҙмәт юлын башлай: Светлана – Екатеринбург ҡалаһында, Марина – Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы гимназияла.
Өлкән улдары Андрей үҙ ғаиләһе менән атай-әсәй йортонда йәшәй. Уның да ҡатыны башҡорт милләтенән. Аталы-уллы Аранцевтар бергә эшләй: сигнализация, камера һәм контроль системаһы ҡорамалдарын ҡуя. Кесе улдары Максим Оло Ыҡтамаҡ лицейының 6-сы класында уҡый.
– Һәр ваҡыт ҙур, ныҡлы һәм ышаныслы ғаилә тураһында хыялландым, – ти йорт хужабикәһе Зилә Шәрифулла ҡыҙы. – Был йәһәттән беҙ Алексей менән тап килгәнбеҙ: беҙҙең өсөн иң мөһиме – ғаилә именлеге. Иремдең хәстәрлеге миңә үҙ көсөмә ышаныс, тыныслыҡ өҫтәй. Тормош булғас, төрлө хәлдәр ҙә була: шатлыҡ-ҡайғылары, сетерекле мәсьәләләр ҙә. Ғаиләне тарҡатмай тот-ҡан берҙәмлек, аңлай белеү сифаттары ҙур әһәмиәткә эйә. Бер-беребеҙҙе яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ, ир – ҡатынды, ҡатын ирҙе нисек бар шулай ҡабул итә. Беҙҙең өсөн ғаилә ҡиммәттәре һәм ярашып йәшәү – иң мөһиме.
Атай-олатайҙарҙан килгән йолалар беҙҙең аша, үҫеп килгән балаларыбыҙға күсеп, өйҙә йылы, ышаныслы атмосфера булдырырға ярҙам иткән алмаштырғыһыҙ атрибут булып ҡала. Нәҡ ғаилә йолалары менән быуындар бәйләнешен, ваҡыт арауығын һиҙемләргә мөмкин. Ошо яҡшы ғәҙәттәр нигеҙендә ғаиләлә мөхәббәт, үҙ-ара аңлаша белеү һәм күңел йылыһы бар.

Автор:Лариса РИЗВАНОВА