Бөтә яңылыҡтар
Был көн календарҙа
31 Октябрь 2021, 11:50

Һәр клиентҡа иғтибарлылар

Артур Минниәхмәтовтың “Автозапчасти” магазинына автоһәүәҫкәрҙәрҙән юл өҙөлмәй. Магазин эргәһендә төрлө автомобилдәр теҙелеп ултыра. Һатып алыусыларҙы һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер торған алсаҡ, иғтибарлы һатыусылар ҡаршы ала.

Һәр клиентҡа иғтибарлылар
Һәр клиентҡа иғтибарлылар

Бында ҙур булмаған татыу коллектив эшләй. 15 йылдан ашыу хеҙмәт иткән Юлай Шәмсетдинов – үҙ эшенең оҫтаһы. Ул һатып алыусыларҙың барлыҡ һорауҙарына яуап бирергә әҙер. Бар тауар тураһында мәғлүмәтте ул хәтерендә тота, мотоцикл һәм велосипедтарҙы ремонтлау, хеҙмәтләндереү буйынса нескәлектәрҙе яҡшы белә. Ул бик белемле, күп бурыслы режимда эшләргә һәләтле.
Автомобилдәргә алмаш частар һатҡан белгестең эше үҙенсәлекле. Бындай магазинда, ғәҙәттә, бер нисә һатып алыусы була, уларҙың һәр ҡайһыһы ашыға, тиҙерәк яуап алырға теләй. Ваҡыт ҡәҙерен белгән кешеләргә магазиндың autoshop102.ru сайты аша заказ бирергә тәҡдим итәләр. Ундай һатып алыусылар менән Евгений Чистяков эшләй. Ул Америка һәм Япония машиналарына алмаш частарға заявкалар ҡабул итә, уларҙың булыу-булмауын электрон базанан ҡарай. Кәрәкле деталде, материалды, автомобилде таҙартыу сараларын һайларға ярҙам итә, бик булмаһа, алмашҡа икенсе варианттар күрһәтә.
Белемле һәм заман һулышын яҡшы тойған эшҡыуар Артур Минниәхмәтов алмаш частар алыу буйынса квалификациялы консультация, яҡшы кәңәш бирә. Ул ходовой өлөшөнөң, төп һәм икенсе төйөндәрҙең бар нескәлектәрен белә.
Автомобиль алмаш частары һатыу йүнәлешендә хеҙмәт эшмәкәрлеге күп белеүҙе һәм оҫталыҡ талап итә, һәм был махсуслашҡан магазин белгестәре ошо талаптарға тап килә.
Бөгөн магазин алмаш частар, майлау һәм ҡойоу материалдары баҙарында районда – иң эре сауҙа йорто, ә төньяҡ-көнсығышта иң эре магазиндарҙың береһе булып тора. Ул районда теләгән маркалағы автомобилгә тәгәрмәстәр алыу һәм заказ биреү мөмкинлеге булған берҙән-бер магазин. Бында һатып алыусы һәр ваҡыт иғтибарлы һәм белеп хеҙмәтләндереүгә, заказдарҙың тиҙ үтәлеренә, продукцияның юғары сифатына иҫәп тота ала.
“Автозапчасти” магазинында Рәсәйҙә сығарылған, сит ил автомобилдәренә, ауыл хужалығы техникаһына, автобустарға, махсус техникаға һәм йөк автомобилдәренә алмаш частарҙы ҡулайлы хаҡҡа алырға мөмкин. Үҙеңә кәрәкле кузов деталдәре, аккумуляторҙар, тәгәрмәстәр, майҙар, автохимияны нәҡ бында табырға була. Магазин каталогы оригиналь һәм юғары сифатлы аналог автомобиль тауарҙарының 25 меңдән ашыу позицияһын үҙ эсенә алған.
Һатыуҙа һеҙгә кәрәкле тауар булмаһа, уға заказ бирергә мөмкин. Уны ике-ете көн эсендә килтереп еткерәләр.
Эш режимы: дүшәмбенән алып шәмбегә тиклем 9.00 – 18.00 (тәнәфесһеҙ), йәкшәмбе – 9.00 – 14.00 (тәнәфесһеҙ).
Магазиндың адресы: Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Тыныслыҡ урамы, 26.
Тел. 8 (34770) 2-17-00.
Реклама хоҡуғында.
311022010200070 һанлы ОГРН.

Автор:Лариса РИЗВАНОВА