Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Был көн календарҙа
2 Август 2021, 10:35

Һауа иңләй десантсы

2 август – Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө Һауа-десант ғәскәрҙәренең тыуған көнө тип 1930 йылдың 2 авгусы иҫәпләнә. Ул саҡта Мәскәү хәрби округының Воронеж эргәһендәге Хәрби-һауа көстәре күнекмәләрендә хәрби летчиктар Леонид Минов һәм Яков Мошковский етәкселегендә 12 кешенән торған подразделение тәүге тапҡыр парашюттан һикерә. Эксперемент парашют-десант частарының дошманды һауанан тиҙ баҫыу мөмкинлектәренең ҙур булыуын күрһәтә.

Һауа иңләй десантсы
Һауа иңләй десантсы

Элиталы ғәскәрҙәргә алыныу һәм унда хеҙмәт итеү – буласаҡ һалдаттар өсөн әле лә ҙур хыял. Ҡәтғи талаптарға, әлбиттә, бөтәһе лә ярай алмай. Һауа-десант ғәскәрҙәрендә ҡасандыр хеҙмәт иткән ир-егеттәр был турала яҡшы белә.
– Ысын десантсы булыу өсөн күп нәмә белергә кәрәк – автоматик ҡоралдан атыуҙан башлап, ҡул һуғышы алымдары һәм парашюттан һикереүгә тиклем, – тип һөйләй Михаил Худяков.
Ул – Оло Ыҡтамаҡ ауылы егете. Өфө урман техникумын тамамлағандан һуң, хеҙмәткә алына. Өфө йыйылма пунктында хеҙмәткә яраҡлылыҡ буйынса “А” категорияһына инеүен белә. Бындай категория сәләмәтлектәре буйынса юғары күрһәткестәргә эйә хәрби хеҙмәткәрҙәргә бирелә. Уларҙың Һауа-десант ғәскәрҙәре, диңгеҙ пехотаһы һәм Президент полкы кеүек элиталы ғәскәрҙәргә эләгеү мөмкинлеге ҙур.
Өс көндән һуң уны һәм хеҙмәттәштәрен десант ғәскәрҙәре офицеры 106-сы Кутузов орденлы Тула Ҡыҙыл байраҡ һауа-десант гвардияһы дивизияһына алып китә.
Ярты йылдан һуң һалдатты Омск ҡалаһына 242-се уҡыу үҙәгенә ебәрәләр. Унда ул кесе сержант званиеһы ала. Кире Тула ҡалаһына әйләнеп килгәс, бүлек командиры вазифаһында яңы килгән һалдаттарҙы өйрәтә.
Хеҙмәт иткән ваҡытта Михаилдың хәтерҙә ныҡ уйылып ҡалған ваҡиғалары күп була һәм, әлбиттә, шуларҙың береһе – парашюттан һикереү. Яҡташыбыҙ 17 тапҡыр һикерә, һәр береһе онотолмаҫлыҡ хис-тойғолар ҡалдыра.
– ИЛ-76 хәрби-транспорт самолетынан һикергәндә кисергән тойғоларҙы әйтеп килештерерлек түгел, – ти Михаил Худяков. – Был һикереүҙән нимә көтөргө лә белмәнем, һөҙөмтәлә барыһы ла яҡшы тамамланды. Осҡанда бер секундҡа ла ҡурҡыу тойғоһо булманы. Самолеттан сығыр алдынан ғына тулҡынланырмын тип уйлаған инем, әммә бөтә нимә шул тиклем тиҙ булды, борсолорға ваҡыт та ҡалманы.
Армияла һалдаттар офицер күҙәтеүе аҫтында парашютты үҙҙәре йыя, шулай итеп һәр ҡайһыһы үҙ ғүмере өсөн үҙе яуаплы булып ҡала.
Десантсылар парашюттан һикереүҙәре менән генә айырылып тормай, уларҙы дуҫлыҡ, бер-береңде аңлау һәм хәрби бурысты үтәгән саҡта формалашҡан ҡиммәтәрҙе һаҡлай белеү берләштерә. Марш-бросок ваҡытында бер һалдат тороп ҡалһа, башҡалар кире әйләнеп килә.
– Десантсылар барыһын да эшләргә белергә тейеш, – тип һөйләй Михаил. – Беҙ мөмкин булған дошман ҡоралы һәм уның мөмкинлектәрен өйрәндек. Төрлө ҡоралдарҙан, шул иҫәптән гранатомет һәм пулеметтан аттыҡ, БТР, БМП, танктар менән идара иттек.
Михаил армиянан өлкән сержант дәрәжәһендә ҡайта. Хеҙмәт юлын шәхси эшҡыуарҙа һатыусы-консультант булып башлай. Бөгөн ул “Газпром газ бүлеү Өфө” йәмғиәтендә авария хеҙмәте диспетчеры булып эшләй.
Михаил хәстәрле ғаилә башлығы, ҡатыны менән ике ҡыҙ тәрбиәләй.

Һауа иңләй десантсы
Һауа иңләй десантсы
Автор:Лариса РИЗВАНОВА