Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Бер-береһе өсөн яралғандар

Мәсетле районында башҡаларға үрнәк булған ныҡлы, ышаныслы, матур ғаиләләр күп. Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө уңайынан ошондай күркәм ғаиләләрҙең береһе тураһында һөйләп үтергә теләйбеҙ. Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе Зөлфиә һәм Ирек Әбүбәкеровтар бына инде 27 йылға яҡын бергә ғүмер кисерә. Ошо ваҡыт эсендә улар йылы ғаилә усағы булдырған, матур итеп өй һалып ингән, мөхәббәтле донъяла өс балаға тәрбиә биргән, һайлаған һөнәрҙәрендә һәм йәмәғәт эштәрендә уңыштарға ирешкән.

Бер-береһе өсөн яралғандар
Бер-береһе өсөн яралғандар

Улар бер-береһен бала саҡтан белә – бер мәктәптә уҡыйҙар. Әммә ул ваҡытта яҙмыш тарафынан әҙерләнгән ғүмерлек йәре янында ғына йөрөгәнлеген – шул уҡ һуҡмаҡтарҙан үтеүен, шул уҡ уҡытыусыларға бағыуын – береһе лә уйына ла килтермәй. Элек аралашып ҡына йөрөгән, инде донъяға ҡараштары нығынып, береһе армиянан ҡайтып, икенсеһе Башҡорт дәүләт университетының IV курсында уҡып йөрөгәндә, йәштәр бер-береһенә икенсе ҡараш менән ҡарай – улар үҙҙәренең бер-береһе өсөн яратылыуын, бер уй-хыялдар менән йәшәүен аңлай.

1994 йылдың 8 июлендә йәштәр никахҡа инә. Һуңынан был датаның Бөтә Рәсәй ғаилә байрамына тап килерен улар әле белмәй.

Йәш пар ғаилә башлығының ата-әсәһе йәшәгән Тайыш ауылында төпләнә. Зөлфиә Хәтмулла ҡыҙы бында мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эш башлай.

1996 йылда Әбүбәкеровтар Оло Ыҡтамаҡ ауылына күсеп килә. Ирек Сатвал улы тәүҙә Красноуфимск ҡалаһы хоҡуҡ һаҡлау органдарында хеҙмәт итә. Тәүге сабыйҙары донъяға килгәс, ул Мәсетле районы эске эштәр бүлегенә күсә һәм бына инде 29 йыл районына тоғро хеҙмәт итә. Тәүҙә йәш белгесте дежур бүлеккә тәғәйенләйҙәр, оҙаҡ йылдар штаб начальнигы була. Бөгөн Ирек Сатвал улы подполковник дәрәжәһендә полиция бүлеге начальнигы урынбаҫары вазифаһында хеҙмәт итә. Ул “БР Эске эштәр министрлығының почетлы хеҙмәткәре” билдәһе, I, II һәм III дәрәжәләге “Хеҙмәттәге отличие өсөн” миҙалдары, Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығының почет грамоталары менән бүләкләнгән.

Зөлфиә Хәтмулла ҡыҙы – ҙур коллективтың етәксеһе – Башҡорт гимназияһы директоры. Оҙаҡ йылдар ул директор урынбаҫары вазифаһын башҡара, ә 2016 йылда үҙе эшләп йөрөгән мәғариф учреждениеһының директоры итеп тәғәйенләнә. Ул Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығы Почет грамотаһы менән бүләкләнгән, Баш-ҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, икенсе саҡырылыш район Советы рәйесе.

Хеҙмәттәге мәшғүллек һәм көсөргәнеш ғаилә парына бер-береһенә ҡарата йылы хистәрҙе һаҡларға һәм балаларын һөйөү хисендә тәрбиәләргә ҡамасауламай.

– Бөтә уйыбыҙ – балалар. Беҙ уларҙың тәртипле, тәрбиәле, яуаплы булып үҫеүҙәрен, һәр береһенең яҙмышы бәхетле булыуын теләйбеҙ! – ти Әбүбәкеровтар.

Өлкән ҡыҙҙары Илүзә бәләкәстән бик аҡыллы, тырыш, шәп ҡыҙ булып үҫә. Башҡорт гимназияһын алтын миҙалға тамамлап, Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институтында һөнәри белем ала. Бөгөн ул бала тәрбиәләү буйынса ялда. Тормош иптәше Илнур менән Өфө ҡалаһында йәшәйҙәр һәм ҡыҙ үҫтерәләр.

 – Ейәнсәр шул тиклем татлы була икән. Йәш ярымлыҡ Камилланың: “Өләс”, – тип йүгереп килеп ҡосаҡлап алыуы – үҙе бер оло ҡыуаныс, – ти бәхетле йәш өләсәй.

Әбүбәкеровтарҙың улдары Булат – Б. Н. Ельцин исемендәге Урал федераль университетының физика-технология факультеты студенты, бала сағынан спорт менән шөғөлләнә. Илүзә менән Булат бейеүгә әүәҫтәр, мәктәп йылдарында икеһе лә “Байыҡ” республика телевизион конкурсында сығыш яһаған.

Кинйәкәйҙәре Илданды 2009 йылда ҡулдарына алалар. Ул быйыл бишенсе класты уңышлы тамамлаған. Ғаиләлә Илданды яратып ҡына: “Күңел йыуатҡысыбыҙ”, – тип йөрөтәләр.

– Мин барлыҡ мәшәҡәттәрҙән арынып, өйөмдә ғаиләм янында күңелемә ял алам. Эштә бөтә йөктө тартырға тура килһә, өйҙә мин – ябай ир ҡатыны. Ирем янында үҙемде яҡлаулы һәм һаҡлаулы тоям. Ул ғаиләбеҙҙең терәге, ышаныслы ир, хәстәрлекле атай. Ошондай ул тәрбиәләп үҫтергәне өсөн ҡәйнәмә бик рәхмәтлемен, – ти Зөлфиә Хәтмулла ҡыҙы.

Әбүбәкеровтар ғаилә бәхетенең серен бер-береңде хөрмәт итеүҙә, аңлашып йәшәүҙә, уртаҡ фекергә килеүҙә һәм, әлбиттә, бер-береңде яратыуҙа, донъя йөгөн бергә тартыуҙа күрә. Улар балаларҙы тәрбиәләгәндә ата-әсәгә бер һүҙле булырға кәрәк тигән фекерҙә.

Автор:Айгуль  Шарапова