Мәсетле тормошо
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Сиктәр – ышаныслы ҡулдарҙа

Бөгөн – Сик һаҡсылары көнө1918 йылдың 28 майынан билдәләнеп килгән Сик һаҡсылары көнө – илебеҙҙә хөрмәтле һәм абруйлы байрамдарҙың береһе.

Сик буйы ғәскәрҙәре элита ғәс- кәрҙәре булып иҫәпләнә. Рәсәй дәүләт сиге – уларҙың иғтибарлы һиҙгер күҙәтеүе аҫтында.
Байрам уңайынан беҙ Оло Ыҡтамаҡта йәшәгән сик буйы ғәскәрҙәре ветераны Фәрит Хөпөтдинов менән осраштыҡ. Ир уҙаман өсөн был көн айырыуса әһәмиәткә эйә.
Фәрит Шакирйән улы күп балалы ғаиләлә тыуған. Оло Аҡа мәктәбен тамамлағандан һуң Златоуст ҡалаһындағы тимер юлы училищеһына уҡырға инеп, электровоздар ремонтлау буйынса слесарь һөнәрен алып сыға.
Бала сағынан уҡ грек-рим көрәше, бокс менән шөғөлләнә, һүрәт төшөрә, йырлай, ә һуңыраҡ үҙ аллы гармунда уйнарға өйрәнә.
49 йыл элек, 1971 йылдың көҙөндә, хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссияһы тарафынан 2086-сы Ҡыҙыл байраҡ сик буйы көнсығыш отрядына саҡырыла һәм 1974 йылға тиклем СССР менән КНР сигендә хеҙмәт итә.
Тәүҙә өс ай сик буйы һаҡсыһы курсы үтә. Хеҙмәт иткән осорҙа РПК пулеметы өлкән атыусыһы була. Һуңынан застава комсоргы итеп тәғәйенләйҙәр.
– Армия йылдары һис оноторлоҡ түгел: өс йыл буйы һынауҙар аша үтәһең, туғандарыңды һәм яҡындарыңды һағынаһың. Ә сик буйында тороу бик иғтибарлы һәм һиҙгер булыу-ҙы талап итә – сиктең икенсе яғынан һәр төрлө аҙымға әҙер торорға кәрәк, – ти ул.
Дәүләт сиге хәүефһеҙлеге һағында наряд эше менән оҫта идара иткәне өсөн Фәрит Шакирйән улы “Совет армияһы отличнигы”, “II дәрәжә сик буйы ғәскәрҙәре отличнигы” түшкә ҡаҙай торған билдәләре, “СССР дәүләт сиген һаҡлағанда айырыуса хеҙмәт өсөн” миҙалы менән наградланған.
Армиянан һуң Өфө индустрия-педагогия училищеһын тамамлай. Тыу-ған районына ҡайтып, 1978 йылда Оло Ыҡтамаҡ урта мәктәбендә тракторҙар буйынса инструктор була, башланғыс хәрби әҙерлек предметын алып бара. Артабан 20 йылдан ашыу Мәсетле районы эске эштәр бүлегендә хеҙмәт итә, шуның 14 йылын – балиғ булмағандар эше буйынса инспектор вазифаһында.
Хәрби әҙерлек һәм сыҙамлыҡ уға ғүмер буйы аяғында ныҡлы торорға ярҙам итә. Ул әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге алып бара, район комсомол ойошмаһында тора. Ауыр холоҡло балалар менән эшләп, уларҙы ҡайтанан тәрбиләү бурысын үтәй. Оло Ыҡтамаҡ мәктәбе һәм район мәҙәниәт йорто ҡарамағында самбо секциялары ойоштора. Үҙешмәкәр сәнғәт фестивалдәрендә ҡатнаша: йырлай, гармунда уйнай.
Күп һанлы грамоталарға, рәхмәт хаттарына һәм миҙалдарға лайыҡ. Әле хаҡлы ялда. Отставкалағы милиция майоры. Ҡатыны менән ике бала тәрбиәләп үҫтергәндәр.
– Үткәндәр күңелдәрҙе йылыта. Шуныһы ҡыуаныслы: яңы быуын сик ғәскәрҙәре һаҡсылары ла традицияларҙы хөрмәт һәм намыҫ менән дауам итә. Улар ҙа беҙҙең кеүек хәрби коллективтың ҡәҙерен белә. Илебеҙ сиге – ышаныслы ҡулдарҙа, тип ныҡлы әйтә алам. Сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән яҡташтарымды байрам менән ҡотлайым. Барыһына ла сәләмәтлек, бәхет, именлек теләйем, – ти Фәрит Шакирйән улы.
Белешмә
Мәсетле районында сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән 76 яҡташыбыҙ йәшәй, уларҙың 12-һе Афғанстан һуғышында интернациональ бурыстарын үтәй, 5-е Кавказ аръяғында террорға ҡаршы операцияларҙа ҡатнаша, берәү – Тажикстанда.
Сик һаҡсыларының иң өлкәндәре – Миҙхәт Дәүләтбаев, Шәрифйән Әх-йәмов һәм Рәүиз Сөнәғәтуллин. Улар 80 йәште уҙған.


Барлыҡ сик буйы һаҡсыларын байрам менән ҡотлайым. Сәләмәтлек, уңыштар, оҙон ғүмер теләйем!
Рәүиз Кинйәбай улы Сөнәғәтуллин, Оло Ҡыҙылбай ауылы.
Рәүиз Кинйәбай улы 1956 – 1959 йылдарҙа Иран-Әзербайжан сигендә Пришиб ҡалаһы янында 43-сө сик буйы отрядында хеҙмәт итә.