Мәсетле тормошо
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Киләсәк быуынға хәтирәләрҙе тапшырыу өсөн

Бөгөн Халыҡ-ара музейҙар көнө билдәләнә.

Ошо уңайҙан беҙ гәзит уҡыусыларыбыҙға Мәсетле тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейының ирекле ярҙамсыһы – Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Рәфҡәт Хаматуллин – хаҡында һөйләйбеҙ. Ул архив материалдарына таянып, Мәсетле районынан сыҡҡан Ватанды һаҡлаусы яугирҙәр, алдынғы хеҙмәтсәндәр тураһында биографик һәм ҡыҙыҡлы хәл-ваҡиғалар тураһында мәғлүмәт туплап, улар-ҙы өйрәнә, системаға һала, матбуғатта баҫтыра.
Рәфҡәт Хаматуллин – күп йыллыҡ стажы булған нефтсе. Яңы Мөслим һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлап, уҡыуын Оло Ыҡтамаҡ мәктәбендә дауам итә, аҙаҡтан Өфө нефть институтының тау-нефть факультетында белем ала. Уҡыған ваҡытта буш график буйынса КПСС-тың 22-се съезы исемендәге Өфө нефть эшкәртеү заводының 10-сы янғын һүндереү часында ҡотҡарыусы булып эшләй. Икенсе курстан һуң йыл һайын төрлө нефть сығарыу предприятиеларында производство практикаһы үтә. 1979 йылда, “Нефть һәм газ ятҡылыҡтарында эшләүсе” һөнәре буйынса диплом алып сыҡҡас, йүнәлтмә буйынса “Мамонтовнефть” нефть-газ сығарыу идаралығының “Юганскнефтегаз” производство берекмәһендә нефть һәм газ сығарыу буйынса оператор булып эш башлай.
1982 йылда “Башнефтегазпром” идаралығының Мәтәле участкаһына өлкән мастер итеп тәғәйенләйҙәр, ә 1995 йылдан – уның начальнигы.
Ул етәкселек иткән йылдар-ҙа “Башнефть” йәмғиәтенең Мәтәле участкаһы мөһим бүлексәләрҙең береһенә әйләнә. Мәтәле, Ҡыҙылбай, Оло Ыҡтамаҡ ауылдары ятҡылығында нефть сығарыу эше башлана. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә һәм ҡыйын урындар аша нефтте оҙатыу өсөн Дыуан, Асҡын рай- ондары территорияларында нефть үткәреү магистрале һалына. Мәтәле һәм Оло Ыҡтамаҡ ауылдары газ ятҡылыҡтарында газ сығарыу ҡулайламалары реконструкциялана. Участокта яңы инфраструктура менән база төҙөлә. Ыңғай һәм тәбиғи газдан электр энергияһы етештереү өсөн 12мВТ ҡеүәтле электр станцияһы эшләй башлай. Участок коллективы күп тапҡыр социалистик ярыштар-ҙа еңеүсе тип табыла, почет грамоталары менән бүләкләнә.
Рәфҡәт Вәсил улы тыуған яҡ тарихы менән 1990 йылдар-ҙан ҡыҙыҡһына башлай.
– Фуат Ғәләүетдинов һәм Радик Вәлиев менән “Таң” татар мәҙәниәте үҙәге ойоштороуҙа ҡатнаштым. Бер ни тиклем ваҡыт уның рәйесе булдым. Беҙ ауылдар тарихын, шәжәрәләр өйрәндек, – тип һөйләй ул. – Тап ошо ваҡытта ислам ныҡлап тергеҙелә башланы, шул ыңғайы беҙ Оло Ыҡтамаҡ мотавәллиәте (түбән баҫҡыс) эшен ойошторҙоҡ. Район халҡына ғәрәп яҙмаһы һәм ислам нигеҙҙәрен өйрәнеү өсөн киске мәҙрәсә астыҡ, Диниә назараты вәкилдәре ҡатнашлығында байрам саралары ойошторҙоҡ.
40 йыл самаһы нефтсе булып эшләгән Рәфҡәт Хаматуллин, хаҡлы ялға сыҡҡас, тыуған яҡ тарихын өйрәнеүгә ныҡлап тотона. Йыйған мәғлүмәттәрен, боронғо фотоларҙы интернеттағы социаль селтәрҙәрҙә урынлаштыра, был эше мәсетлеләр һәм яҡташтары тарафынан юғары баһалана. Күптәре ошо фотоһүрәттәрҙә ата-әсәһен, олатай-өләсәйҙәрен, туғандарын таба.
Тыуған ил тарихын өйрәнеү маҡсаты менән Рәфҡәт Вәсил улына китапханаларҙа, район һәм ведомство архивтарында эшләргә тура килә, ҡыҙыҡлы кешеләр менән осраша.
– Тыуған ауылым Мөслимдең тарихын өйрәнгәндә Златоуст ҡалаһы архивына мөрәжәғәт иттем. Сөнки беҙҙең ауыл элек Златоуст өйәҙе составында булған һәм бөтә документтар унда һаҡлана. Шәжәрә төҙөгәндә мәғлүмәтте район архивы һәм ЗАГС бүлегенән алдым, – ти Рәфҡәт Вәсил улы.
Эшендә төп урынды Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыу-сылар һәм уларҙың яҙмышы, шулай уҡ 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында һуғышҡан яугирҙәр тураһындағы мәғлүмәт йыйыу биләй.
Уның әйтеүе буйынса, райондың бер ауылында ла Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың тулы исемлеге юҡ.
– Шуның өсөн дә, тере шаһиттар бар саҡта, улар тураһында мәғлүмәттәр табып исемлеккә индерергә кәрәк, – ти ул. – Кешеләр ветерандарҙың фоторәсемдәрен күреп, улар тураһында ишетһә, был – бик ҙур ҡиммәт. Тарихты һаҡлап, кесе тыуған ил, уның яҡшы кешеләре тураһында йәштәр, киләсәк быуын белһен һәм иҫендә тотһон өсөн матур хәтирәләр ҡалдырғы килә. Бына шуға ла мин тыуған яҡты өйрәнеү, музейға ярҙам итеү менән шөғөлләнәм.