Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Был көн календарҙа
29 Апрель 2021, 09:00

Бейеүсе булыу – оло һәләт

Бейеү – кешелек донъя-һында киң таралған сәнғәт төр-ҙәренең береһе. Тәүтормош заманында барлыҡҡа килгән бейеүҙәр көнкүрештең һәм хеҙмәттең, төрлө ғөрөф-ғәҙәт, йола һәм дин үҙенсәлектәрен сағылдырған.

Беҙҙең районда бейеү сән-ғәтенең үҫешенә ҙур иғтибар бүленә. Район Мәҙәниәт һарайы һәм Балалар сәнғәт мәктәбе ҡарамағында ғына бер нисә бейеү ансамбле эшләп килә. Әйтәйек, “Әй” халыҡ бейеү ансамбле 40 йылдан ашыу үҙенең ижади ҡаҙаныштары менән халыҡты ҡыуандыра.
Ошо дәүер улар өсөн ауыр һәм һөҙөмтәле, әүҙем һәм онотолмаҫ, эшлекле һәм күп төрлө булды.
Ансамбль 1976 йылда барлыҡҡа килгән һәм бөгөн район Мәҙәниәт һарайының алдынғы ижади коллективтарының береһе булып тора. Коллективтың ойошоу башында Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәсимә Әхмәтйәнова тора. Төрлө йылдарҙа ижади төркөм менән Илфат Йосопов, Илнар Исмәғилев, Зарифйән Ғарипов, Зәлифә Ғәлиуллина етәкселек итте.
“Әй” ансамбле мәҙәниәткә, халыҡ хореографияһына һөйөү тәрбиәләү мәктәбе булды, бер нисә быуын бейеүселәр тәрбиәләне. Уның ижади эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше – халыҡ бейеүҙәре.
Ансамбль бөгөн 16 – 35 йәшлек 20 һәүәҫкәр бейеүсенән торған ҙур һәм татыу коллективты тәшкил итә. Бында – ауыл йәштәре, һөнәрселек училищеһы уҡыусылары, Балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусылары, район Мәҙәниәт һарайы, шулай уҡ райондың ойошма һәм учреждение хеҙмәткәрҙәре.
1978 йылда “Әй” бейеү ансамбленә “Халыҡ” исеме бирелә.
Бейеү коллективы районда уҙған күмәк мәҙәни сара, халыҡ ара, республика конкурс-тары һәм фестивалдәрендә ҡатнаша. “Еңеү Салюты” республика халыҡ ижады конкурсы лауреаты (2015 ), Сардария Ниғәмәтова исемендәге Х Төбәк-ара асыҡ татар халыҡ ижады фестивале лауреаты (2017), “Берҙәмлек-Содружество” Халыҡ-ара милли мәҙәниәт фестивале дипломанты (2017), “Әй” халыҡ бейеү ансамбленең яңғыҙ бейеү башҡарыусылары – башҡорт бейеүен башҡарыусы “Байыҡ-2019” республика телевизион конкурсының “Башҡорт халыҡ бейеүе йолаларына һөйөү һәм тоғролоҡ өсөн” махсус призына лайыҡ (2019), Швейцарияла уҙған Helvetic Navruz Халыҡ-ара бейеү фестиваль-конкурсының II дәрәжә лауреаты (2020), Михаил Евдокимов исемендәге “Яҡташтар” ХІІ Бөтә Рәсәй халыҡ ижады һәм спорт фестивале сиктәрендә уҙған Бөтә Рәсәй халыҡ таланттары “Беҙ бөтәбеҙ ҙә – рәсәйлеләр, беҙ бөтәбеҙ ҙә – яҡташтар” онлайн- фестиваленең III дәрәжә лауреаты (2020).
Ижади һәләттәрен һоҡланғыс, һығылмалы хәрәкәттәр аша күрһәткән бейеү ансамбле һәр байрамдың биҙәге булып тора.