Мәсетле тормошо
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Был көн календарҙа
26 Апрель 2021, 15:05

Онотмаһындар өсөн...

26 апрель – Радиация авариялары һәм һәләкәттәре ҡорбандарын иҫкә алыу һәм авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусылар көнө

1986 йылдың 26 апрелендә Украиналағы Чернобыль атом электр станцияһында донъялағы иң ҙур техноген һәләкәт була. Атмосфераға 190 тонна радиоактив матдә ташлана. Станцияның дүртенсе энергоблогында шартлау үҙ ваҡытында Хиросимаға ташланған бомбанан ҡеүәте буйынса 500 тапҡырға артығыраҡ була. Был һәләкәт һөҙөмтәһендә радиоактив зарарланыу 30 километр радиуста тарала. Украинаның дөйөм радиацион бысраныу майҙаны 12 өлкәлә 50 мең квадрат километрҙан ашыу тәшкил итә. Бынан тыш, Рәсәйҙең 2,6 миллион кешеһе менән 60 мең квадрат километр самаһы территорияны биләгән 19 төбәге радиация менән зарарлана. Һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусылар батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ күрһәтмәһә, ҡорбандар һаны күберәк булыр ине. Улар, үҙ ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып, радиация йоғонтоһона һәм уның артабан таралыуына юл ҡуймай, кешеләрҙе ҡотҡарҙы. Авария эҙемтәләрен бөтөрөү ваҡытында уларҙың һаулығына ҙур зыян килде.
Чернобыль һәләкәте эҙемтәләрен бөтөрөүгә Мәсетле районынан 40 кеше юллана.
Авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусыларҙың законлы хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау өсөн 1990 йылда Рәсәйҙә “Чернобль” Союзы дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы булдырылды. Мәсетле районында был ойошма 1993 йылда тәүге йыйылыш һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килде. Уның рәйесе итеп бер тауыштан 1987 йылда ай ярым махсус статуслы биләмәлә дозиметрист булып эшләгән Марсель Ғиндуллин һайланды. Уның менән бергә совет составына Диларис Бикташев, Леонид Ивакин, Рәсим Сафиев һәм Фаданис Мөниров инде.
Барлыҡҡа килеүҙең тәүге көнөнән үк “Чернобыль” Союзы ойошмаһы Чернобль хәрәкәтен нығытыу һәм яҡшыртыу, фажиғә эҙемтәләрен бөтөрөүселәргә, һәләкәт ҡорбандарының тол ҡатындарына юридик һәм хоҡуҡи ярҙам күрһәтеү буйынса эш алып бара. Әүҙем эшмәкәрлек һөҙөмтәһендә законлы ташламалар алыу кеүек көн-үҙәк мәсьәләләр хәл ителә. Бынан тыш, ойошма ағзалары аҙыҡ-түлек алыу өсөн 100 мең һум компенсация алды.
Йәшәгән йорттары авария хәлендә булған йәиһә квадрат метрына ҡарата йәшәүселәр һаны артҡан 17 ҡатнашыусының торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһе хәл ителә.
“Чернобль” Союзы ойошмаһы ағзалары юридик ярҙамға мохтаж. Күптәренә документ тултырыу, архив белешмәләре алыуҙа ярҙам талап ителә.
Урындағы ойошма Чернобль һәләкәте эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан мәсетлеләр исемен мәңгеләштереүгә ҙур өлөш индерҙе, 2009 йылда Оло Ыҡтамаҡ ауылында мемориаль стела ҡуйыу өсөн аҡса йыйҙы. Сара фажиғәле ваҡиғаның 23 йыллығына арналды. Унда Чернобыль АЭС-ында авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусы һәләк булған мәсетлеләр исеме һәм “Ҡотҡарылған донъя иҫтә тота...” һүҙҙәре уйып яҙылған. Быйыл Чернобыль АЭС-ында һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан мәсетлеләргә тантаналы рәүештә юбилей миҙалдары тапшырыласаҡ.
Урындағы “Чернобль” Союзы ойошмаһы кәрәк ваҡытта документ, консультация һорап Рәсәй хәрби округтары менән бәйләнеш тота, үҙҙәре лә кәңәштәре менән ярҙам итә.
Ойошма ағзаларын район хакимиәте иғтибарынан ситтә ҡалдырмай: торлаҡ йорт алыу, льготалар, осрашыуҙар һәм саралар үткәреүҙә ярҙам күрһәтә һәм мәнфәғәттәрен яҡлай.
Киң масштаблы техноген афәттән һуң 35 йыл уҙҙы. Әммә беҙ кешелек ғүмерен үҙенекенән өҫтөн ҡуйып, радиация эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙҙы, һәләк булған ҡорбандарҙы оноторға тейеш түгел. Авария эҙемтәләрен бөтөрөүсе мәсетлеләр һаны беҙҙең арала кәмегәндән-кәмей, бөгөн районда улар ни бары 13 кеше. Беҙ уларға һаҡлап алып ҡалған ғүмерҙәр өсөн рәхмәтлебеҙ!
Һүрәттә: Авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусылар иҫтәлегенә асылған стела янында, Оло Ыҡтамаҡ ауылы, 2019 йыл.