Мәсетле тормошо
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Был көн календарҙа
23 Апрель 2021, 14:25

Алдынғы ҡараш һәм әүҙем тормош позицияһы – уның төп һыҙаттары

Инглиз теле – донъяла киң таралған тел. Ер шарының ҡайһы нөктәһенә барма, инглиз телен самалы ғына белеү ҙә ныҡ ярҙам итә.

Әжекәй мәктәбендә инглиз телен юғары категориялы уҡытыусы Гөлназ Рәүил ҡыҙы Әхйәмова уҡыта. Буласаҡ педагог Октябрьск ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән. Биш йәше тулғас, уның ғаиләһе Мәсәғүт ауылына күсә. Ҡыҙ, мәктәпкә төшкәс, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша башлай: ҡул эштәре менән шөғөлләнә, музыка мәктәбенә йөрөй, спорт ярыштарында ла һынатмай. Был сифаттары уға мәктәпте тамамлағас, өлкән вожатый булып китергә ярҙам итә.
Комсомол путевкаһы менән Гөлназ Әхйәмова Чехословакияға сәйәхәт ҡыла һәм хәҙерге заманда инглиз телен белеү кәрәклегенә инана. Башҡа милләт халҡы менән иркен аралашыу теләге менән Башҡорт дәүләт педагогия университетының инглиз һәм немец телдәре факультетына килә.
Өфө ҡалаһында Әжекәй ауылы егете Салауатты осратып, яҡташы менән яҙмышын бәйләй. Уҡыу йортон тамамлап, ғаилә башлығының тыуған ауылына йәшәргә ҡайталар. Ире крәҫтиән-фермер хужалығына урынлаша, ә үҙе, мәктәптә сит ил телен яҡшы белгән берҙән-бер педагог, инглиз теле уҡытыусыһы булып эш башлай.
Гөлназ Рәүил ҡыҙы һәр ваҡыт әүҙем тормош позицияһында тора: асыҡ дәрестәр, оҫталыҡ дәрестәре үткәрә, ижади отчет, район һәм республика һөнәри оҫталыҡ конкурстарында ҡатнаша, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа сығыш яһай.
Халыҡ-ара милли мәҙәниәт фестивалендә дүрт уҡыусыһы менән Һиндос-тандан килгән делегацияны оҙатып йөрөй. Гөлназ Әхйәмованың сит ил вәкилдәрен үҙенә ҡунаҡҡа саҡырғаны ла бар. Америка, Германия һәм Ҡытайҙан килгән ҡунаҡтарға райондың иҫтәлекле, тарихи урындары, башҡорт халҡының йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре тураһында һөйләй. Сит ил кешеләренә урындағы халыҡ кейемендәге ҡурсаҡтарҙы күрһәтә, Башҡортостандың сит илдә йәшәгән данлыҡлы кешеләре хаҡында һөйләй.
Өс йыл ул балалар лагеры ойоштора, унда уҡыусылар инглиз телен, меню яҙырға өйрәнә, йәнһүрәттәр ҡарай, йырҙар йырлай, төрлө саралар уҙа, байрамдарға атрибуттар әҙерләйҙәр һәм инглиз телендә стена гәзите сығаралар.
Уҡыусылары менән бергә “Шотландтарҙың милли кейеме – килт” темаһына тикшеренеү эше әҙерләй, “Журналист Ризван Хажиевтың ижады һәм тормошо” темаһы менән инглиз телендә “Йонос уҡыуҙары” фәнни-ғәмәли конференцияһында ҡатнаша.
“Яңы йыл стена гәзите ” район конкурсында ҡатнашыу өсөн инглиз те-лендә ҡайтармалы стена календары әҙерләй һәм әле лә уны үҙенең эшендә ҡуллана.
Гөлназ Рәүил ҡыҙының уҡыусылары төрлө кимәлдәге олимпиадаларҙа ҡатнаша, призлы урындар яулай, “Букингем һарайы” менән бер нисә йыл хат алышалар, бер-берҙәренә бүләктәр ебәрәләр. Хәҙер инде үҙҙәре инглиз теле уҡытыусыһы булып эшләгән уҡыусыларының уңыштары хаҡында педагог ғорурланып һөйләй.
Уҙған йылда мәктәп программаһына тағы ла бер сит ил теле индерелде, хәҙер Гөлназ Рәүил ҡыҙы 8-9 кластарҙа немец телен дә алып бара.
Үҙ аллы белемен камиллаштырыу менән шөғөлләнеп, дәрестәрҙә тел мөхитен булдырырға тырыша, дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын уңышлы тапшырыу өсөн әҙерләү системаһын төҙөй.
Уның хеҙмәте район хакимиәте һәм мәғариф бүлеге почет грамоталары, рәхмәт хаттары менән билдәләнгән.
Әхйәмовтарҙың өйө матур һәм яҡты, шәхси хужалыҡтары гөрләп тора. Улар ике ул тәрбиәләп үҫтергән: өлкәндәре Илдар – “Атлант” ауыл хужалығы етештереү кооперативы рәйесе, ә кесе улдары Артур Екатеринбург ҡалаһында автотранспорт колледжында уҡый.