Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Был көн календарҙа
13 Апрель 2021, 09:10

Йыһанды иңләүсе

12 апрель – Космонавтика көнө

2020 йыл дауамында беҙ Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләнек. Ә үҙ хакимлығына ингән 2021 йыл Юрий Алексеевич Гагарин йылы булып иҫәпләнә. Һуғыштан һуң тыуған минең быуын менән һуғышҡа тиклем донъяға килгәндәрҙең күңелдәрен яҡтыртҡан, яңы ҡаҙаныштарға, асыштарға этәргән һәм тормошта юғары маҡсат ҡуйырға ярҙам иткән ике ҙур ваҡиға бар – 1945 йылдың 9 майы һәм 1961 йылдың 12 апреле.
Юҡ, мин ҡот осҡос фажиғәле һуғыш тамамланыуға нөктә ҡуйған Еңеү көнөнөң дә, беҙҙең совет егете Юрий Гагариндың тәүге осошоноң да шаһиты булманым. Әммә мин беренсе класта уҡығанда мәктәп коридорындағы репродуктор-ҙан хәбәр ителгән икенсе ваҡиға мине шул тиклем тетрәндерҙе, хатта дәрес ҡайғыһы ла китте. Был ваҡиғаның кешелек тарихында глобаль батырлыҡ икәнлеге барыһына ла көн кеүек асыҡ ине. Уға оҡшаш тантана бер ҡайҙа ла булманы һәм булмаясаҡ. Ул беҙҙең Ватаныбыҙҙыҡы, беҙҙең халыҡтыҡы. Юрий Гагарин кешелеккә билдәле булмаған яңы ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс донъяға юл һалды.
Һин һәр малай күңеленә
Ҡуйҙың талмаҫ ҡанаттар,
Улар алға ынтылғанда,
Барғанда яңы маҡсатҡа.
Ҡыйыуҙарҙы әйҙәнең үрҙәргә,
Йыһан киңлектәренә.
Бирҙең бөткөһөҙ көс-ҡеүәт
Кескәй малай иңдәренә!
Әлбиттә, беренсе космонавты күреү бәхете барыһына ла теймәне. Әммә йыһанды яулау ҡыуанысы, ә һуңынан, 1968 йылдың мартында, Юрий Гагарин һәләк булғас, оло ҡайғы барыбыҙ өсөн дә уртаҡ ине. Беҙ йәнә берләштек: хәҙер күҙ йәштәребеҙҙе йәшермәй бергәләп иланыҡ.
Ә бына космонавтың яҡындары – ҡатыны Валентина, ҡыҙҙары Галя һәм Лена, әсәһе Анна, шулай уҡ космонавтар Павел Беляев һәм Алексей Леонов менән осрашыу ошо уҡ йылдың йәйендә, июндә, Артек лагерында булды. Уларҙың һөйләгәндәре, хәтирәләре, теләктәре беҙҙең өсөн, әлбиттә, ҙур әһәмиәткә эйә ине.
Йыһанды яулау кешелеккә ҙур ауырлыҡ, көс менән бирелә. А. Леонов: “Гагарин үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйҙы, сөнки ракета камил түгел ине. Хәҙер хәүефһеҙлекте тәьмин иткән төрлө системалар ҙа юҡ ине әле. Әммә американлыларҙан алдараҡ өлгөрөргә кәрәк ине! Һәм уға башланғысты Смоленск өлкәһенән ябай егет – беҙҙең Юрий Гагарин һалды!” – тине.
Ә беҙгә һеҙҙең менән хәҙер, алыҫ планеталарҙың туҙанлы юлдарында ҡасандыр кеше эҙҙәре ҡалыр, тип өмөтләнергә кәрәк.
Лидия ГОЛДИНА.