Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Атаһынан күргән уҡ юнған

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты тәҡдиме менән 1 март Башҡорт ғаиләһе көнө тип иғлан ителде.

Халҡыбыҙҙың көсө уның ныҡлы һәм ҡаҡшамаҫ рухынан тора. Шуныһы ҡыуаныслы, беҙҙең районда милләт ғорурлығы булған ғаиләләр бихисап. Шуларҙың береһе – Яңы Яуыш ауылынан Лилиә һәм Денис Нәбиуллиндар. Улар милли ғөрөф-ғәҙәттәргә таянып, балаларын туған телдә, милли рухта тәрбиәләй.
Нәбиуллиндар 2010 йылда ғаилә ҡора. Икеһе лә үҙ ғаиләләрендә бер-береңә ҡарата ихтирам, мөхәббәт һәм яҡшы мөнәсәбәт кеүек күркәм сифаттарҙы күреп үҫә. Шуға бөгөн үҙҙәре лә балаларын ата-әсәләре өлгөһөндә тәрбиәләй.
Денис Данис улы мәктәптә математика һәм информатика фәненән уҡыта. Төп эш сәғәттәренән тыш түңәрәктә балаларҙы ҡурайҙа уйнарға өйрәтә, милли музыка ҡоралын пропагандалап, үҫеп килгән быуында башҡорт рухы уятырға тырыша. 2017 йылда “Ауаз” ҡурайсылар ансамбле ойоштороп ебәрә, бөгөн төркөм барлыҡ мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша.
Лилиә Дауыт ҡыҙы ауыл советы хакимиәтендә хәрби-иҫәп буйынса белгес булып эшләй. Яҡшы хужабикәнең өйө һәм йорт тирәһе һәр саҡ тәртиптә, тәмле итеп аш-һыу әҙерләргә лә өлгөрә – бешергән ҡамыр аҙыҡтарын ғаиләһе яратып көтөп ала. Ҡатын-ҡыҙҙың ошондай бөтмәҫ көндәлек мәшәҡәттәренән, ир-егеттең ғаиләһе тураһында көндәлек хәстәрлегенән ярала ла инде ғаилә бәхете.
Яҡшы кешегә ватансылыҡ, саф күңел, тоғролоҡ, ябайлыҡ, ярҙамсыллыҡ сифаттары хас. Нәбиуллиндар ҙа балаларында тап ошондай сифаттар тәрбиәләргә тырыша. Улдары Инсафҡа һигеҙ йәш, ул спорт менән шөғөлләнергә ярата, күп һанлы әҙәби конкурстар еңеүсеһе һәм призеры: Мәсәғүт ауылында уҙған “Салауат рухы – беҙҙең йөрәктәрҙә” конкурсында – еңеүсе, Мифтахетдин Аҡмулла ижадына арналған “Ата-бабаларыбыҙ мираҫы” шиғыр һөйләүселәр интернет-конкурсында һәм “Бабич һүҙе” видеоконкурсында өсөнсө урын яулаған. Ҡыҙҙары Айгөл балалар баҡсаһына йөрөй, ул һүрәт төшөрөргә һәм бейергә әүәҫ.
Тәбиғәттә әүҙем ял һәм спорт – Нәбиуллиндар ғаиләһенең яратҡан шөғөлө. Районда уларҙың төрлө конкурс, фестиваль һәм башҡа төр сараларҙың әүҙем ҡатнашыусыһы икәнен яҡшы беләләр: “Атай, әсәй һәм мин – спорт ғаиләһе” район конкурсы, “Яңы йыл ғаилә уйындары” республика фестиваленең урындағы этабы еңеүселәре булдылар. Шулай уҡ ғаилә башлығы улы Инсаф менән “Атай барыһын да булдыра” район конкурсында ҡатнашып, Нәбиуллиндар унда икенсе урын яуланы.