Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Был көн календарҙа
15 Февраль 2021, 13:40

Һалдат һуғышты һайламай

1989 йылдың февралендә Бөйөк Ватан һуғышынан ике тапҡырға оҙағыраҡ барған Афған һуғышы тамамланды. Туғыҙ йыл, бер ай һәм ун һигеҙ көн ҡан ҡатыш йәш ҡойолдо.Был һуғышта Рәсәйҙең 550 мең һалдаты һәм офицеры ҡатнаша. Яугир-интернационалистар рәтендә Мәсетле егеттәре лә бар. Яңы Мишәр ауылынан Рамир Сабир улы Камалов – шундай егеттәребеҙҙең береһе.

Уның атаһы Бөйөк Ватан һуғышында хәрби осоусы була, ә әсәһе колхозда эшләй. Ғаиләлә туғыҙ бала тәрбиәләнә, ата-әсәһенә ярҙам итеү өсөн Рамир Камалов етенсе класта уҡығанда комбайнсы ярҙамсыһы булып эшкә төшә.
Мәктәпте тамамлағандан һуң, Красноуфимск училищеһына уҡырға инеп, слесарь-водитель һөнәрен үҙләштереп сыға. 1970 йылдың октябрендә хеҙмәткә алына һәм Ленинград өлкәһе Выборг районында водитель булып хеҙмәт итә.
– Һуғыш барғанын беҙ белмәнек, – тип хәтирәләре менән бүлешә Рамир Сабир улы. – Украинала ҡаты уҡыуҙар үтәсәге хаҡында әйттеләр. Бер ваҡыт беҙҙе Выборг ҡалаһындағы емерелгән өй урынын таҙартырға ебәрҙеләр, шунда Афғанстанда һуғыш барғанын белдек, тик ул турала бер кем дә хәбәр сығарманы. Ошо хәлдән һуң башҡалар менән хәбәрләшмәҫ өсөн беҙҙе ике көн казарманан сығарманылар.