Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Был көн календарҙа
11 Сентябрь 2020, 12:42

Бөгөн - Милли кейем көнө

Милли кейем — халыҡтың эске булмышының сағылышы.

Кеше үҙенең күңел донъяһын кейеме аша асып бирергә ынтылһа, милләттең дә йәшәү рәүеше, көнкүреше, эске донъяһы — тышҡы ҡиәфәтендә сағыла. Шуға ла боронғо замандарҙан алып кешегә бер ҡараш ташлау менән, уның ниндәй милләттән икәнен билдәләп булған. Башҡорттоң иһә күңел байлығы сигеү-нағышта, мәрйендән селтәрләп яһалған биҙәүестәрҙә, көмөшкә сүкеп һалынған биҙәктәрҙә сағылған. Һуңғы йылдарҙа районыбыҙҙа ағинәйҙәрҙең түшелдеректәр, башҡорт халыҡ күлдәктәрен тегеүе маҡтауға лайыҡ күренеш.